Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
13 Август 2019, 17:20

Ҡурсаҡ ғаиләнән башланған тарих...

Бала саҡта өләсәйем беҙгә ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ваҡиғалар, үҙенең кисергәндәре, ауыл тарихы тураһында йыш һөйләй торғайны. Һөйләгәндәренән, айырыуса әхирәте Рәҡиә апай хаҡындағы ҡыҙыҡ та, аптыратҡыс та бәйәне күңелемә уйылып ҡалған. Сәйер, нисек инде буй еткән ҡыҙ менән егет, хат аша яҙышып, ҡурсаҡ уйынындағы кеүек, юрамал ғаилә ҡорған?.. Олоғая бара Рәҡиә менән Николай ҡорған хат уйынының бөтә тәрәнлеген һәм фажиғәһен аңланым. Йәшлектәре һуғыш осорона тура килгән ҡыҙ менән егет миндә йылы тойғо, тәрән ихтирам уятты, шундай ауыр заманда ла ниндәй һоҡландырғыс кешеләрҙең йәшәүе ғәжәпкә һалды.

1941 йыл... Тыуған илебеҙгә дошман баҫып ингәс, бөтә халыҡ оло ҡайғыға ҡалып, ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙата. Күп тә үтмәй, һуғыш яланынан берәм-берәм ҡара ҡағыҙҙар килә башлай. Ауылда ир-егеттәр юҡ. Бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-бабайҙар, балалар иңендә. Һыйыр егеп ер һөрөргә лә тура килә уларға. Оҙон көн буйы эштәләр, ә төндәрен фронтҡа ебәрергә йөн бейәләй, ойоҡбаш бәйләйҙәр, ҡәҙерлеләренә хаттар яҙалар. Ҡайғы-хәсрәттәре лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла уртаҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының. Кәрәсин лампаһы тирәләй ултырып алалар ҙа, ҡул эштәренә әүрәп, таҡмаҡтар, бәйеттәр әйтешәләр, хатта хан заманындағы, күптән инде онотолоп бөткән әкиәттәрҙе иҫтәренә төшөрәләр. Бына гармунсы көй һыҙҙыра, уға ҡушылып йыр ағыла, түңәрәккә төшөп бейеп тә китәләр. Шулай үҙ кәйефтәрен үҙҙәре күтәргән булалар...
Шундай кистәрҙең береһе. Оло апайҙар бәйләм менән ултырһа, ҡыҙҙар ҡулъяулыҡтар, тәмәке янсыҡтары сигә.
– Әйҙәгеҙ, һәр әйбергә үҙебеҙҙең исем-шәрифте, адресты яҙып һалайыҡ. Ойоҡ-бейәләйҙәр, янсыҡ-ҡулъяулыҡтар, бәлки, беҙҙең туғандарға йә уларҙың яуҙаштарына насип булыр. Минең ике ағайым фронтта бит, – тип өндәшә Рәҡиә әхирәттәренә.
Ул үҙе сиккән тәмәке янсығының эсенә адресын яҙып һала. Фронтҡа ебәрергә, ҙур ғына тоҡсай-посылка әҙер була. Посылка китеп, күпмелер ваҡыт үткәс, ауылға яугирҙәрҙән рәхмәт хаттары килеп төшә. Рәҡиә, үҙенең адресын яҙғас, уға төбәп яҙылған шәхси хат та була араларында. Ҡыҙ бик ҡыуана. Сәләмде Николай исемле егет ебәргән икән.

Роза Зиннәтшина.

Өфө ҡалаһы.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: