-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
19 Апрель 2022, 12:05

Үгәйлек әсеһе

Күптән түгел көндәлек яңылыҡтар менән танышҡанда, бер хәбәр күҙгә салынды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 37 йәшлек ирҙең 2015 йылдан алып алты йәшлек үгәй ҡыҙын йоҙроҡлап туҡмауы хаҡында яҙылғайны. Үгәй атай уны сәсенән һөйрәп йөрөткән, насар һүҙҙәр әйтеп кәмһеткән.

Үгәйлек әсеһе
Үгәйлек әсеһе

Былар хаҡында полицияға ҡыҙыҡайҙың әсәһе хәбәр иткән. Хәҙерге ваҡытта улар был әҙәм менән бергә йәшәмәй. Енәйәт эше ҡарау өсөн урындағы судҡа ебәрелгән.
Бәләкәй балаға ни йөрәге етеп ҡул күтәрҙе икән был әҙәм аҡтығы? Нисә тапҡыр сабыйын туҡматып, йәнен, тәнен имгәткән әсәһен дә әйтер инем. Минең уйымса, әсә, ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, иң беренсе сиратта балаһы өсөн яуаплылыҡ тойорға, уны ҡурсаларға бурыслы. Юҡ, мин уны, нишләп кенә бала менән икенсегә тормошҡа сыҡты икән, тип ғәйепләргә йыйынмайым, был – һәр кемдең шәхси эше.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә йыл һайын ғаиләләрҙең күпләп тарҡалыуы йыш осраҡта эскелек арҡаһында килеп сыға. Шунан ҡала ирҙәрҙең эшләргә теләмәүе, айырым торлаҡ юҡлығы, ата-әсәләрҙең һәм туғандарҙың араға төшөүе лә сәбәп булып тора. Тулы булмаған ғаиләләр сафын төрлө сир йәки фажиғә арҡаһында иң ғәзиздәрен юғалтып, етем ҡалғандар ҙа тулыландыра. Мәҫәлән, минең үҙемә лә сабый сағымдан атайһыҙ үҫергә тура килде. Йәшләй генә юл һәләкәтендә ғүмере өҙөлгән уның. Әсәй беҙҙе, ике балаһын, ел-ямғыр тейҙермәй, яңғыҙы үҫтерҙе... Мәктәптә уҡып йөрөгәндә өлкән йәштәге ауылдаш апайҙың, ҡыҙым, берүк әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ инде, һеҙҙе үгәй күҙенә күрһәтмәне, тигәне хәтеремдә уйылып ҡалған. Ул ваҡытта бала аҡылым менән быға әллә ни әһәмиәт бирмәһәм дә, хәҙер йәшәй-йәшәй уның һүҙҙәрендә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк тә бар кеүек.
...Бынан байтаҡ йыл элек әсәйем менән бесәнлектән ҡайтып киләбеҙ. Урам уртаһына еткәс, бер йортта иҫерек ирҙең зыҡ ҡубып кемделер һүгеп әрләгәне ишетелде. Уға асы ҡатын-ҡыҙ тауышы, сеңләп илаған бала ла ҡушылды. Күрше райондан булған Гөлфиә еңгәне был ағайға димләп биргәйнеләр шикелле. Бер йәшлек ҡыҙы ла бар ине. Ҡаты күңелле, эсергә яратҡан, етмәһә, ике үҫмер улы булған әлеге кеше менән донъя көтөп алып китеү һис тә еңелдән булмағандыр. Теге ҡыҙыҡайҙың мәктәпкә төшкәндә хатта йүнләп теле лә асылып етмәгәйне, үҙе килеп тороп өркәк, һәр нәмәгә шикләнеп, хәүеф менән ҡараусан. Ярай әле, уҡытыусыһы кешелекле, изге күңелле булып сыҡты, уның менән айырым шөғөлләнде. Һөйләштерә торғас, яйлап теле асылды, тиҫтерҙәренә ылығып, уйнай, көлә башланы. Тик күҙҙәрендә ҡатып ҡалған теге хәүеф кенә юғалманы. Күпме кәмһетелеп, атай кеше эсеп ҡайтҡанда карауат аҫтынан сыҡмаған ҡыҙыҡайҙың шулай булыуына аптырайһы түгел. Бәхетенә күрә, артабанғы тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Һөнәр алып, башлы-күҙле булып, бер бала үҫтерә.
...Моңһоу ҡарашлы, зәңгәр күҙле, һипкелле Данил исемле малай менән бер синыфта уҡыныҡ. Уның да атаһы үгәй ине. Данилдан тыш, ғаиләлә тағы ла биш бала. Ата-әсәһе колхозда эшләһә лә, аҡса түләнмәй, юҡлыҡ, ашау яғы наҡыҫ, өйҙәр ҙә газ менән түгел, утын яғып йылытыла. Һуңынан ишетеүемсә, фамилияһын биреп, сабый сағынан үҫтерһә лә, атай кеше уны бик ҡаҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, синыфташымдың ғүмере иртә өҙөлдө, мәктәпте тамамлаған йәйҙә мотоциклдан осоп, аңына килә алмайынса китеп барҙы.
...Әлфиә апай дүрт йәшлек ҡыҙы менән, иренән айырылып, ауылға атай йортона ҡайтты. Ҡап-ҡара сәсле, томрап торған ҡара күҙле ҡыҙы тере ҡурсаҡ һымаҡ һылыу ине. Күп тә үтмәй, был апай үҙе кеүек ғаиләһенән айырылған синыфташы менән сәсен сәскә бәйләне. «Үҙеңде лә, ҡыҙыңды ла яратам. Үҙ балам кеүек ҡарармын», – тигән теге ағай. Арыу ғына йәшәп киттеләр, бер-бер артлы уртаҡ балалар тыуҙы. Әллә ни йылылыҡ күрһәтмәһә лә, үгәй ҡыҙын улай ҡаҡҡылап һуҡҡыламаны шикелле. Тик бер ваҡыт, Әлфиә апайҙың әсәйемә һөйләгән хәбәрен ишетеп, шаҡ ҡаттым. Хәл былай булған. Таң менән иртәнге һауынға эшкә киткәндә балалар йоҡлап ҡала бит инде. Бер көн атай кеше матур ғына булып үҫеп килгән үгәй ҡыҙы янына барған да ятҡан һәм... ебәрмәй маташҡан. «Ҡайтып инһәм, балам илап шешенеп бөткән, теге һантыйҙың тетмәһен теттем генә, ярай әле, ҡайтып өлгөрҙөм», – тине апай.
Ысынлап та, үгәй бала бер кемгә лә татлы емеш түгел. Тик үҙең риза булып, балалы ҡатынға өйләнгәнһең икән, тимәк, хәҙер ул – һинең дә балаң. Тормоштан алынған был миҫалдар менән мин һис кенә лә айырылған йәки тол ҡалғандарға, икенсегә ғаилә ҡорорға кәрәкмәй, тигәнде әйтергә теләмәйем. Ете-ят баланы бишектән тәрбиәләп, белем биреп үҫтергәндәр ҙә күп тормошта. Тик ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, иң тәүҙә кеше булып ҡалайыҡ, яуаплылыҡ тойғоһон юғалтмайыҡ, тигәнде журнал уҡыусыларға еткергем килде.

Нурия ӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас: