-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
7 Май 2020, 11:42

Ике осрашыу

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы...Ҡот осмалы ауырлыҡтар менән яуланған Еңеү... Совет кешеләре фашизмға ҡаршы көрәштә ниндәй оло ҡорбанға барыуын бөгөн күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең халыҡ тик яу ҡырҙарында ғына 12 миллион кешеһен юғалтҡан. Ә ауыр хеҙмәттән, аслыҡтан һәләк булған, Сталиндың ГУЛАГ-ында баш һалған сәйәси әсирҙәрсе?! Ҡайһы бер рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, илебеҙ Еңеү хаҡына 40 миллиондан ашыу кешеһен ҡорбан иткән. Һуғышҡа бер ниндәй әҙерлекһеҙ тиерлек барып ингән СССР яҡшы ҡоралланған, Европа дәүләттәрен теҙ сүктергән көслө Германияны еңеп сыға, һәм был бары тик халҡыбыҙҙың фиҙакәрлеге, яугирҙәребеҙ ҡаһарманлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең алһыҙ-ялһыҙ еңеү хаҡына эшләүҙәре һөҙөмтәһендә генә мөмкин була.

Бөгөн һуғыш яланында дошман менән туранан-тура бәрелешкән ветерандарыбыҙ бик аҙ ҡалды. Күп ауыл һәм ҡалаларҙа улар бөтөнләй юҡ, тылда еңеүҙе яҡынайтҡан апай-инәйҙәр ҙә кәмегәндән-кәмей. Килер бер көн, Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында тик тарихи мәғлүмәттәрҙән генә белерҙәр, киләһе быуын кешеләре өсөн ул дәһшәтле йылдар һәм халҡыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы легенда һымаҡ булып ҡалыр. Бөйөк Еңеүҙең 80, 90, 100 йыллыҡтарын байрам иткәндә, унан ары ла киләсәк быуын совет халҡының оло фиҙакәрлеге алдында баш эйергә онотмаһа, фашизмдың, нацизмдың ниндәй һәләкәткә этәреүен һәр саҡ хәтерендә тотһа ине.
Быйылғы датаға бәйле ике осрашыуҙы иҫкә алғым килә минең. Осрашыуҙың тәүгеһенә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтһә, икенсеһе бынан ун биш йыл элек булды.
Республиканың «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә эшләп йөрөгән мәлем. Көҙ етһә, журналистар райондар буйлап йөрөп, үҙҙәре үк гәзиткә, журналға подписка эшләргә сығып китә ине. Мине Миәкә районына ебәрҙеләр. Ауылдарҙа балалар менән осрашыуҙар үткәреп, Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбенә килеп еттем. Бик һуңға ҡалыу сәбәпле, мине фатирға урынлаштырҙылар. Уҡытыусылар Миңниса апай һәм Сөләймән ағай Ғүмәровтар ине улар. Икеһе лә күптән түгел генә хаҡлы ялға сыҡҡан. Йыйнаҡ, матур донъялары, иҫ киткес ҡунаҡсыллыҡтары әле лә хәтеремдә, ләкин һөйләргә теләгәнем ул хаҡта түгел.
Етеш, күркәм тормоштарына улар яҙмыш һынауҙары, иңдәренә төшкән күтәргеһеҙ ауырлыҡтар аша килә.
Миңниса апай менән Сөләймән ағай бер мәктәптә уҡыта. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, ағай үҙе теләп фронтҡа китә. Ул ваҡытта инде Сөләймән Ғүмәров өйләнгән, бер нисә бала атаһы була. Ә апайҙың йәшереп ғашиҡ булыуын хатта үҙе лә танырға теләмәй йөрөгән сағы. «Ағайыңды оҙатҡандарында ситтән генә ҡарап, илап тороп ҡалдым, – тип һөйләгәне иҫемдә. – Уға бер ниндәй ҙә хаҡым булмағанын аңлай инем, тик йөрәккә бойороп буламы ни?! Иплелеге, аҡылы, тәрбиәлелеге менән күңелемде арбап өлгөргәйне шул».
Һуғыштың тәүге осоро – 1942 йылдың ноябрь аҙаҡтарына тиклем – совет халҡы өсөн иң ауыры була. Йүнләп ҡоралланмаған ғәскәрҙәребеҙ, яугирҙәрен күпләп юғалтып, артҡа сигенергә мәжбүр булған саҡ был. Яуҙарҙың береһендә Сөләймән ағай ҡаты яралана. Иҫен юғалтҡан офицерҙы, үлгәндер тип, ташлап китәләр. Шулай итеп, ул әсирлеккә төшә. Дошмандың концлагерында ике йылға яҡын әйтеп аңлатҡыһыҙ ғазаптар кисерә. Әсирлектән Америка ғәскәре азат итә. «Беҙҙе америкалылар үҙҙәренә саҡырҙы, ләкин мин быны күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Минең бит үҙ Ватаным, ә унда ғаиләм бар. Мең бәләләр менән тыуған илгә әйләнеп ҡайттым... һәм совет концлагерына эләктем. Әсирлеккә төшмәҫ өсөн беҙ һуңғы пуляны үҙебеҙгә ҡалдыра инек. Ниңә атылманың, тигән һорау менән үҙәгемә үттеләр. Мине әсир итеп алғандарында иҫһеҙ булыуымды иҫәпкә алманылар. Ышанмағандарҙыр, тием. Һәр бер кешелә халыҡ дошманын эҙләгән ҡатмарлы заман ине бит», – тип әсенеп һөйләгәйне Сөләймән ағай мәрхүм.
Уның билдәле башҡорт әҙибе Ғәриф Ғүмәрҙең яҡын ғына туғаны булыуын да әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫ. Хәтерем яңылышмаһа, яҙыусы менән улар ике туған ине, буғай.
Ике ил әсире ГУЛАГ лагерында ыҙа сиккән арала ҡатыны: «Һатлыҡ йән менән йәшәмәйем», – тип икенсе кешегә кейәүгә сығып китә. Миңниса апай иһә, хәрби комиссариат аша Сөләймән ағайҙың ҡайҙалығын асыҡлап, оҙон юлға сыға. Һыуыҡ Себер яҡтарында йылҡы көтөп йөрөгән еренән эҙләп таба һөйгәнен. Һәм ун йыл буйы улар һөргөндөң бөтә ғазаптарын бергә кисерә.
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, икеһе лә элекке һөнәрҙәре буйынса мәктәптә эшләүҙәрен дауам итә. Татыу ғаилә ишәйә, ағайҙың тәүге ҡатынынан тыуған балалар ҙа быларға килеп һыйына.
Тотош бер романға торошло яҙмышлы кешеләр осрап торған юлымда, ә мин һәр саҡ ашығып йәшәүем менән бик күп нәмәне юғалтҡанмын. Ниңә шунда эргәләрендә бер нисә көнгә ҡалып, ентекләберәк һорашып, яҙып алмаҫҡа, тип үкенәм.
Икенсе осрашыу бер төркөм журналистар менән башҡорт халҡының үлемһеҙ батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге – Палдискиға тәүге барғанымда булды. Автобуста бик күп өлкәләрҙе, республикаларҙы үттек. Тверь ҡалаһындағы башҡорт йәмғиәте ағзалары менән осрашыу йөрәктә онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Матбуғат-конференциянан һуң эргәмә оҙон кәүҙәле мыҡты бер ағай килде. Рус кешеһе тип торам. «Һеҙ башҡортмо?» – тип һораны. Һөйләшеүе лә русса. «Эйе», – тием. «Мин дә башҡорт, – ти ағай – Владелин Дәүләт улы булам».
Шулай танышып, һөйләшеп киттек. Атаһы Дәүләт Насиров Башҡортостандан булып сыҡты. Районын да, туғандарын да белмәй ине Владелин ағай. Атаһы хәрби юлды һайлай, академия тамамлай. Рус ҡыҙына өйләнә.
– Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйем бәләкәй ике бала, мин һәм апайым, менән тороп ҡалған. Атайым, подполковник Насиров, күп батырлыҡтар күрһәтеп, һәләк булған, – тип аңлатты яңы танышым.
Владелин Дәүләт улы үҙе менән атаһының ҡаһарманлығы хаҡында һөйләүсе хәрби гәзиттәр ҙә тотоп килгәйне.
– Ҡурай тауышы ишетһәм, илайым, тыныс тыңлай алмайым, – тигәне тетрәтте мине. – Туғандарымды тапҡым килә, улар көньяҡ райондарҙың береһендә йәшәргә тейеш. Ә башҡорт тамыры беҙҙә өҙөлмәгән: улым башҡорт ҡыҙына өйләнде, апайымдың ҡыҙы башҡорт егетенә тормошҡа сыҡты.
Беҙ хат, телефон аша аралашып торҙоҡ. Тверь политехник университетында проректор булып эшләне Владелин Дәүләт улы. Ә атаһы, яу ҡырында башын һалған Дәүләт Насиров, Хәйбулла районынан булып сыҡты. Осраша алдымы Владелин ағай туғандары менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәйләнеш өҙөлдө.
Бөйөк Ватан һуғышының ел-дауылы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын. Әле мин бәйән иткән яҙмыштар шуларҙың икәүһе генә...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Читайте нас: