-12 °С
Ҡар
Бер көндө уны ҡулдары ҡалтырап, ҡулындағы аҙыҡлы тәрилкәһе төшөп китә лә уртаға ярыла. Бынан һуң инде бөтөнләй сығырынан сыҡҡан килен, ҡартты бик ҡаты ҡысҡырып әрләй, ә бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ауыр итеп һулап ҡына ҡуя. Аҙаҡ килен кеше ҡартҡа ағас тәрилкә ҡуя ла, дорфа итеп, быныһын инде теләһәң дә вата алмаҫһың, тип ҡысҡыра.
Бер ваҡыт, ирле-ҡатынлы бик мул әҙерләнгән өҫтәл артында һыйланып ултырғанда, дүрт йәшлек улдары килеп инә, ә ҡулында бер ағас киҫәге.
– Ул ағасты ҡайҙан алдың һәм нимә эшләтергә уйлайһың? – ти әсәһе.
– Ағас тәрилкә, – ти малай. – Үҫкәс, һеҙҙе шул һауытҡа һалып ашатасаҡмын...