– Донъялағы иң матур урын – тыуған ер, тиҙәр. Альмира Рафиҡ ҡыҙы, тәүге тәпәй баҫҡан, донъялыҡҡа баҡҡан төйәгегеҙ, йәйғорло бала сағығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Тыуған ерем – Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы, бормаланып, Аллаһ һүҙен яҙып аҡҡан Дим буйында, ҡул менән тигеҙләп өйөлгәндәй ғәжәйеп Сатыртау, Эткенәйтау битендә урынлашҡан. Яугир ата-бабаларҙың ғорур рухы һәм ипле дәрәжәһе, яғымлы һөйләше – «Һ» урынына әйтелеүсе йомшаҡ һәм үтә боронғо «Ҫ» өнө һаҡлана бында. Йөрәгем түрендәге хәтирәләрҙә бәләкәй сағыбыҙҙағы ауылға бик йыш әйләнеп ҡайтам: яҡты, бәхетле бер донъя булған ул!
...Беҙҙең урамдағы һап-һары ҡом шул тиклем ныҡ ҡыҙған, аяҡтарҙы бешермәҫ өсөн атламайбыҙ, ә сабабыҙ – Димдә һыу инергә шулай елдерәбеҙ. Йүгереп барышлай уҡ күлдәктәрҙе яр буйындағы ситәнгә ырғытабыҙ ҙа ҡайнар ҡояш аҫтында яңы һауған һөттәй йылынған йылғаға сумабыҙ. Димдә үҫкән балаларҙы берәү ҙә йөҙөргә өйрәтмәй, бәләкәйҙән улар һыуҙа балыҡ һымаҡ. Тик, нисек кенә рәхәт булһа ла, ваҡыт самаһы иҫтә – өйҙә эштән төшкөлөккә ҡайтҡан атай менән инәй көтә. Көн эҫеһенән һаҡланып, тәҙрә ҡапҡастары ябылған йортобоҙ һалҡынса ғына. Атай менән инәй беҙгә табала бешкән бәрәңгенең иң тәмлеһен – кетерҙәп ҡыҙҙырылғанын ҡалдырған... Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Алма» хикәйәһендәге кеүек, ваҡыт сиктәре аша үтеп, шул мәлдәргә ҡайтып әйләнәһе ине!
Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек: иң олоһо – мин, Резидә – өс, Рәмилә туғыҙ йәшкә бәләкәйерәк. Атайым Рафиҡ Нурислам улы колхоздың бензин ташыу машинаһын йөрөттө. Инәйем Флүрә Ҡорбанғәли ҡыҙы ауыл магазины мөдире булды. Заманының аҫыл шәхесе ине ул. Донъяны яҡтыраҡ итергә ынтылып, район, ауыл советтары депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ ҙур эштәр башҡарҙы. Әйберҙәр мул булмаған ул заманда халыҡты мөмкин тиклем яҡшыраҡ тәьмин итеү өсөн бөтә тырышлығын һала торғайны. Фиҙакәрлеге юғары баһаланды ла: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнде, биш йыллыҡтар алдынғыһы булды, йыл һайын социалистик һәм коммунистик хеҙмәт ударнигы тип танылды.
Дәүерҙәштәренең күбеһе беҙҙе инәйемә оҡшатып таный. Шулай тиеүҙәренән йәнгә рәхәт – йылдар үткәс тә инәйемә булған тәрән ихтирам сағыла был һүҙҙәрендә.
– Һеҙ – 40 йылға яҡын ғүмерегеҙҙе милли баҫмаларға арнаған, һәр йәһәттән үрнәк алырлыҡ журналист. Матбуғатҡа килеүегеҙ, был өлкәлә тәүге аҙымдарығыҙ нисегерәк булды?
– БДУ-ның филология факультетының дүртенсе курсын тамамлаған йәйҙә «Ленинизм байрағы» район гәзитендә хәбәрсе булып эшләгәйнем. Баш мөхәррир Әнүәр Замил улы Шакиров, уҡып бөт тә беҙгә ҡайт, тип саҡырып ҡалды. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Әлшәй хәбәрҙәре»нә әйләнгән баҫмала егерме йылға яҡын хәбәрсе, тәржемәсе, баш мөхәррирҙең башҡорт дубляжы буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым. Төрлө тармаҡтар киң үҫешкән райондың һәм унда йәшәүселәрҙең тормошон бар яҡлап яҡтыртыусы гәзиттә эшләү ысын-ысындан оҫталыҡ мәктәбе булды һәм ғүмер буйы унда туплаған тәжрибәгә таянам.
– Хеҙмәтегеҙҙең күп йылдары «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән айырылғыһыҙ. Баҫмабыҙҙың сағыу, файҙалы булып сығыуында һеҙҙең өлөшөгөҙ тос...
– «Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләү беҙҙең быуын ҡатын-ҡыҙ журналистарының һәр береһенең хыялы булғандыр. Республиканың төп ғаилә баҫмаһы коллективына инеүемде яҙмыш бүләге, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ тип ҡабул иттем.
Ярты быуаттан ашыу тарихы булған журналыбыҙҙың Башҡортостанда, ил кимәлендә абруйлы баҫма һаналыуы, ҡатын-ҡыҙҙың кәңәшсеһе, серҙәше булыуы, башҡорт художестволы публицистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе менән ғорурланабыҙ.
Рухиәтебеҙ, мәңгелек ҡиммәттәр һағында тороусы «Башҡортостан ҡыҙы»ның шул уҡ ваҡытта социаль йүнәлешле булыуы ла уны көслө итә. Ғаиләгә ҡағылышлы, көнитмеште еңеләйтеүсе закондарҙы аңлатыуға етди иғтибар бирәбеҙ. Һаулыҡты һаҡлау мөһимлеге тураһында уҡыусыларыбыҙҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу – йәнә бер әһәмиәтле йүнәлешебеҙ.
Әңгәмәнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.