

– Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, һеҙ йыш ҡына комфорт зонаһын ҡалдырып, уйламаған ерҙәргә юлланаһығыҙ. Бының сәбәптәре?
– Атайым ҡапыл ғына «тып» итеп сығып китер ине сәфәргә. Әсәйем дә юл йөрөргә яратты. Икеһе лә оҙаҡ йәшәне. Атайым Мәсетле, Учалы яҡтарын йыш тапаны, әсәйем егерме йыл тирәһе ҡышты Өфөлә, минең янымда үткәрҙе. Ошо юл яратыу, мобиллек миңә, моғайын да, уларҙан күскәндер. Берәй ниндәй «подвиг» яһамаһам, күңелгә ниҙер етмәй, ҡытыҡлап тик тора (көлә). Бер урында ғына тыныс йәшәй алмайым, хәрәкәт, тәьҫораттар кәрәк. Бына әле, бала саҡтағы балерина булам тигән хыялымды тормошҡа ашырып, балет студияһына йөрөй башланым.
Етмеште ҡыуғанда! Пуантыға баҫып ҡарар өсөн генә! Шундай юғары күңел кинәнесе кисерәм, хис-тойғоларымды хатта әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел!
Ә Себергә, Сочиға сығып китеүем – нужанан. Дүрт ай кухня эшсеһе булып йөрөнөм дә диспетчерға уҡып алдым. Горничная булып Сабеттала эшләнем. Арктикала, аҡ айыуҙар араһында. Тик бында оҙаҡ йөрөргә тура килмәне, ҡайҙа ла шул баймаҡтар-әбйәлилдәр-миәкәләр, мине танып, «ул бит шағирә» тип мастерға еткергәндәр ҙә, ике аҙна эсендә «негоже тебе горшки мыть» тип, вахтер итеп ултыртып та ҡуйҙылар (көлә).
Сочиҙа йыйыштырыусы булып эшләү Себергә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡаҡшатты мине. «Кинг» тип аталған түшәктәр бар, шул тиклем ауыр үҙҙәре, көн аша алмаштырырға кәрәк. Хәҙер «һә» тигәнсә, бер-ике секунд эсендә, юрған-мендәрҙәрҙе алмаштырыу оҫталығына эйәмен, ҡулдарым уйнап тора (көлә). Эш, ысынлап та, еңел түгел. Карауаттарҙы күсереп йыуып, билгә көс төшә, беләктәр һыҙлай. Һәр аҙымыңды артыңдан аҡ салфетка тотоп супервайзерҙар тикшереп йөрөй. Хатта теш щеткаһы менән ваннаның уйымын соҡойҙар, бер генә сәс тапһалар ҙа, ҡабаттан эшләйһең. Олоғайған көнөмдә быныһын да булдыра алдым, ярты йыллап йөрөп ҡайттым, Аллаға шөкөр. Повесть яҙырлыҡ материал йыйылды, ижади багаж тупланды, шиғриәт ҡыҫымдарына һыймайым, күргән-кисергәндәрем мине прозаға тарта ул әле.
– Шулай ят мөхиттә булып алыу ижад кешеһенең эске донъяһына йоғонто яһаймы?
– Әлбиттә, яһай, хатта ки етди үҙгәреш кисерәһең. Үҙгәрештең дә ниндәйен бит әле! Бөтөнләй сит йәмғиәткә юлығып, уйламаған-күрмәгән ысынбарлыҡ менән осрашаһың. Себерҙә төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ: кемделер ире ташлаған, кемдер үҙе боласыл эскесенән ҡасып киткән. Минең кеүек «ҡотороп», аҡса эшләйем тип барғандар ҙа бар. Кешеләрҙең психологияһын яҡындан өйрәндем. Яҡтылыҡ етмәү нескә булмышлы ҡатын-ҡыҙға ныҡ тәьҫир итә. Улар юҡтан ғына иреш-талаш ҡуптара, бер-береһен күрә алмай башлай. Был хәл һиңә лә йоғонто яһай, барыһын да йөрәгең аша үткәрәһең. Организм туҙа, психика ҡаҡшай. Шул мәлдәрҙә, ошо ҡараңғылыҡта йотолоп ҡалмаҫ өсөн, күңел шәмеңде ҡабыҙаһың. Нисек тә шул ыҙанға төшмәҫкә тырышаһың. Себерҙән ҡайтыу менән шифаханаға йүгерә инем, күпме аҡса һәм күңел көсө сарыф ителә үҙеңде «ҡоршап» алыуға! Ә бит күбеһенең шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә юҡ, улар эшлектән сыҡҡансы шул Себерҙә бил бөгә...
– Диспетчер, йыйыштырыусы, вахтер булып эшкә урынлашҡанда һеҙҙе берәү ҙә шағирә тип белмәй. Ошо кешеләр араһында үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Нисегерәк инеп китә инегеҙ ят мөхиткә?
– Эш ауыр унда, 12-шәр сәғәт эшләйһең, нагрузка көслө, күп кеше менән аралашаһың, ә менталитет бөтөнләй башҡа. Беҙҙәге интеллигенция эсендә ҡайнау түгел, айырма – ер менән күк араһы. Хатта аралашҡанда ла ҡалыплашырға тура килә, бары тик тәмәке көйрәтмәйһең һәм һүгенмәйһең генә. Кешеләр менән тиң булдым, айырылманым. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге тәмәке тартырға өйрәнеп алған, сөнки шул көйрәтеү тышҡа сығып саф һауа һуларға, ял итеп алырға мөмкинлек бирә. Ә кем тартмай, шулар эшләй ҙә эшләй. Ҡуйған музыкалары ла гел «блатной», «зэковский». Бер мәл мин: «Ҡыҙҙар, арыным, башҡаса бындай йырҙарығыҙҙы тыңлай алмайым», – тинем дә, Шопен, Бетховен, Моцарттарҙы ҡуя башланым. Ресторандарҙа яңғыраған классик көйҙәрҙе. Яйлап ҡатындарға ла оҡшай төштө, «ҡуйма» тимәйҙәр – тыңлайҙар. Кешеләр ашхананан сығырға ашыҡмай, ирәйеп ултыра.
Губкинскийҙа, Сорғотта шәфҡәт туташы булырға ла тура килде хатта, сөнки медсестра ла, табип та юҡ. Үлтереп тештәре һыҙлаған саҡта һыҙлауҙы баҫыр өсөн ни генә ҡулланмайҙар, ә аптечкала ни бары йөрәк һәм ҡан баҫымын көйләүсе дарыуҙар ғына. Һау тип яҙып, ҡултамға ҡуйып, объектҡа ебәрәм. Өҫтөмдә шул тиклем ҙур яуаплылыҡ ине, Аллаға шөкөр, бер ЧП булманы. Себерҙә еңел генә ҡутарып аҡса эшләйҙәр тип, был донъя михнәттәрен белмәгәндәр генә уйлайҙыр...
-----------------------------------------------
– Бөгөн яҙыусы ниндәй һүҙ әйтергә бурыслы?
– Яҙыусы – халыҡ менән етәкселек араһын яҡынайта, йылыта торған күпер ул. Әҙип һүҙе һәр заманда ла юғары һәм ҡиммәт булған. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – халҡыбыҙҙы тарҡатыуға юл ҡуймау, айыҡ аҡыл менән эш итеү, ир-аттарыбыҙҙы төрлө низағтан һаҡлау, бәләгә этәрмәү, утҡа ташламау, хөсөт йөрөтмәү, бер-береһенә ҡаршы ҡуймау. Бөгөн – берләшә торған заман.
...Бына шундай ул беҙҙең Тәнзилә апай. Халыҡса – егет!
Айзилә Мортаева әңгәмәләште.
Дауамын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының июнь (2026) һанында уҡырһығыҙ.
Фотолар героиняның шәхси архивынан