-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
4 Ғинуар 2022, 12:25

«Мин һине бер ҡасан ташламам»

Сәстәр үрә торорлоҡ был ваҡиғалар уйлап сығарылмаған. Ысынбарлыҡтың күҙгә күренмәгән яғы – параллель донъя кеүек улар. Ләкин тормошта яҡшылыҡ һәм яманлыҡ булған һымаҡ, был хәлдәр ҙә йәшәйештән алынған. Республика «Ғаилә» ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре бәйән иткән тарихтар тетрәндереп, тәндәрҙе зымбырлатып ҡына ҡалмайынса, битарафлыҡ пәрҙәһен йолҡоп, эргә-тирәләге әсе яҙмышлы ғаиләләргә иғтибарлыраҡ булырға саҡырыр, бәлки, кемделер афәттән ҡотҡарырға булышлыҡ итер. Күп ҡабатлауҙан инде тапалған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөр: «Бөтәһе лә ғаиләлә һалына – бәхет тә, бәхетһеҙлек тә».

«Мин һине  бер ҡасан ташламам»
«Мин һине бер ҡасан ташламам»

Былтыр көҙ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар мәктәпкә оҙаҡ йөрөмәгән уҡыусыларҙы тикшергәндә ун ике йәшлек Лилиәгә айырым иғтибар итә. Бер сәбәпһеҙ айҙар буйы дәрес ҡалдырған ҡыҙҙы улар «Ғаилә» ресурс үҙәгенә алып китергә мәжбүр була. Әсәһенең дә, үгәй атаһының да үҫмерлек осорона инеп барған ҡыҙҙың яҙмышына тулыһынса битараф икәнен күрә улар. Лилиәнең бәхетһеҙлеге биш йыл элек, атаһы менән әсәһе айырылышҡас, башлана. Ҡыҙ әсәһе янында ҡала, апаһы һәм һеңлеһен атаһы үҙенә ала. Әсәһе шул уҡ йылда кейәүгә сыға. Тәжрибәле педагогтарҙы, моғайын, ҡыҙҙың һәлкәүлеге, сырайына өлкәндәрсә төҫ инеүе һағайтҡандыр. Үҙәккә килгән һәр баланы тикшергән кеүек, Лилиәнән дә төрлө сирҙәр булыу-булмауға анализ алһалар, енси юл менән күсеүсе ауырыуҙар гөлләмәһе асыҡлана. Баҡһаң, биш йыл дауамында уны үгәй атаһы енси аҙғынлығын ҡәнәғәтләндереү өсөн файҙаланған. Ҡатынының төнгө сменаға китеүен көтөп тороп, бәдбәхет ир кистәрен баланы көсләгән. «Әсәйеңә әйтһәң, уны ла, һине лә үлтерәм!» – тип янаған һәр ваҡыт. Үҙе түгел, әсәһе өсөн ҡурҡып, ҡыҙ йылдар буйына күргән төнгө мәхшәрҙәре хаҡында бер кемгә лә ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән. Үҙәк етәкселеге мөрәжәғәте буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлай, енәйәт эше аса, үгәй ата – иркенән, әсә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ҡыҙ, тире-венерология диспансерында дауаланғандан һуң, атаһына тәрбиәгә бирелә. Әлбиттә, төплө аҡыллы, сабыр атаһы янында, көләкәс апаһы менән һеңлеһе ҡосағында һис төҙәлмәҫтәй тойолған күңел йәрәхәттәре яйлап-яйлап уңалыр. Әммә унда ҡалған тупаҫ йөйҙәр йылдар үткәс тә, бала сағындағы ҡот осҡос фажиғә хаҡында иҫенә төшөрөп, сыуаҡ көндәрен дә болотло итмәҫ, тип кем әйтә ала? Уның менән оҙаҡ эшләгән психолог шулай тип хәүефләнә.
Үҙәккә ике көн элек килтерелгән биш йәшлек Милананың пласти­линдан борсаҡ әүәләп ултырыуына иң элек тәрбиәсе иғтибар итә. Тик борсаҡтарҙың пластилиндан түгел, ... нәжестән тороуын белгәс, тәрбиәсе йығылып китә яҙа. Башын тотоп, етәксегә, табипҡа, психологҡа йүгерә. Оҙаҡ йылдар ауыр тормошло ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар менән эшләп, күпте күргән белгестәр һүҙһеҙ ҡала. Ҡыҙсыҡ барыһын да йәшермәйенсә һөйләп бирә: «Әсәйемә ҡунаҡҡа килгән ағайҙар күҙемде бәйләне лә таяҡ менән ауырттырҙы. Ҡысҡырып иланым, берәү ҙә ишетмәне...» Өлкәндәрҙең аңы әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәрҙе ҡабул итеүҙән баш тарта. «Баланың ҡурҡыныс төшөлөр, һаташыу ҡатыш фантазияһылыр», – тиһәләр ҙә, шунда уҡ прокуратураға, тикшереү органдарына ғариза яҙалар. Суд-медицина экспертизаһында ҡыҙҙың һаулығына ныҡ зыян килеүе, тура эсәге зарарланыуҙан оло ярауын тота алмауы асыҡлана. Ярты йыл дауамында табиптан табипҡа йөрөтөп дауалау һөҙөмтәһен бирә, бала һауыға. Тик сабыйҙың имгәнгән йәнен бөтәйтерлек ниндәй дауалар бар?
15 йәшлек Ирина үҙәккә өс айлыҡ ауыры менән килә. Ҡыҙ өләсәһе менән ғүмер итә. Тик күптән уны тыңлауҙан үткән. Бер йыл элек ике тапҡыр йөклөлөктөң тәүге айҙарында балаһын төшөрткән, был гоманынан да яһалма юл менән ҡотолорға теләй. Үҙәк белгестәре «үтә йәш булһа ла, осрашып йөрөгән кешеһенә кейәүгә сыҡһа, аҡыл инеп, әҙәмсә йәшәп китер» тигән өмөт менән: «Егетең – балаңдың атаһы нимә уйлай?» – тип һорай. «Уның атаһының кем икәнен белмәйем», – ти ҡыҙ. «Алты ай элек, ҡарыныңда сабый яралғанда, кем менән осраша инең һуң?» – тигәнгә: «Бер юлы бер нисә егет менән», – була яуабы.
Республика перинаталь үҙәгендә сабыйының ғүмере яһалма рәүештә өҙөлгәндән һуң Ирина балалар йортона оҙатыла. Аптырарлыҡ күп хәлдәргә шаһит үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың тотошон бер ниндәй үлсәмдәргә лә һала алмай. Шаңҡыуҙан улар байтаҡ һуштарына килә алмай йөрөй.
«Ғөмүмән, үҙәктә ваҡытлыса төйәк тапҡан балаларҙың барыһының тиерлек нервы системаһында, психологик үҫешендә, тормош һәм ҡиммәттәр хаҡында күҙаллауҙарында ҙур тайпылыштар күҙәтелә. Ғаиләләге сәләмәт булмаған мөхит, әсәләренең улар тыумаҫ борон тәртипһеҙ тормош алып барыуы, араҡы эсеүе, тәмәке тартыуы – бөтәһе лә бындағы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың тән һаулығында ғына түгел, психик сәләмәтлегендә, зиһен, телмәр, күңел үҫешендә сағыла, – тип һөйләй үҙәктең табип-педиатры Венера Флүр ҡыҙы Шәйбәкова. – Мәҫәлән, йүнләп һөйләшә алмаған биш йәшлек сабыйҙар ҙа етерлек. Ете йәшлек ике малайға ата-әсәһе хатта тыуыу тураһында таныҡлыҡ алмаған, уларҙың прививкалары ла юҡ».
«Аслы-туҡлы тормоштан йонсоп, өркәк йәнлек кеүек килеп ингән балаларҙың ҡайһы береһе тамаҡтары туйып, матур мөнәсәбәттән йылыныу менән ҡасып китеү яғын ҡарай. Таҙа бүлмәләрҙә йәшәп, аҡ йәймәләрҙә йоҡлауға, бергәләшеп циркка, киноға, театрға барыуға ҡарағанда уларға урам, элекке тормоштары яҡыныраҡ. Ғаилә, мөхәббәт, хеҙмәт кеүек төшөнсәләр һалынмаған был балаларҙы ғәйепләргә тел әйләнәме? Юҡ, әлбиттә. Иртә енси тормош башлап, тәмәке тартып, эсеп, наркотиктар тәмләп, әсәләренең яҙмышын ҡабатлаусы үҫмер ҡыҙҙар ҙа бар», – тип уның һүҙен дауам итә үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Тик уларҙы бүреккә һалһаң да, урманға ҡараусы бүре балалары итеп күрмәйҙәр, бәхетһеҙ йондоҙ аҫтында тыуған йәндәр тип ҡабул итәләр. Бында булған ярты йыл эсендә күңелдәренә мөмкин тиклем яҡтылыҡ, өмөт нуры һалып, һауыҡтыра алғанса дауалап, ҡатҡылланған йәндәрен имшетеп өлгөрөргә тырышалар, ата-әсәләре менән ҙур эш алып баралар.
«Көн үтһә, шул еткән, тип йәшәһәң дә, ғүмер уҙа. Ә ул ғүмерҙе бик матур итеп ҡорорға ла мөмкин: яҡшы һөнәрле булып, эшеңдә абруй яулап, яратҡан кешең менән татыу ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтереп, һәйбәт фатирҙа көн итеп, машинала елдереп, кешеләргә изгелек ҡылып йәшәй алаһығыҙ. Ниндәй юл һайлайһығыҙ – һеҙҙән тора», – тип ҡат-ҡат әйтә үҙәк етәксеһе Илүсә Фидаил ҡыҙы Иҙрисова тәрбиәләнеүселәренә. «Яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, аҡ һәм ҡара төҫтәр барлығын аңлатыу – бурысыбыҙ. Һүҙебеҙҙең яртыһы һеңһә лә, изге орлоҡ булып ятып, берәй ҡасан шытым бирәсәгенә ышанам», – ти ул.
Педагогтар, табиптар күп йөрәк ҡөҙрәте түгеүҙән ҡайһы саҡта үҙҙәрен һурылып ҡалғандай тоя. Ләкин сабый өсөн бер кем дә түгел, әсәй кәрәк. Ул, һалмыш булһа ла, – донъялағы иң матур, ҡәҙерле кеше, ул бешергән аш, боламыҡтай булһа ла, – иң татлыһы. Яңы йыл алдынан тәне зәп-зәңгәр итеп туҡмалған хәлдә килтерелгән Тимур ҙа, тәҙрә тупһаһына ултырып, юлдан күҙен алмайынса, әсәһен көтә. Ул ял көндәренә килеп алырға тейеш. Ябыҡ себештәй сабыйға ҡатын йоратының нисек ҡулы күтәрелгәндер. «Ашауҙан башҡаны белмәй. Һыуытҡыс янынан китмәй. Шуға эләкте», – тип аңлата әсә башҡа һыймаҫ ҡыланышын. Ай ярымда тәнендәге күктәр бөткән, ит ҡунған, теремекләнеп киткән дүрт йәшлек Тимур бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең яратҡан улына әйләнгән. Әсәһе күренеү менән, һикереп төшөп, ҡаршыһына йүгерә. Артынан ҡарап ҡалған иптәштәренә уның эскәнлеген һиҙҙермәҫкә тырыша, сөнки ояла, ҡулынан тотоп, нығыраҡ һыйынып атлай – ҡыйыш баҫҡан әсәһенә терәк булмаҡсы.
Шуны өҙөлөп күҙәткән Илүсә Фидаил ҡыҙы дүшәмбе көн балаларға былай ти: «Ҡайһы берҙә өлкәндәр балаларынан көсһөҙөрәк. Тик атай-әсәйегеҙ ниндәй булһа ла, улар өсөн бер кемдән дә оялмағыҙ. Киләсәктә уларға ярҙам итерлек көслө, мәрхәмәтле улдар, ҡыҙҙар булып үҫергә тырышығыҙ!» Балаларҙың йөҙө асылып киткәнен күреп, үҙе лә балҡып йөрөй. Айырым әңгәмәләрҙә лә, күмәк һөйләшкәндә лә йыш ҡына: «Ата-әсәне һайлап алмайҙар. Тик һеҙ, ғаиләле булғас, балаларығыҙҙы сит ҡулдарға ташламағыҙ, үҙегеҙ үҫтерегеҙ», – тип ҡабатлай, әйткән әйтмәгән ише түгел, тип уйлай. «Яңыраҡ биш йәшлек Машаның, ҡурсаҡтарын карауатҡа теҙеп ул­тыртып: «Мин һеҙҙе бер ҡасан таш­ламам. Бер кемгә лә бирмәм», – тип һөйләй-һөйләй яратыуын күреп, йәшемде тыя алманым», – ти ул.
Директор бүлмәһендәге шкафта бәләкәй генә картон битенә ябай ҡәләм менән төшөрөлгән ҡатын-ҡыҙ һүрәте тора. «Мин һеҙҙе төшөрҙөм!» – тип бүләк иткән уны Лилиә хушлашҡанда. Һүрәт аҫтына үҫмер ҡулы менән: «Барыһы өсөн дә рәхмәт!» – тигән ихлас һүҙҙәр яҙылған.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: