Донъя йөгөн тартып йонсоған, әммә һылыулығын һис кенә лә ташламаған был ҡатынға ҡарап, телемә үҙенән-үҙе ошо юлдар килде:
Мәңге йәшел ҡарағайҙан тыуҙым,
Йәнгә йәм килтерер мәлдәрҙән.
Таңға сырҡылдаған ҡоштан тыуҙым,
Йәшен ялтылдатҡан ысыҡтан.
Рауза гөлө бөрккән ялҡындарҙан
Муйыныма һырылған мунсаҡтан.
Үҙен онотоп был донъяға ғашиҡ
Шағир илһамына мин тиңмен.
Мин – ғүмерҙең яҡты сағылышы,
Ғүмер сағылышы бит минмен*.
Китабы яңыраҡ ҡулыма килеп ингән Мөнирә Фәрәхетдинованың шиғырынан ине улар. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен танып, илаһи булмышын тойор, йыр итеп көйләр ижадты шул саҡ барыһына ла ишеттерергә теләнем! Артабан инде Мөнирәнең китабы өҫтәлемдән төшмәне...» – тип һөйләй журналыбыҙҙың дуҫы, билдәле эшҡыуар Минзәлә Фазлетдинова. Оло талант эйәһе Мөнирә Фәрәхетдинова ижадын һөйөүселәрҙең һәр береһе уның менән танышыу тарихын, моғайын, күңелендә үҙенсә һаҡлайҙыр. Минзәлә Вәлиулла ҡыҙы былай тип хәтерләй: «Ул улымдың класс етәксеһе Нина Медведеваның һабаҡташы һәм әхирәте ине. Мөнирәнең шиғриәте миңә аҡ нурҙан торған донъяны асты, ундағы ҡабатланмаҫ моң күңелемдәге һәр кисерешкә ауаздаш булып яңғыраны. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарын лайыҡлы үткән нескә был ҡатындың һәр көнөн ҡаһарманлыҡ тип атарға мөмкин. Беҙҙең быуын алышта аяҡһыҙ ҡалыуына ҡарамаҫтан, осоуын, дошманды ҡыйратыуын дауам иткән легендар летчик Алексей Маресьевтан өлгө алып үҫте. Ә Мөнирә Әүхәт ҡыҙы – бөгөнгө йәштәргә беҙ өлгө итеп ҡуяһы шәхес».
...Ҡышҡы һалҡын көн. Ҡалын башлығын ҡолағына тиклем төшөрөп кейгән ҡыҙыҡай тимер юл буйлап атлай, артынан ҙур тиҙлектә килгән поездың өҙҙөрөп сигнал биреүен дә ишетмәй... Ике аяҡһыҙ ҡалған ун бер йәшлек бала, аҡһаҡалдар сабырлығы күрһәтеп, йәшәү өсөн көрәшә. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай. Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Башкөллө ғилем донъяһына сумған, фәнни конференцияларҙа ҡатнашҡан Мөнирәнең аяҡтары юҡлығын күп курсташтары хатта белмәй ҙә. Ысынбарлыҡтағы күренештәрҙе математик моделләү менән ҡыҙыҡһынған Мөнирә, университетты тамамлағас, ситтән тороп аспирантурала уҡыуын дауам итә, диссертация өҫтөндә эшләй. Шул уҡ ваҡытта студенттарға махсус курстар уҡый, яһалма интеллект мөмкинлектәре тураһында тикшеренеүҙәр алып бара, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ғилми симпозиумдарҙа сығыш яһай. Ҡырҡтан ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. Мөнирә Әүхәт ҡыҙына «СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Һәм был ҡаҙаныштар ниндәй һыҙланыуҙар аша килгәнен үҙе генә белә.
Яҙмышы көрәштән торған ханымды тағы бер һынау көтә: гел протезда йөрөүҙән умыртҡа һөйәгенә көс төшөп, ҡулдары түҙгеһеҙ ауырта башлай. Сикһеҙ йыһаны дауахана стеналары менән сикләнгәндә Мөнирә алдында Шиғриәт тигән мөғжизәүи донъяның ишеге асыла. Боҙ ҡатламын тишеп сәскә атҡан умырзая наҙы, ләйсән ямғыры моңо һәм йәнде имләр йылылыҡ менән үрелгән шиғырҙары шунда уҡ меңдәрсә күңелдәрҙе арбай. Башҡорт дәүләт филармонияһында шағирәнең юбилейына арналған ижад кисәһендә зал халыҡ менән шығырым тулы була. Мөнирә Әүхәт ҡыҙын сәскәләргә күмәләр. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ун ике йыйынтыҡ сығарып өлгөрә ул. Бынан тыш, тынғыһыҙ ханым «Травитон» тигән үҙ нәшриәтен булдыра, республика гәзиттәрендә йөкмәткеле мәҡәләләр баҫтыра.
Ваҡыттан алда атлаусы ғалимә, ялҡынлы публицист, әүҙем йәмәғәтсе һәм ҡояш яҡтылығын һибеүсе шағирәнең мәңгелеккә күсеүенә ун дүрт йыл. Уның ижадын яратыусы дуҫтары быйыл, иң матур шиғырҙарын туплап, йыйынтыҡ сығарҙы. Китап сығымдарын йомарт хәйриәсе, баҫмабыҙҙың мөхәрририәт ағзаһы Минзәлә апай Фазлетдинова күтәргән. «Быйыл Мөнирәгә 72 йәш тулыр ине. Дуҫыбыҙҙың бер дәүерҙә лә иҫкермәҫ ижадын бөгөнгө заман быуынға ла еткергебеҙ килә. Уның тыуған ере – Белорет яҡтарының әкиәти хозурлығы яғылған, һис танһыҡтар ҡанмаҫ тормош ҡото күскән юлдар йәштәр күңелендә лә моң булып сыңлаһын», – ти ул.
*Гөлназ Ҡотоева тәржемәһе.