Йәшләй генә ҡаҡҡылай-һуҡҡылай яҙмыш уны. Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында Шәмсиямал менән Ғәлиулла Исмәғилевтарҙың ғаиләһендә ун баланың дүртенсеһе булып донъяға килә. Ҡасандыр олатаһы Һамар өлкәһенән килеп ер алған, бында арыш, һоло, арпа сәскән, ул һалған таш юл әле лә бар икән. Атаһы – һуғыш инвалиды. Репрессияға эләккән олатаһы (атаһының ағаһы) Йыһангирҙың да балаларын ситкә типмәй, үҙҙәре ҡарай. Тыуған ауылында етенсене бөткәс, Фәриҙә апаһы Әсмәне Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге балалар йортона алып килә. Ауылдағы юҡлыҡтан һуң бындағы манный, тары бутҡалары хан һыйындай тойола ҡыҙсыҡҡа. Бар көсөн уҡыуға һалып, бәләкәстән хыял иткән мөғәллимә һөнәренә эйә булыу маҡсатына табан юл ала – Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Дәртле генә белем алып йөрөгәнендә, тормош юлдары тағы боролош яһай. Әсәһенең хатында: «Ҡыҙҙар тауынан селек йыйып һепертке бәйләнек тә агентҡа алып барып икмәккә алмаштыҡ» тигән юлдар уны тетрәндерә, ғәзиздәренең зар-интизар ултырыуын күҙ алдына килтереп, ошо көндән бында ҡала алмаясағын аңлай. Өйҙәге бәләкәс туғандары, ата-әсәһенә ярҙам итмәй нисек йөрәге түҙеп алыҫта ятһын?! Шулай итеп, өсөнсө курстан һуң ауылына ҡайтып китә, хеҙмәт юлын шунда башлай. Уҡыуын ситтән тороп тамамлай.
1966 йылда яҙмыш Әсмә Ғәлиулла ҡыҙын тағы Стәрлетамаҡ районына алып килә – Максимовка һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор урынбаҫары итеп ебәрәләр. Бар күңелен һалып эшләй йәш белгес. Дәрестәр теҙмәһе төҙөү, ойоштороу эштәре менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, ай һайын Стәрлетамаҡтан уҡытыусыларҙың эш хаҡын алып ҡайтыу кеүек яуаплы мәшәҡәттәр ҙә йөкмәтелә уға. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә аҡсаларҙы быйма ҡунысына тығып, трактор санаһында аяҡтарын туңдыра-туңдыра йөрөгәндәрен, ҡаланан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға ҡайтып барғанында аҙашып, ат һарайында ҡунырға тура килгән саҡтарын хәҙер төш кеүек кенә иҫләргә ҡала.
Өс йылдан ул Талас ауылына эшкә күсерелә. Ошо төбәк менән яҙмышы ныҡлы бәйләнә – буласаҡ тормош юлдашы Марат Мозафар улын осрата. Яратышып өйләнешкән йәштәр, бер-бер артлы ике ҡыҙ балаға ғүмер биреп, барыһын да һоҡландырып донъя көтә башлай. Күңеленә ятҡан эше, ярты һүҙҙән аңлашҡан һөйөклө ире, ғәзиз балаларының йылмайыуы... Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк? Алда ниндәй аяуһыҙ һынауҙар торғанын береһе лә белмәй әле...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2018) һанында уҡығыҙ.