+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яуҙа тыуған һөйөү

«Ғәзизова Зәғифәнең бала сағы һәм олоғайғас ни күргәне» – Әлшәй районы Ибрай ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизованың үҙ яҙмышы хаҡында үҙе яҙған китабы шулай тип атала. Уҡырға яратҡан әсәһенең гәзит-журналдарҙан ҙур дәфтәргә дарыу үләндәре хаҡында күсереүен күргән ҡыҙы Флүзә көндәрҙән бер көндө: «Әсәй, рецепт яҙып ултырғансы китап яҙ әле. Кисергәндәрең бер романлыҡ бит», – тип әйтеп ҡуя. Балаһының шулай тиеүенән әсә, илһамланып, ҡәләмгә үрелә. Һәм ул, ғүмеренең онотолмаҫ мәлдәрен яңынан «йәшәп», уларҙы шаҡмаҡлы ҙур кенәгәгә төшөрә башлай. Батыр яугирә, хеҙмәт алдынғыһы, биш бала әсәһенең тормошон ошо ғәжәйеп халыҡсан, сабыр аҡыл менән һуғарылған яҙманан өҙөктәр менән аралаштырып бәйән итеү дөрөҫ булыр, моғайын.

«Ғәзизова Зәғифәнең бала сағы һәм олоғайғас ни күргәне» – Әлшәй районы Ибрай ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизованың үҙ яҙмышы хаҡында үҙе яҙған китабы шулай тип атала. Уҡырға яратҡан әсәһенең гәзит-журналдарҙан ҙур дәфтәргә дарыу үләндәре хаҡында күсереүен күргән ҡыҙы Флүзә көндәрҙән бер көндө: «Әсәй, рецепт яҙып ултырғансы китап яҙ әле. Кисергәндәрең бер романлыҡ бит», – тип әйтеп ҡуя. Балаһының шулай тиеүенән әсә, илһамланып, ҡәләмгә үрелә. Һәм ул, ғүмеренең онотолмаҫ мәлдәрен яңынан «йәшәп», уларҙы шаҡмаҡлы ҙур кенәгәгә төшөрә башлай. Батыр яугирә, хеҙмәт алдынғыһы, биш бала әсәһенең тормошон ошо ғәжәйеп халыҡсан, сабыр аҡыл менән һуғарылған яҙманан өҙөктәр менән аралаштырып бәйән итеү дөрөҫ булыр, моғайын.
…«Атайым Миңлеғәли Ғайса улы менән әсәйем Ғилмиямал Мөхәмәтйән ҡыҙының алты балаһы араһында иң кесеһе булдым. Иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр. Атайым Әлшәйҙән алып беҙҙең Сурай ауылына тиклем һуҙылған оҙон тау итәген буйлатып йыл һайын ҡауын, ҡарбуз, ҡыяр, помидор сәсте. Ҡышын мейес башы тулып ҡауын беште, иген араһында ҡарбуз һаҡланды, мискә-мискә тоҙланған йәшелсә артып уҡ ҡала торғайны. Йәшел яланда эркелеп йылҡы малы, һыйырҙарыбыҙ йөрөй ине. Совет власы килгәс, бер генә һыйыр ҡалдырып, малдарҙы, теҙелешеп киткән аҙбар-ҡураларҙы күмәк хужалыҡҡа алдылар. Атайым колхозға баҡса үҫтерҙе, әсәйем бейә һауҙы. Миңә туғыҙ йәш булғанда атайым һалҡын тейҙереп үлеп китте. Йәйҙәрен баҡса ҡарайым тип ҡыуышта ҡунып йөрөү касафаты булғандыр инде», – тип һүрәтләй ул бала сағын.
Ҡыҙ атаҡлы баҡсасы тип танылған атаһының юлын дауам итергә теләп, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уйы – агроном булыу. Ағайҙары менән апайҙары ла уҡыуға шәп туғандарының ниәтен ҡеүәтләй. Ләкин һуғыш ҡыҙҙың хыялын селпәрәмә килтерә. Тех­никум ябыла. Зәғифә Мәхәлләфә апаһы менән Ғәлимйән еҙнәһе йәшәгән Ибрай ауылы мәктәбенә башланғыс клас­тар уҡытыусыһы булып ҡайта.
Ибрайҙа бик матур итеп уҡыта башлаған Зәғифәгә ҡапыл ғына тыуған ауылына кире ҡайтырға тура килә: дауыллап ямғыр яуған ваҡытта йәшен уты әсәһен ата. «Йәшен ағастарҙы йыҡҡан, әсәйемдең ҡолаҡ осон өҙгән, тәнендә сынаяҡ аҫты ҙурлығында дүрт түңәрәк эҙ ҡалдырған. Һушына килде-килеүен, ләкин күҙҙән яҙҙы», – тип яҙа был турала Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы хәтирәләрендә.
Артабан белем алыу теләге шул ҡәҙәр көслө була унда: Зәғифә Сурайҙан район үҙәге Раевкаға көн дә йәйәү йөрөп, 10-сы класты тамамлай. Ҡыҙҙы шунда уҡ ауыл советы секретары һәм бригадир итеп ҡуялар.
Ҡыҙ шулай еңеү хаҡына янып-көйөп эшләп йөрөүен дауам итер ине, әгәр ҙә 1943 йылда яратҡан Сәһәрйәр ағаһының һәләк булыуы хаҡында хәбәр килмәһә. Ул ҡаҡшамаҫ ҡарар ҡабул итә: «Мин һуғышҡа китәм! Ағайым өсөн дошмандан үс алам! Әсәй, һине апайымдар ҡарар әле».
Хәрби комиссариаттан ҡыҙҙы Дәүләкәндәге авиация училищеһына уҡырға ебәрәләр. Ете ай хәрби фотолаборант һөнәрен үҙләштереүҙән тыш, пистолеттан, автоматтан атырға, парашюттан һикерергә, хатта самолет йөрөтөргә өйрәнә.
Зәғифә 92-се авиация полкының авиация разведкаһында фотолабораторияла хеҙмәт итә.
Еңеүҙән һуң да улар полкын ҡайтармайҙар әле. Берлиндан Львовҡа күсерәләр. Улар азат ителгән ҡалаларҙы фотоға төшөрөп, карталарын эшләргә тейеш була.
Яңы урынды белеп бөтмәгән саҡтары. Иптәштәре менән ашхана эҙләгән Зәғифә урамдағы бер милиционерҙан һорамаҡсы була. Бына нимә тип яҙа ул ғүмеренең иң мөһим мәле тураһында: «Честь биреп: «Иптәш милиционер!» – тип өндәшһәм, ул башҡортса ҡысҡырып ебәрҙе: «Бәрәкәт, Зәғифә ҡоҙаса, был һинме?!» Апайым килен булып төшкән Ибрай ауылындағы ҡоҙам Тимербай ине ул! Мин белгән – үгәй әсә ҡулында үҫеп, иҫке тунда, меҫкен бүректә, сабатала йөрөгән Тимербай түгел ине был баһадир хәрби. Торғаны Урал бөркөтө!»
Тимербай Ғәзизов һуғыштың тәүге көндәренән үк ут эсендә була. Ҡан ҡойғос Сталинград, Курск алыштарында ҡатнаша. Ике мәртәбә ҡаты яралана. Һуңғыһында госпиталдән Львовҡа – бандеровсыларға ҡаршы көрәшкә күсерәләр.
«Тимербай иртәгәһен мине киноға саҡырҙы. Йыраҡтан ғына атлай. «Берәү булһа, ҡултыҡлап алыр ине. Ҡайһылай әҙәпле», – тип уйлайым. Беҙҙең командирҙарға инеп: «Зәғифә – яҡташым. Берәйһе ҡыйырһытып ҡуймаһын!» – тип әйтеп сыҡҡан. Сит ерҙә берәүгә ғәзиз икәнемде белеүҙән рәхәт». – Хәтирәләр китабындағы был юлдар ҡоҙаса күңелендә лә йылы хистәр тыуыуы хаҡында һөйләй.
Йола тотҡан тыйнаҡ ҡыҙ хат аша әсәһенең фатихаһын алғас ҡына кейәүгә сығырға ризалаша. 1945 йылдың 9 авгусында заманына күрә күркәм туй табыны ҡоралар. «ЗАГС-тан һуң салонда фотоға төштөк. Беҙҙең ҙурайтылған туй һүрәтен шул салондың тәҙрәһенә элеп ҡуйҙылар», – тип тасуирлай был турала ул.
Әммә оҙаҡ йәшәргә насип булмай хәстәрләп кенә ҡорған ояларында. Зәғифә Башҡортостанға ҡайта: «Мейес көлөндә бешкән арыш икмәге ашағым килә. Ҡоҫам да ҡоҫам. Табип: «Климат килешмәй, тыуған яғыңа ҡайт», – ти. Тимербай 1945 йылдың ноябрендә мине ауылға ҡайтарып ҡуйҙы. Баҡһаң, йөккә ҡалғанмын икән». 1946 йылда ҡыҙы тыуа, тик сабый тиҙҙән вафат була. Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡатыны янына Тимербай ҙа ҡайтып төшә. Йәштәр уның ата-әсәһе нигеҙендә донъя көтә башлай.
Яуҙа табышҡан ҡоҙа менән ҡоҙасаның оло һөйөүенән һоҡланғыс биш бала донъяға килә: «Иршат, Рафиҡ, Радик, Әмир улдарым үҙҙәре һайлап алған килендәребеҙ, тапҡан балалары менән тигеҙ, оҙон ғүмер кисерһен. Флүзә ҡыҙым йәшләй ҡауышҡан кейәү һәм йөрәктән яралған улдары менән шатланып оҙаҡ йылдар йәшәһен. Торһам да, ятһам да күңелемдән генә шулай тип теләнем. Шөкөр, барыһы ла бәхетле».
Яуҙа ҡаһарман Тимербай Ғәзизов тыныс тормошта ла алғы сафта: бригадир, ферма мөдире була. Ҡатыны һыйыр һауа, сөгөлдөр үҫтерә.
«Ҡартым туғыҙ йыл элек, 86 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсте. 64 йыл бергә донъя көттөк. Мәңгелек йортона китер алдынан ул: «Рәхмәт, ошо йәшкә еткерҙең. Зинһар, үҙеңде һаҡла», – тине. Миңә лә ғүмер теләне», – тип ынйылай юлдар теҙгән хәтер китабында Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы. 94-се йәше менән барғанда ул бөгөн ҡыҙы Флүзә һәм кейәүе Хәниф хәстәрлегендә йәшәй, улар, ҡәҙерләп тәрбиәләп, әсәгә иң оло хөрмәтте күрһәтергә тырыша.
Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен аямай алышҡан өләсәләре, олаталары менән ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре хаҡлы рәүештә ғорурлана. Нәҫелдәренең тағы бер оло ғорурлығы бар: 1735 йылда Магнитогорск яҡтарындағы боронғо башҡорт ерҙәренән Тәфтиләү иҙеүенән ҡасып килгән Ибрай олатайҙары – ауылға исем биргән ҡарт бабалары ояһын тап улар һаҡлап, йылыһын һыуытмайынса ҡалған. Бында бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған батыр яугирәләребеҙҙең береһе – Ғәзизовтарҙың ғәзиз әсәләре ғүмер итә.

Александр Данилов

һәм ғаилә архивы фотолары.

Әлшәй районы.

Читайте нас: