Бик йәшләй генә кейәүгә сыға Миңнур. Комсомол ойошмаһының алдынғы ағзаһы, бер нисә ауылда уҡытыусы булып эшләргә өлгөргән, баҫҡан ерҙә ут сығарып янып торған егет булып килеп инә Азамат уның тормошона. Баймаҡ районының данлыҡлы «Йылайыр» совхозында комсорг булып эш башлаған Азаматты күреү менән, мәктәптең һуңғы класында белем алған ҡыҙ: «Комсорг минеке буласаҡ», – ти.
Бик хәстәрлекле, хужасыл, йүнсел ғаиләлә үҫкән Миңнур һылыу үҙе лә йәштән донъя көтөүгә әүәҫ, бешереп-төшөрөүгә оҫта була. Тормошҡа сыҡҡас, ул башкөллө ғаиләһенә сума. Иренең комсомол ойошмаһы буйынса үрләүе йәш ҡатынды донъя йөгөн үҙ иңенә алыуға этәрә.
«Партия ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға эшкә ебәрәләр. Бер ергә күсеп барабыҙ, йәшәргә йорт, ашарға ризыҡ наҡыҫ. Хәҙерге етәкселәр тормошо менән бер уртаҡлыҡ та юҡ. Азаматты башта партком секретары, унан хужалыҡ рәйесе итеп күсерә башланылар. Ул эшкә сыға ла китә, бөтә донъя ауырлығы миңә ҡала. Шул хәтеремдә: Мерәҫ ауылында тәүҙә административ бинала торҙоҡ, унан колхоз яҙа-йоҙа йорт ҡоршап бирҙе. Күсеп сыҡтыҡ, өйө лә шулай булғандыр инде, иртән тороуға бидондағы һыу, иҙәндәге сепрәк туңып ята. Азамат колхоз эшенән бушамай. Икенсегә бәпәйебеҙ булғайны. Мин, өй, һарай һылап йөрөп, өҙлөгөп ауырып киттем», – тип хәтерләй Миңнур Мырҙабулат ҡыҙы ул саҡтарҙы.
Унан алдараҡ ғаиләне оло ҡайғыға һалып, яҡын-тирәлә һунарсы, балыҡсы даны таралған аталары Мырҙабулат Кинйәбулат улы, ҡунаҡтарға балыҡ ашатам тип, күлгә китеп харап була. Яңғаҙы ауылында тәүге мәктәп һалдырған, уҡытыусы булып эшләгән әсәһе Мәлифә Мортаза ҡыҙы тол ҡалғас, ҡыҙына күсеп килә.
«Әсәйем өйҙәге күп мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Улыма өс ай тулғас, эшкә сыҡтым. Йорт-ҡура ҡарау, балаларҙы тәрбиәләү әсәйемдең иңенә төштө. Ул беҙҙең менән 24 йыл йәшәне. Ирем Азамат та шәп кеше булған. Тиҫтә йылдар ҡәйнәһен ҡараны. Тормошта етди, ҡатыраҡ булһа ла, бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәне әсәйемә. Хәҙер ошо замандарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә – 22, Азаматҡа ете йыл тулды. Үҙебеҙҙең көс менән матур, етеш тормошта йәшәнек, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Әсәйем дә кейәүен шул тиклем хөрмәт итте», – тип уйҙарға бирелә героинябыҙ.
Ул йылдарҙа Баймаҡ районы хужалыҡтарында эшләгән бер төркөм етәкселәр үҙ-ара дуҫлашып, ғаиләләре менән ҡатышып йәшәй. Шул дәүерҙә Миңнур менән Азамат Ишбулатовтарҙы Рәсимә менән Әкрәм Ниғмәтуллиндар, Руфинә менән Ғиззәт Зөлҡәрнәевтар, Зилә менән Фирғәт Ғөбәйҙуллиндар һәм башҡа бик күптәр менән ғаилә байрамдары, һуңынан инде хеҙмәт сәме, фекерҙәр уртаҡлығы берләштерә. Дуҫлыҡ ептәре лә, шатлыҡ-ҡайғылар ҙа йылдар дауамында һынала. Тик ваҡыт бер кемде лә аямай, дуҫтар сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә бара... Ҡыҙғаныс, тормошта бер үк юл үткән, ирҙәренең тоғро ярҙамсылары, терәге булған был ҡатындарҙың күбеһе, тол ҡалып, донъя йөгөн яңғыҙҙары тарта. Әле лә бер-береһен ташламай, яҡын әхирәттәр булып көн итәләр. Башҡортостандың төрлө райондарында тыуып үҫкән һылыуҙарҙы заманында Баймаҡ ере берләштергән.
Төбәктең күренекле хирургы Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәевтың тормош юлдашы Руфинә ханым Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылында тыуып буй еткергән. Әсәһе Хәнә апай – колхоздың алдынғы һауынсыһы, атаһы Әғләм ағай алтын ҡуллы балта оҫтаһы була. 70-се йылдарҙа Баймаҡ еңел сәнәғәт училищеһына уҡырға килә һәм ошонда тороп ҡала. Районға хирург булып эшкә ҡайтҡан йәш белгес менән тормошон бәйләй. Руфинә ханымдың ире – медицина өлкәһендә киләсәккә өмөт уятҡан талантлы белгес, баш табип Ғиззәт Хәсән улы. Ғүмере фажиғәле өҙөлмәһә, кем белә, бөгөн уның урыны ҡайҙа булыр ине?.. Кешене вазифа, тормоштоң етешлеге һынай, әлбиттә. Кемдәрҙәлер ул тәкәбберлекте үҫтерә, кешене үҙгәртә, һауаландыра. Ә бына Руфинә ханымды ул һис үҙгәртмәй. Үҙенең өс балаһы өҫтөнә иренең иртә мәрхүм булған һеңлеһе Хәнифәнең ҡыҙын да ҡарауға ала. Ғиззәте киткәс, бер үҙе дүрт бала менән тороп ҡала. Ләкин ҡатын бирешмәй, уларҙы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Бөгөн Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөгән улы – табип-андролог, өс ҡыҙы ла республика дауаханаларында табип һөнәрен башҡара.
Бишбүләк ҡыҙы Зилә (Зәлиә) Ғәбдрәхимова-Ғөбәйҙуллина ла үҙ бәхетен Баймаҡ ерендә тапҡан. Зәңгәр күҙле Фирғәте менән Урал аръяғы төбәгенә күсеп килә. Унан алда контракт менән хәрби хеҙмәттә ҡалған ире янында гарнизонда йәшәй. Олоғайған әсәһе Мөхлисә апайҙы ла Баймаҡҡа алып ҡайталар. Апай ҙа ошо ерҙә һуңғы төйәген таба. Фирғәт Фәйзулла улы ҡәйнәһенә хәстәрлекле кейәү була. Ауыр тормош юлы үткән ағинәйҙе һис рәнйетмәй.
«Әсәйемдәр шул тиклем ауыр йәшәгән, хатта мин тыуғас, кеше саҡырып, исем ҡуштырырға ризыҡ тапмағандар. Әсәйгенәм сәселгән картуфты сығып ҡарап йөрөгән, йәнәһе лә сыҡмағанмы икән тип. Шунан картуф сыҡҡас, миңә Зәлиә тип исем биргәндәр. Бик иртә, 24 кенә йәшендә, өс бала менән тол ҡалған. Шунда донъяның бөтә ауырлығы беҙҙең өҫкә төштө. Бишбүләк яғында ғаилә башына гектарлап ер биреп, сөгөлдөр утаталар ине. Көндөҙ баҫыуҙа көс түгә әсәйем, кистәрен ҡул машинаһында кейем тегә. Эй, оҫта ине тегеү-бәйләүгә. Беҙҙе шулай тырышып эшләп үҫтерҙе», – ти Зәлиә апай, балалыҡ йылдарын хәтерләп.
Тормош иптәше Фирғәт Фәйзулла улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, уларға юғары белем бирәләр. Ҡыҙғанысҡа, Зилә апайға бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә. Өлкән ҡыҙҙары фажиғәле вафат булғас, унан ҡалған һигеҙ йәшлек ейәнсәрен ҡарап үҫтерә. Бөгөн уның үҙ ғаиләһе бар, ә Зилә апай – Ислам, Камил исемле бүләләренә хәстәрлекле ҡәртинәй. Көслө ҡатындар тормош һынауҙарына бирешмәй. Зилә ханымдың иң яратҡан шөғөлө –ихатаһындағы күҙҙең яуын алып торған сәскәләр. Гөлдәрҙе ул айырым наҙ менән тәрбиәләп ҡарай, шуларҙан йыуаныс ала.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.
Илфат Абдуллин фотоһы.