-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
31 Декабрь 2022, 11:15

Баймаҡта ереккән Ырымбур ҡыҙы

Ғәзимә Сәғит ҡыҙы Иҙрисова – Ырымбур тарафтарының Туҡ буйы һылыуы, табын ырыуы ҡыҙы. Ул бәләкәй генә сағынан саф башҡорттар араһында йәшәргә хыяллана, хатта ҡурсағын да, «Йылайырға барып киләм», «Мин Йылайырҙа йәшәйем», тип уйната. Юрағаны юш килә ҡыҙҙың – Өфө дәүләт педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Шулай итеп, Йылайыр йылғаһы һыуын эсергә насип була уға.

Баймаҡта ереккән Ырымбур ҡыҙы
Баймаҡта ереккән Ырымбур ҡыҙы

Бөгөн Ғәзимә Сәғит ҡыҙы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Ул ер ап-аҡ ҡарға күмелгән осорҙа, 1937 йылдың декабрендә, Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Егәнек ауылында (хәҙер Пушкинское) тыуған.
Ҡулына диплом алған ҡыҙҙы 1960 йылда Күгәрсен районынан әхирәте Роза Биишева менән йүнәлтмә буйынса Ишбирҙегә ебәрәләр. Розаны балалар баҡсаһына мөдир итеп ҡуялар, ә Ғәзимә тәрбиәсе булып урынлаша. Иҫке генә бер бинаны ағартып, таҙалап, төркөмдәргә балалар йыйып, күңелле генә эшләп китә улар. Ни сәбәп менәндер бер йылдан балалар баҡсаһын Иҫке Сибайға күсерәләр. Унда ла ҡыҙҙар ең һыҙғанып эшкә тотона.
Ғәзимә Сәғит ҡыҙының бала саҡ хыялы тормошҡа аша – ул саф башҡорттар төйәгенә килеп төпләнә һәм ғүмере буйы уға тоғро ҡала. Һайлаған һөнәренә лә хыянат итмәй. 1983 йылда Иҫке Сибайҙа өр-яңы балалар баҡсаһы сафҡа инә. Яңы бинаға күскәс, инде бай тәжрибәле педагогка мөдир йөгөн йөкмәтәләр. 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифала эшләй. Ғәзимә Сәғит ҡыҙы тәрбиәһен күргән меңәрләгән сабыйҙың күптәре хәҙер үҙҙәре өләсәй, ҡартатай булып бөткән. Шулай булмай һуң, алтмыш ике йыл элек балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлаған мәғариф ветераны ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй бит.
Яҙмышын, һөйгән йәре Әхмәтзакир Иҙрисовты ла, Ғәзимә Иҫке Сибайҙа осрата. Ғүмере буйы төҙөүсе булып эшләгән тормош иптәше менән икәүләшеп матур донъя көтәләр, Әлфиә, Гүзәл, Лилиә исемле өс ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Әле Ғәзимә апай кесе ҡыҙы Лилиә менән йәшәй. Әхмәтзакир олатайҙың донъялыҡтан китеүенә ун ете йыл инде.
«Тыуған яғығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы? Һағынаһығыҙмы?» – тип һорайым әңгәмәсемдән. «Мин Иҫке Сибайҙа инде 60 йылдан ашыу торам. Килен булып төшкән еремдә таштай баттым. «Мин – Баймаҡ!» – тип күкрәк ҡағам. Әлбиттә, һыу инеп үҫкән Туҡ буйҙарын һағынам. Форсаты сыҡҡанда, тыуған яғыма ҡайтырға тырышам», – ти инәй, йылмайып.
Беҙ бит етемлектә үҫтек, һуғыш осоро балаһымын, тип хәтирәләр йомғағын артабан һүтә ул.
Атаһы Сәғит Мәмбәтов Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград өсөн барған яуҙа ятып ҡала. Унынсы класта уҡығанда, ҡаты ауырып, әсәһе вафат була. Дүрт кесе туғанын өлкән ағаһы Ҡорбанғәли менән еңгәйе Ғәйлә үҙҙәренә ала, тәрбиәләп, уҡытып, барыһын да башлы-күҙле итәләр.
Ағаһы Бөйөк Ватан һуғышынан 1947 йылда ғына ҡайтып төшә. «Әсәйемдең Аллаһы Тәғәләнән, улым имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тип көнө-төнө ялбарыуы һаман күҙ алдымда. Әсәйҙәр доғаһы ҡабул була тигәндәре шулдыр – офицер ағайыбыҙ беҙҙең бәхеткә үҙ аяҡтары менән ҡайтып инде. Ул беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды: кеше кейгәнде кейҙек, башҡаларҙан кәм-хур булманыҡ», – ти Ғәзимә Сәғит ҡыҙы.
Ауылда етенсе класты тамамлағас, урта белемде күрше Юлдаш ауылында ала. Тәрбиәсе һөнәрен һайларға ағаһы кәңәш итә. Мәктәптән һуң ике йыл колхозда эшләгәс, Башҡортостанға уҡырға барырға теләүен әйтә. Ул ваҡытта «Совет Башҡортостаны» гәзитен күрше Юлтый ауылынан Раҡия исемле уҡытыусы ғына алдырған була. Уға барып, гәзиттә «Уҡырға ҡайҙа барырға?» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан иғландарҙы алып ҡайта Ғәзимә. Ағаһы уларҙы ҡарап ултыра ла, тәрбиәсегә уҡырға бар, ти. «Уның эше нимәнән ғибәрәт һуң?» – тип һорай ҡыҙ. Яндарында йүгереп йөрөгән бәләкәс кенә Раян улына күрһәтеп: «Бына ошоноң кеүек балалар менән уйнап тик ултыраһың», – ти ағай кеше. Кемдең эшләгеһе килһен, уйнап тик йөрөйһөң, ти ҙә баһа, тип тәрбиәсе һөнәрен һайларға ҡарар итә ҡыҙ.
Өфөгә юллана...

Гөлдәр Байғузина.
Баймаҡ районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Баймаҡта ереккән Ырымбур ҡыҙы
Баймаҡта ереккән Ырымбур ҡыҙы
Автор:
Читайте нас: