Ул йылдарҙа институттың дөйөм ятағы юҡ. Студент тормошо ҡалала йәшәр өсөн фатир эҙләүҙән башланды. Ярай Рәмзиә яҡташына тура килде, Нәҡиә менән Сажиҙә икеһе бер әбейгә бүлмәгә инде, мине Мария Ивановна исемле яңғыҙ әбей үҙенә йәшәргә алды. Өсөнсө курста, дөйөм торлаҡ төҙөлөп бөткәс, дүртебеҙ бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Хәтеремдә, шул саҡ шатлығыбыҙҙың сиге булманы.
Бүлмәлә шундуҡ тәртип урынлаштырҙыҡ: аш-һыуҙы сиратлап әҙерләйбеҙ. Дөйөм аш бешереү бүлмәһе – коридор осонда. Ҡыҙҙар әле һаман: «Земфира, һин, таҫтамалды иң башыңа һалып, «обед подан», тип килеп инер инең», – тиҙәр көлөп. Ашау-эсеү ҙә ябай ғына: бәрәңге, икмәк, сәй. 22 һум стипендияға йәшәнек, өйҙән әллә ни ярҙам юҡ. Сажиҙә менән мин – һуғыш балалары, атайҙарыбыҙ яу яланында һәләк булған, Рәмзиә менән Нәҡиәнең дә аталары иртә донъя ҡуйған. Өҫ-баш кейемебеҙ ҙә ябай: күлдәк алыштырып, күңел асып, бейеүҙәргә йөрөрлөк рәтебеҙ ҙә, дәртебеҙ ҙә булманы. Күберәген китап уҡыйбыҙ.
Ә уҡырға күп: тарих, философия, башҡорт, рус һәм сит ил әҙәбиәте... Барыһын аңлауы һәм үҙләштереүе еңелдән булмағандыр, ни тиһәң дә, ауыл балалары бит. Бер ваҡыт Рәмзиә менән антик әҙәбиәттән зачет бирергә әҙерләнәбеҙ. Көнө-төнө алмашлап, сиратлап уҡыйбыҙ, шунан һөйләп ҡарайбыҙ. Йоҡо килмәһен өсөн туҡтауһыҙ тоҙло балыҡ ашайбыҙ ҙа һыу эсәбеҙ, шешенеп бөттөк. Иртән зачет бирергә барһаҡ, профессорыбыҙ, ведомосын тотоп, аудиториянан сығып килә. Төркөм студенттарын бер юлы ултыртып, һорауҙар биреп, зачет алған да ҡайтырға йыйынған. Ғәфү үтенеп, инеп ултырҙыҡ. Ул беҙҙе оҙаҡ ыҙалатманы: күҙҙәр шешенгәнен күрептер инде, әҙ-мәҙ һорау бирҙе лә зачет ҡуйҙы. Әхирәтем менән аптырашып, хатта һөйөнөргә лә баҙнат итмәй ултыра инек, шунда Рәмзиә: «Ҡайһылай шәп булды», – тине ипле генә.
Юл ыңғайы гастрономға инеп, уңышлы зачет биреү хөрмәтенә перәник алып ашарға һөйләштек. Ике ҡағыҙ кулекка 150-шәр грамм перәник һалдырып алдыҡ та магазин эргәһендә ашап торабыҙ. Рәмзиә: «Арыш берәмниге тәмле, эйе бит», – тине, тынлыҡты боҙоп. Туйыр-туймаҫ йөрөгәндә ошо ябай ризыҡҡа ихлас һөйөнөүе әле һаман күңелдә ҡалған.
Бүлмәлә тәртип, бөхтәлек булдырыу, таҙалыҡ һаҡлау бурысы Сажиҙәгә йөкмәтелгән, ул шул йәһәттән ыҡсым, сымыры ҡыҙ булды. Интернатта уҡығанға күрә, дөйөм ятаҡ йолаларын һәйбәт белгән, тәртип-таҙалыҡ тәғлимәттәрен үҙләштергән. Өҫтәлдә артыҡ нәмә ятамы, иҙәнгә сүп төшкәнме, урын йыйылмағанмы – етешһеҙлек күрһә, «был кемдең эше?» тип кенә ебәрер ине. Бар яҡтан да тәртипле һәм тәрбиәле булды ул. Хәтеремдә, бер мәл бүлмәгә туҡылдатып ҡына курсташыбыҙ Сәфәр (хәҙер мәрхүм инде) килеп ингәйне. «Ниңә ҡыҙҙар бүлмәһенә майка менән инәһең?» – тип бороп сығармаһынмы!
Беҙ – һуғыш балалары, хөкүмәт тарафынан бер иғтибар юҡ, тип борсола торғайны Сажиҙә. Үҙе юллап «Һуғыш балалары» миҙалын алыуға иреште, миңә лә бирҙертте, рәхмәт уға.
Сажиҙә (беҙ уны Сашко тип йөрөтә торғайныҡ) уҡырға ла, эшкә лә тырыш һәм ныҡышмал булды. Институтты тамамлағас, Санкт-Петербургта дефектология һәм реабилитация институтында уҡып, дефектолог булып күп йылдар эшләне.
Нәҡиә буй-һынға ҙур түгел, ыҡсым, холҡо тыныс, үҙ эшен белеп, йышыраҡ шул мөйөштәге карауатында ултырыр ине. Күп уҡый. Әле бөгөн дә хәлен белер өсөн Мәскәүҙән шылтыратһам, китап уҡып ултыра икән (һөйөнөп киттем, ни тиһәң дә, 83 йәш бит!). Беҙ уны «аҡыл эйәһе» тип йөрөттөк. Кеше һүҙенә ҡыҫылмай, тыңлап ҡына ултырыр ҙа, ипле, урынлы ғына итеп, йомғаҡлау һүҙен әйтер ине. Ул әле лә шулай.
Ишеккә яҡыныраҡ карауатта Рәмзиә урынлашты. Уның торғанын да, йөрөгәнен дә ишетмәҫһең. Ипленең иплеһе, баҫалҡы, кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, уйламай һүҙ ысҡындырмаҫ итәғәтле Рәмзиәбеҙҙең дә һоҡланғыс яҡтары күп. Китапты карауатында салҡан ятып уҡыр булды. Ял-каникулдарҙа ауылынан күстәнәс тейәп килә лә, ихлас итеп сәй әҙерләп, барыбыҙҙы ла тәмле май, бал, ҡаймаҡ менән һыйлар ине.
Русса һөйләү телмәре беҙҙең самалы ул ваҡытта. Үҙ-ара рус телендә генә һөйләшергә һүҙ ҡуйыштыҡ бер мәл. Килешеүҙе боҙмаҫ өсөн, кем һүҙҙе дөрөҫ әйтмәй йәки башҡортса ҡуша, шул ҡумтаға бер һум аҡса һала, тип хәл иттек. Аҡса йыйылһа, туңдырма йә хәлүә алып ашайбыҙ, киноға барабыҙ. Һынау уңышлы ғына барҙы шулай.
Земфира Сәхипова,
педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
Мәскәү ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ.