-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш төйөндәре
9 Июль 2019, 17:20

«Мин улымды ҡотҡарҙым...»

Бөтәһе лә ғаиләнән башлана, тибеҙ. Тик күп осраҡта балабыҙ бәхетһеҙ хәлгә тарыһа, мәктәпте, уҡытыусыларҙы йәки дуҫтарын ғәйепләйбеҙ... Бөгөнгө әңгәмәсем Нурия ханым – ике бала әсәһе, өс ейәндең өләсәһе. Бынан ике тиҫтә йыл элек ғаилә тормошо ҡырҡа үҙгәрә: ата-әсә улының упҡынға осҡанын белеп ҡала.

– Нурия ханым, ни өсөн наркомандар араһында күбеһенсә йәш егеттәр?
– Ғаиләбеҙ был бәлә менән осрашҡас, ошо хаҡта күп уҡырға, уйланырға, белгестәр менән һөйләшергә тура килде. Ағыуҙы таратыусы мафия сит илдәрҙә был эште күптән юлға һалған, беҙгә ул 80-се йылдарҙа, үҙгәртеп ҡороу мәлендә, үтеп инә. Ысынлап та, иң тәүҙә наркомафия ҡалала буш йөрөгән, психологик яҡтан нығынмаған үҫмер һәм йәштәргә баҫым яһай. Улар иптәштәре эргәһендә көсһөҙ күренмәйем тип йәки мин-минлеген дәлилләү өсөн наркотикты тәмләп ҡарай. Йәштәр эштең нимә менән тамамланыуы хаҡында уйлап та бирмәй. Егеттәр аша был ағыу ҡыҙҙар араһына ла инә. Эш, донъя мәшәҡәттәре менән йәшәгән атай-әсәй күп ваҡытта балаһының үҙгәреүен һуң ғына шәйләп ҡала.
– Ғаилә был бәләгә тарымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Иң мөһиме – балаларыбыҙ атай-әсәй иғтибарында булһын. Мәктәптән һуң түңәрәктәр, башҡа төрлө мәшғүлен ойоштороу мөһим. Беҙҙең балалар үҫкәндә йорт эргәһендә балалар майҙан­сыҡтары емерек, өҫтәмә белем биреү ойошмаларының көрсөккә терәлгән ваҡыты ине (унда эшләүселәр айҙар буйы эш хаҡы алманы һ.б.). Шуға ла һуңғараҡ зыяраттар наркомания ҡорбандарынан торған ҡәберҙәр менән тулды. Беҙҙең генә йорттан улымдың күпме иптәштәре ҡорбан булды...
Улымдың уйламай эшләүе минең тормошомдо ла ҡырҡа үҙгәртте. Бәләнең ниндәй кимәлдә булыуын аңлағас, беҙҙең кеүек ғаиләләр менән таныштым, улар менән аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла осрашып, күңелгә ятҡан эштәр башҡарҙыҡ. Тап ошо кешеләр беҙҙең таянысыбыҙ ине. Шулай уҡ наркологтар, психологтар менән аралашырға тура килде.
Нимә эшләргә белмәгән, илап ултырған саҡтарым күп булды... Наркоман, эскеселәрҙең яҡындары уларҙың үҙҙәренән дә бигерәк ярҙамға мохтаж. Ундай туғандар менән үҙеңде дөрөҫ тотоу мөһим. 2001 йылда улым героинға «ултырҙы». Ошо хаҡта белеп, саҡ йөрөгән ваҡытым. Бер мәл, сәй эсеп ултырғанда, радионан наркоман ғаиләләре менән эшләүсе ойошма тураһында ишетеп ҡалдым. Улар менән бәйләнешкә инеп, сараларында ҡатнаша башланыҡ. Әле уйланам да, ошо аҙымды эшләмәһәм, бәлки, хәлебеҙ күпкә хөртөрәк булыр ине, тием.
– Элекке наркомандар буламы, һеҙҙеңсә?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡтыр… Сөнки ул ағыуҙы ҡулланыу организм, психика өсөн эҙемтәһеҙ үтмәй. Һәм наркомандың яҡындары ошоларҙы иҫәпкә алып, минут, сәғәт һайын уға ярҙам ҡулын һуҙып йәшәргә әҙер булырға тейеш. Был бик ҙур һынау. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, ошо мәлдә туҡтап, эске донъяң менән һөйләшергә, үҙ-үҙең менән аһәңдә булып, әлеге тормошоңдан ләззәт табып йәшәргә тырышырға кәрәк. Миңә ҡалһа, ауыр ваҡытта китаптар уҡыным, тренингтарға йөрөнөм, минең кеүек әсәйҙәр менән аралаштым, тәбиғәткә ынтылдым... Иң мөһиме – дүрт диуарға ҡарап ултырырға ярамай.
Шундай һығымтаға килдем: улым һәм беҙҙең ғаилә ошо юлды үтергә тейеш булған.
– Улығыҙға ярҙам итеү теләге һеҙгә тағы ниндәй үҙгәрештәр килтерҙе?
– Беҙҙең быуын ата-әсәләр баланы йыш ҡына үҙ милке кеүек ҡабул итә. Әммә бала үҙ аллы шәхес бит. Әсә мөхәббәте тышауы күпме бала ғүмерен боҙған! Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ иң тәүҙә теләктәре һәм хыялдары менән идара итеп, тирә-йүндәгеләр менән үҙен ғәйепһеҙ тойоп аралашып өйрәнергә тейеш. Ғәйеп тойғоһо күп кешегә хас. Ауыр мәлдәрҙе кисергәндә миңә лә ошоларҙы үткәрергә тура килде... Был ваҡытта үҙеңде һәм кешеләрҙе яратыу, һаҡлау хаҡында күп уйландым, китаптар уҡыным. Ысынлап та, йәмғиәттә бер туҡтауһыҙ уҡырға, эшләргә ынтылабыҙ, ә яратырға бер ерҙә лә өйрәтмәйҙәр.
– Тренингтарға йөрөүгә иптәшегеҙ ҡаршы түгелме?
– Юҡ. Ул ғаиләгә бының файҙаһын аңлай ине. Уның һүҙһеҙ ярҙамы миңә нығыраҡ терәк булғандыр. Ниндәй генә саранан ҡайтһам да, ниндәй генә аҡыллы, файҙалы китап уҡыһам да, бер ҡасан да иптәшемә, ошоно уҡы, шунда бар, тип әйтмәнем. Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай, тиҙәр бит. Бөгөнгө көндә, шөкөр, күп нәмәгә бер ҡараштабыҙ, ошоноһо – иң мөһиме.
Атайым – Благовещен районынан. Күп туғандарыбыҙ аҡһаҡал, ағинәй ҡорона етә. Нәҫелебеҙҙә мөғәллимдәр, дин әһелдәре булған. Һуңғы йылдарҙа туғандар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, тамырҙарыбыҙҙы барлайбыҙ. Был да миңә һәм яҡындарыма көс бирә, тормошобоҙға йәм өҫтәй. Минең өсөн бөгөн бөтә нәмәне аңлап эшләүем, кешеләрҙе һәм үҙемде ғәйепләмәй йәшәүем ҡәҙерле.
– Бөгөнгө көндә улығыҙҙың хәле нисек?
– Уға әле 40 йәш, үҙ ғаиләһе менән ҡала ситендә йәшәй, ҡатыны – инвалид, 4 йәшлек ул тәрбиәләйҙәр. Үҙ ҡулдары менән йорт эштәрен башҡарыуҙа йәм табып йәшәй, ҡатынын, улын ҡарай. Ҡайһы бер физик кәмселеге арҡаһында эшкә урынлаша алмай (наркотик эҙемтәһе арҡаһында тотлоғоп һөйләшә). Әлеге ваҡытта уларға ярҙам итеп йәшәйбеҙ.
– Нурия ханым, көнөгөҙ нисек үтә? Һеҙ үҙ йәшегеҙгә ҡарағанда йәшерәк күренәһегеҙ. Бының өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
– Мин алтынсы яртыла уянам. Уйымда буласаҡ көнөмдө «төҙөйөм». Ятҡан килеш, аҙаҡ баҫып күнекмәләр эшләйем. Эшкә киткәнсе иптәшемә иртәнге аш әҙерләйем. Кисен, эштән һуң, өй мәшәҡәттәре менән булышам. Ауырыған ваҡытта үҙемде үҙем эске көсөм менән дауаларға тырышам. Ғөмүмән, һәр кешенең шифаһы үҙендә. Беҙҙең ҡулдарҙа дауалау көсө бар.
Шулай уҡ мунса инеү, баҡсала эшләү, тәбиғәттә булыу миңә көс бирә. Һәр көнөмә рәхмәттәр әйтеп йәшәйем.
– Ниндәй хыялығыҙ бар?
– Күңел төпкөлөмдә тормошта ауыр хәлдәргә тарыған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү уйы ята. Йәшәйештә бөтөн һорауҙарыбыҙға яуаптар бар, уларҙы тик табырға ғына ҡала. Һәр әҙәм заты – Аллаһы Тәғәләнең бер өлөшө. Шуға ла беҙгә аңлы йәшәргә, ҡулдан килгәнсә Еребеҙҙе һаҡларға, яҡындарыбыҙға терәк булырға ине.

Зөлфиә Басирова әңгәмәләште.
Читайте нас: