-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
27 Март 2025, 14:04

Ихлас аралашыуға ни етә?!

Халыҡ интернеттан, виртуаль аралашыуҙан ялҡҡан, яҙыусының үҙе менән тере, ихлас аралашыуға ни етә?! Әҙәбиәт һөйөүселәр кемуҙарҙан яҙыусыға һорауҙарын яуҙырҙы.

Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!

26 март "Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында эш сәфәрендә булып ҡайтты.

Маҡсаты: район һәм ҡала халҡын журнал менән яҡынданыраҡ таныштырыу, баҫмаға яҙҙырыу, МХО-ға бәйле күргәҙмәнең экспонаттары менән таныштырыу, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижады буйынса әңгәмәләшеү.

Яҡшымбәттәрҙә – яҡшы кешеләрҙә

Тәүге осрашыу Яҡшымбәт ауылы мәктәбендә булды. Ауыл халҡы баҫма менән электән таныш, уның һәр саҡ яратҡан ғаилә журналы булыуын билдәләп үттеләр, әле лә уға ҡарата ихлас ҡыҙыҡһыныуын күрһәтте.

Осрашыуға килеүселәр Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙының МХО-ла алған тәьҫораттарын, күргәҙмә экспонаттары тураһында һөйләгәндәрен ихлас тыңланы.

“Илаһи осашыу” (яҡшымбәттәр шулай атағайны) яратҡан яҙыусылары - Миләүшә Ҡаһарманованың ижады тураһында әңгәмә, һорау-яуап формаһында дауам итте. Халыҡ интернеттан, виртуаль аралашыуҙан ялҡҡан, яҙыусының үҙе менән тере, ихлас аралашыуға ни етә?! Әҙәбиәт һөйөүселәр кемуҙарҙан яҙыусыға һорауҙарын яуҙырҙы.

Көйөргәҙе районының Ҡоролтай рәйесе Ғәббәсова Лена Дим ҡыҙы, Ҡоролтай ағзаһы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимованың сығыштары рухлы булды.

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡоролтай ағзаһы, уҡытыусы, шағирә Руша Солтанғолованың шиғырҙары күңелгә үтеп инде.

Яҡшымбәт ауылы халҡы Өфө ҡунаҡтарына йыр-күстәнәс, шиғырҙар, матур табын да әҙерләгәйне. Аралашыу өсөн бирелгән ҡәҙерле минуттарҙың нисек үтеп китеүе лә һиҙелмәне. Тағы ла күп һорауҙар, һүҙҙәр әйтелмәй ҡалған төҫлө булды. Улары – журнал биттәрендә, сайтта, журналдың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөнә ҡалдырылды. Көйөргәҙеләр журналға яҙылырға һәм электрон бәйләнештә ҡалырға һүҙ бирҙе. Йәмле, йәнле осрашыуҙан һуң, фотоға төшөп, яҙыусының автографын алып, йылы хушлашты яҡшымбәттәр.

 

Икенсе осрашыу

Беҙҙе Кумертауҙа түҙемһеҙлек менән көтәләр ине. Ҡаланың Үҙәк китапханаһындағы осрашыу йәнле барҙы, бер тынала үтте."Башҡортостан ҡыҙы" хеҙмәткәрҙәре, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова менән күрешеү һәм һөйләшеү күмертауҙарға рухи күтәренкелек алып килде, яңы һулыш бирҙе. Журнал, китап уҡыусылар бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Әңгәмә төрлө темаларға ҡағылды: туған тел проблемаһы, МХО, ғаилә, ир менән ҡатын мөнәсәбәте, фәлсәфә,

психология..

"Башҡортостан ҡыҙы" журналының йөкмәткеһенә ҡағылышлы теләктәрен дә еткерҙе күмертауҙар: һәр номерҙа райондарҙа ижад итеүсе шағирҙарҙың шиғырҙары уларҙың фотолары менән бергә баҫылһын ине, журналдың тиражы лы артыр ине, тигән теләкте ҡабул иттек. Әлбиттә, журнал уҡыусыларҙың бөтә теләктәрен дә ишетәбеҙ, күҙ уңында тотабыҙ, уларға ҡыҙыҡлы һәм кәрәк булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Тимерйән Ниәтшиндең теләктәре, һорауҙары айырылып торҙо, уның “Миләүшә Ҡаһармановаға” тигән шиғыр-арнауы күңелдәргә үтеп инде.

Күмертауҙар журналға яҙылды, яҡын киләсәктә лә яҙылырға һүҙ бирҙе. Осрашыуҙан күңел күтәрелеп, рухланып, яңы идеялар менән ҡанатланып ҡайттыҡ.

Роза Хөснуллина

Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Ихлас аралашыуға ни етә?!
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас