-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
12 Сентябрь , 12:36

Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!

Талантлы яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның прозаһы, уның хикәйәләре буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәре халыҡсан, мауыҡтырғыс. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның яңы ижад емештәрен һағынып көтөп ала. Әҙибәнең һүрәтләү маһирлығы, сюжет ҡороу оҫталығы, донъяға киң офоҡтар аша баға белеүе ижадын уҡымлы, танһыҡ итә. Нескә, һиҙгер күңелле яҙыусы булараҡ, ул донъяны, унда барған ваҡиғаларҙы бик тәрән тоя. Ошо тәрәнлек уның прозаһының йөҙөн билдәләй.

Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!
Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!

Мин уны 1996 йылдан беләм. Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә эшкә килгәндә, Гөлсирә апай балалар әҙәбиәте бүлеген етәкләй ине. Аҙаҡ ул нәфис әҙәбиәт һәм балалар бүлеге мөдире урынбаҫары булып китте. Беҙ бер бүлмәлә ултырып эшләй башланыҡ. Шунда уның менән яҡындан таныштым. Төшкө ашты һөйләшергә тип һағынып көтөп ала инем. Ысынында, уның менән әңгәмә барышында иҫ киткес ҡатмарлы тойолған тормош та яп-яҡты, яп-ябай ғына һымаҡ тойола башлай. Ә был күңел яҡтырғандан. Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың әҫәрҙәрен уҡығанда ла шулай бит. Күҙ йәштәре бәреп сыға, арҡа мейеләре семберләй – һәм һин күптән эҙләгән һорауыңа яуап табаһың. Уның донъяһы тик мөғжизәнән генә тора һымаҡ. Эйе, уның башынан кискәндәре еңел түгел, әммә был ауырлыҡтар уны сыныҡтыра, көслө рухлы яҙыусы яһай. Хыялдарының бер-бер арты тормошҡа ашыуын да ул ябай ғына аңлата: барыһы ла Хоҙай ҡушҡанса, үҙебеҙ күҙаллағанса. Кинәт инглиз телен үҙләштереүе, әллә ҡайҙа, ер аяғы – ер башына, Амстердамға уҡырға сығып китеүе, Африкаға барып әйләнеүе, тыуған яғына – Ейәнсура районы Иҙәшкә йәшәргә ҡайтыуы – уның күңел талабы. Уның ҡиблаһы – ижад.

Гөлсирә апай менән һәр ваҡыт һағынып ҡына күрешәбеҙ. Шуныһы ҡиммәт: уның тәүге уҡыусыларың береһе булыуым. Хикәйәләре, романдары яҙылғас та: «Һылыу, уҡып сыҡ әле», – тиеүе үҙе ни тора! Ул йәшәгән Иҙәш ауылына барыу теләген ҡәләмдәшем Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән тормошҡа ашырҙыҡ. Гөлсирә апайҙың Иҙәштәге ҡурсаҡтай ағас йортонда төн йоҡламай һөйләшеп сыҡтыҡ. Һорауҙарыма яуаптарҙы диктофонға яҙҙыра барҙым. Бына ошо әңгәмәнән өҙөктө һеҙгә лә тәҡдим итәм. Оҙон һүҙемдең ҡыҫҡаһы: Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ. 

...Күркәләр үҙҙәре генә йөрөргә шыртлайҙар әлегә, эйәртеп алып сығам бит инде, ҡарғаның күләгәһе төшөү менән, өркөшөп минең эргәгә йүгереп киләләр. Бер ҡатын: «Эттәрем минең уйымды уҡый: әллә алып сығып йөрөтөп киләйемме икән тип уйлауым була, улар дөбөр-шатыр ишек төбөнә барып тора, ашатырға ваҡыт микән тип уйлауым була, улар һыуытҡыс янына йүгерәләр», – тип яҙа.

– Кеше менән кеше араһында ла шулай бит. Туғыҙ мең километрҙан бер-беребеҙҙе уй менән дә ишетә алабыҙ икән...

– Әммә беҙ ошо һәләтте һүҙ, һөйләшеү менән юҡҡа сығарабыҙ. Африкала биш көн йәшәнем бит инде. Улар минең телемде, мин уларҙы аңламайым. Йылмайыу, ҡараш, ым менән генә аралашабыҙ. Был күпкә тулыраҡ. Беҙ бит һүҙ менән алдайбыҙ һәм алданабыҙ. Ысын уй-фекерҙәребеҙҙе йәшерәбеҙ. Буш хәбәрҙәр алып барабыҙ. Дуҫымдың еңгәһе ҡыр раузаһы кеүек каркаде сәйенең япраҡтарын йыя. Тоҡлап алып ҡайтып, тау кеүек итеп өйөп ҡуя ла, ике балаһы менән ултырып таҙалап,  киптереп һатырға әҙерләй. Мин йоҡлап китәм, ул ҡатындың эше бөтмәй, уянам, ул ҡатын һаман эш өҫтөндә. Кейенеп уның янына сығам да икәүләп ултырабыҙ – барыһы ла аңлайышлы. Уның нимә уйлағанын, рәхмәт тойғоһон бөтә күҙәнәктәрем менән тоям. Ире ҡырға йөрөп эшләргә киткән дә унда икенсе ғаилә ҡорған. Был ике балаһы менән яңғыҙ. Йөктө үҙе тарта. Жозеф уны ныҡ йәлләй. Балаларға тыуған тел уҡытыусыһы булһын тип әҙерләй. Эргәмә ауылдың утыҙлаған балаһы йыйыла. Үҙҙәрен видеоға төшөрәм дә күрһәтәм. Шуны ҡыҙыҡ күрәләр. Аҡ тәнле апай, йәғни мин, уларға ҡыҙыҡ. Уяндыниһәң, өйҙәң һәр бер тишегенән бер күҙ ҡарап тора. Интернет юҡ, хатта ут та юҡ. Мәктәпкә китер алдынан да килеп ҡарап китәләр, ҡайтып барғанда ла хәлде беләләр. Бер көндө килгәндәр ине: «Төшөрөр инем дә, бына бит, эшем күп», – тип өйөлөп ятҡан тауға ымлайым. Шул ваҡыт утыҙлаған бала түңәрәкләп ултырып япраҡтарҙы йолҡоша башламаһынмы! Эш ыраны. Улар инглизсә аңлай. Улар йырлай, мин видеоға төшөрәм. Ике сәғәт эсендә теге тауҙы эшкәртеп тә ҡуйҙылар. Шул көндө кис мин ҡайтырға тейеш инем, был ҡатын тағы ла бер көн ҡалһағыҙ ине, кис эш итеп бөтөр инек, тип илап тороп ҡалды. Ул видеолар хәҙер иҫтәлек булып һаҡлана. Нимә тип йырлайҙар икән тип һораһам, бер ялҡау ҡатын тураһында икән. Иртән йоҡлап ҡалған, сәсен тарамаған... Бәләкәй генә ҡыҙыҡай йомошҡа килһә, эргәңә килеп ултыра ла эшеңде эшләшә башлай. Ҡарайһың да, бөтөн донъя ла бер үк, тигән фекергә киләһең. Балалар ғына түгел, кешеләр ҙә. Улар менән бергә өмәгә кукурузға барҙым. Мин ят кеше, донъяның әллә ҡайһы еренән килгәнмен. Ҡайҙан инде аҡ тәнле булайым, тип көләм. Беҙ хатта ғәрәптәрҙе аҡтар тип йөрөтәбеҙ, тиҙәр. Мине тәүҙә алып бармаҫҡа иткәйнеләр. 45 градус эҫелә, ҡояшта әлһерәп, 20 саҡырымлап юл үтергә. Йөкмәп алып ҡайтырһығыҙ әле, тип көләм. Шул хәтлем ер үтеп, баҫыуҙарын барып күреп тә ҡайтмағас, тип сәмләнәм. Иртәнсәк эҫегә түҙерлек. Ә сәғәт берҙәргә кире ҡайтырға йыйналдыҡ. Бер ҡатындың юл буйына бик осҡор, иғтибарлы ҡарашын тоям. Ул өндәшмәй генә мине күҙәтә. Өйҙән тотоп сығып киткәндә һыуытҡыстан литр ярымлыҡ боҙло һыуҙы эсәм, кире ҡайтҡан ваҡытта, һауытты битемә ҡуйыуым йышайғас, килеп хәлемде белешә. Балалары ҡайтып һөйләгәндәрҙер инде, бер көндө иртәнсәк яныма биш әсәй килде. Ялан аяҡтар, ҡулдары эштән ярғыланып бөткән, миңә һоҡланып ҡарап ултыралар. Уларҙың күҙендә уларҙың балаларын һөйөндөргән кешегә ихтирам күренә. Быны аңлау өсөн бер ниндәй һүҙ кәрәкмәй. Аптырағас, ноутбуктан балаларының фотоларын һәм видеоларын күрһәтә башлайым. Улар ҡәнәғәт булып, лап-лоп баҫып сығып китәләр. Ябай, ауыл ҡатындары бит инде.

Ниндәй телдә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, асылыбыҙ бөтәбеҙҙең дә бер инде ул. Балаларҙа нишләп был апай бер телдә лә һөйләшә белмәй икән, тигән һорау тыуған икән. Дуҫым Жозеф уларға: «Алыҫ-алыҫта, ҡар булған ерҙә, (шунан ҡарҙың нимә икәнен аңлата), ҙур ил бар, ул– Рәсәй тип атала, был апай уларҙың телен – русса белә. Шул ил эсендә уның үҙенең иле – Башҡортостан бар, унда халыҡ башҡортса һөйләшә, ул үҙ туған телендә аралаша», – тип аңлата. Балаларҙың сәстәре тимер сыбыҡ кеүек шырт. Минең баш осонан себен осоп китһә, һикереп тороп, сәскә юлайҡан тейеп алалар, тотоп ҡарап, «жули» тигән булалар, тимәк, нәфис кенә инде. Ләйлә ҡыҙҙарына матур биҙәүестәр ебәргәйне. Ҡыҙҙарҙың сәстәре малайҙарҙыҡы кеүек алынған. Сәстәрен улар ҡәбиләлә нисек ҡабул ителгән – шулай  йөрөтәләр, быларҙыҡында шулай. Ҡыҙҙарының сәстәре ҡабырсаҡтар менән биҙәлгән ҡәбиләләр ҙә бар. Дүрт көн буйына ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе барҙы. Ундай ниндәй генә әйбер юҡ ине! Эшләпә һәм ошо кәрзиндәрен һатып алдым. Шунда күрәһең кешенең ни хәтлем талантлы икәнен.

– Һағынаһығыҙмы хәҙер?

– Юҡ, мин хәҙер бер ҡайҙа ла барғым килмәй. Миңә шул хәтлем ошонда рәхәт. Шуға көләм, мин, ниһайәт, көс сығанағын таптым, тип.

– Кәзәләрегеҙ үҙҙәре бер көтөү!

– Телевизорға ла төшөп өлгөргән билдәле кәзәләр инде улар хәҙер. Район хакимиәтенән административ яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡында протокол килеп төштө. Көтөүһеҙ йөрөүҙәренә күрә. Ҡағыҙҙа утыҙ кәзә тип яҙылған. Ә беҙҙең ун дүрт кенә баш бит инде.

– Кәзә тарихы үҙе бер романлыҡ булған атыу. Иҫләйһегеҙҙер, элек миллион һум аҡсам булһа, нисек тотонор инек, тип бәхәс ҡора торғайныҡ. Әле нисек тотонор инегеҙ?

– Берҙән, ул ғына аҙ. Миллион доллар булһамы? Салауат ағайым бер ерҙе арендаға алып, йылғаны быуып шунда балыҡ үрсетергә теләгәйне. Тау йылғаһы. Алды, таҙарттырҙы, проект төҙөнөләр. Рәхсәт  итмәнеләр. Ике йылдан һуң рөхсәт биргәйнеләр, ауыр техниканы йөрөткән кеше хаҡлы ялға китте. Ул арала еңгәм ауырып китте. Хәҙер инде уның теләге һүнде. Миллион долларым булһа, ағайымдың хыялын тормошҡа ашырыр инем. Ғүмер буйына һәйбәт аҡсаларға эшләгәнмен. Йәшәйем, эшләйем тип яңғыҙ тырышыуҙан фәтүә юҡ бит ул. Әле мин теләгәнемде Ринат улым тормошҡа ашыра. Өс йыл эсендә пекарняны төҙөнө, ошо хужалыҡты ҡороп ҡуйҙы. Быуаны ла балыҡ үрсетеп аҡса эшләргә тип түгел, ағайым хыялланған өсөн, ауыл халҡына кәрәк булған өсөн төҙөп ҡуйыр инем. Был яҡта йыш ҡына ҡоролоҡ була. Ҙур һыу болотто тарта, тиҙәр. Аҡса булһа,  шуға тотонор инем. Баҡтиһәң, минең нәфсем юҡ, ныҡ талымһыҙмын. Таҙа һәм ямаулы кейем, йәшәр урының булһын һәм китап-журнал яҙҙырырлыҡ аҡсаң етһен. Әнейем аш-һыуға оҫта булды, текте. Ризыҡҡа ла мохтажлыҡ булмаған.

– Донъя буйынса ла ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар көслө икән. Һүрәтләү, донъяны тойоу...

– Һуңғы арала нәфис әҙәбиәт уҡый алманым. Гел эшҡыуарлыҡ тураһында ине. Тәүрат буйынса бик күп уҡыным. Бер ҡатын роман яҙа башланым,бер өлөшөн һеҙгә ебрәһәм, уҡып ҡарап фекерегеҙҙе әйтмәҫһегеҙме, икән, тип шылтыратты. Сюжеты мауыҡтырғыс, аҙағын белге килә. Артабан уҡығы килә, тип яҙған инем, бер йыл үтте, тауыш-тыны сыҡмай, моғайын яҙалыр. Ҡасан ебәрер икән, тип көтөп йөрөйөм.

Интеллигенция эшлекһеҙ, һеҙҙән бер файҙа юҡ, китаптарығыҙ склад тулып ята, тигән комплекстар миндә көслө булған. Бында ҡайтып төшкәс, көнкүреш тормошто белмәүебеҙ асыҡланды. Пекарняны япһаҡ та,тормошобоҙ алға тәгәрәй, мин ауыл ҡатынының эштәрен барыһын да башҡарам.

Социаль селтәрҙәргә ниңә инмәйһең, тиҙәр. Ғүмер буйы фотоаппарат тураһында хыялландым. Амстердамда уны тормошҡа ашырҙым. Һөйләшеп ултыраһың икән, ниндәйҙер мәлдә туҡтап фотоға төшөрөгә тейешһең. Һөйләшкәндә тулыһынса шунда ирейем, биреләм икән. Шуны фотоға төшөрөп ҡалдырыуға ҡарағанда аралашыуҙы өҫтөн күрәм. Йәшәү – соцаль селтәрҙәргә ваҡыт бүлеүгә ҡарағанда ҡыҙығыраҡ. Китап уҡыу ҙа. Тотош кисемде интернетта яңылыҡтар ҡарауға бағышлағандан һуң, тәрән бушлыҡ тойғоһо хасил була.

Әнейемде иҫләйем: беренсе сентябргә мәктәпкә барырға йыйынабыҙ. Әнейем миңә альяпҡыстарҙы күптән тегеп элеп ҡуйған. Рәшиҙә лә уға алъяпҡыс тегеп биреүен һорап килгән. Әнейемме инде кешене буш сығара торған кеше? Бибинур тигән ҡыҙ була торғайны. Уға апайы Ғилминур ҙа эйәреп килгән. Сират көтөп ултыралар.Тауар булмағанлыҡтан, былар пәрҙә тотоп килгәндәр. Эңер ҙә төштө, әнейем: «Һеҙгә тегеп өлгөрмәйем, мал ҡайта башланы», – тине. Иларға етешкәстәр, иламағыҙ, төндә тегеп, иртәгә һыйыр ҡыуған ваҡытта әсәйегеҙгә тоттороп китермен, тип йыуатты. Пәрҙәне йыуып, үтекләп, крахмаллап, яңынан үткеләп, сәғәт алтыла һыйыр ҡыуғанда әсәләренә тотороп киткән бит инде. Кешеләрҙең кешеләргә ихласлығы был. Баланың күңеле өсөн тип эшләнелгән. Әлеге кеүек әҙер крахмал да юҡ, картуфты ҡыра ла шуның крахмалына һала. Ошо ҡиммәттәр хаҡында яҙырға кәрәктер, тием.

– Гөлсирә апай, беҙ ысынлап та, һине һағынабыҙ. Әҫәрҙәреңде йотлоғоп, илап, күңел нескәргәнсе уҡыған мәлдәребеҙ ҡиммәт. Шуға һеҙҙән яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. Ә журнал уҡыусылары киләһе һандарҙа мотлаҡ хикәйәгеҙҙе уҡып ҡыуаныр, тип өмөтләнәбеҙ!

Гөлназ Ҡотоева әңгәмәләмәште.

Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!
Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!
Башҡорт әҙибәһе – лайыҡлы!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: