– Айгөл Шәүкәт ҡыҙы, үҫмерҙәргә нисә йәштән эшкә урынлашырға рөхсәт ителә? Бының өсөн ниндәй документтар талап ителә?
– Башҡортостанда 14 йәштән рәсми рәүештә эшләргә мөмкин. Урынлашыу өсөн ата-әсәләрҙән йәки рәсми опекундан рөхсәт, шулай уҡ һаулыҡ торошо тураһында медицина һығымтаһы алырға кәрәк.
– Бәлиғ булмаған балаларҙы эшкә алыуҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар? Хеҙмәт хаҡы нисек билдәләнә?
– Үҫмерҙәрҙең, уҡыусы балаларҙың йәйге каникул осоронда эш ваҡыты түбәндәгесә билдәләнә:
Түләү хеҙмәт килешеүе шарттары менән билдәләнә, ул минималь эш хаҡынан алып төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә тиклем тирбәлә ала.
– Балалар өсөн ниндәй вакансиялар бар?
– Башҡортостан Республикаһы мәшғүллек хеҙмәте 14 – 18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн төрлө вакансиялар тәҡдим итә. Үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы һөнәрҙәр тип ошолар һанала:
Балалар аниматоры (байрамдарҙы алып барыусы). Аниматорҙың эше йыш ҡына балалар менән персонаж костюмында 1-2 сәғәт уйнауҙан ғибәрәт. Түләү башлыса сәғәтенә 1500 һумдан башлана. Был – үҙ тормошон сәхнәлә сығыш яһауға һәм балалар менән эшләүгә арнарға теләүселәр өсөн ҙур тәжрибә. Ваҡытыңды үҙеңсә бүлеү мөмкинлеге лә бар. Кире яҡтарынан шуларҙы әйтеп үтергә мөмкин: килем сағыштырмаса күп түгел; эш йыш ҡына синтетик костюмдарҙа башҡарыла; күп осраҡта рәсми килешеү төҙөлмәй.
Дөйөм туҡланыу хеҙмәткәре. Ҡағиҙә булараҡ, үҫмерҙәрҙе официант, ашнаҡсы ярҙамсыһы һәм аш-һыу бүлмәһе эшселәре итеп алалар. Бында 30 мең һумдан ашыу аҡса алырға мөмкин, рәсми килешеү төҙөлә. Ашнаҡсы, кондитер, икмәк бешереүсе булып эшләргә йәки үҙ бизнесын асырға теләүселәр өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы был. Эш көнө, үҫмерҙең йәшенә ҡарап, 2,5 – 7 сәғәт дауам итә.
IT-белгес. Был өлкәлә үҫмерҙәр программалау, дизайн һәм программа тәьминәтен һынау менән шөғөлләнә ала. Уның уңайлы яҡтары: өйҙән эшләү, ваҡытыңды үҙеңсә бүлеү, киләсәген алдынғы технологияларға арнарға теләүселәр өсөн тәүге сирҡаныс алыу мөмкинлеге. Тик эштең билдәле бер белем кимәлен, күнекмәләр талап иткәнен дә оноторға ярамай. Шулай уҡ йыш ҡына рәсми килешеү төҙөлмәй.
Төрөүсе, интернет-заказдар йыйыу буйынса белгестәр бик күп тауар йыйылған келәттәрҙә эшләй. Асылы шунда: тауарҙы тейәүгә ғариза килгәс, кәрәкле күләмдә тауар йыя, төрә һәм курьерға тапшыра. Ғәҙәттә, эш хаҡы юғары була, рәсми түләнә, яңы һөнәрҙе үҙләштереү еңел. Тик эш сменаһының оҙон булыуы, физик көс кәрәклеген дә иҫәпкә алыу мөһим.
Курьерҙың эше – А нөктәһенән Б нөктәһенә посылка йәки заказ килтереү. Бының өсөн айырым белем талап ителмәй, эш хаҡы юғары (айына уртаса килем 100 мең һумдан ашыуы бар). Көнө буйы аяҡ өҫтөндә булыуҙы ла эштең ыңғай яҡтарына индерергә мөмкин: билдәле булыуынса, хәрәкәттә – бәрәкәт! Бында килем эш күләменә бәйле, рәсми килешеү төҙөлә, хеҙмәт хаҡын көн һайын алыу мөмкинлеге бар. Тик үҙ ауырлыҡтары етерлек: ҡайһы бер компаниялар 18 йәштән генә эшкә ала, бик ҙур килем өсөн машинала йөрөү талап ителеүе ихтимал.
– Эш урынын ҡайҙан эҙләргә? Нисек алданмаҫҡа? Мутлашыусыларға эләкмәҫ өсөн ниндәй билдәләргә иғтибар итергә?
– Үҫмерҙәр өсөн эш буйынса тәҡдимдәр
- халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренән,
- йәштәр хеҙмәт биржаларынан,
- уҡыу йорттарынан
- һәм төрлө предприятиеларҙан килә.
Июнь башында вакансиялар базаһында 5269 эш урыны иҫәпләнде. Мәшғүллек хеҙмәте линияһы буйынса балаларҙы мәктәпкә эшкә урынлаштырабыҙ: был башлыса биләмәне төҙөкләндереү буйынса, мәктәп яны участкаһында, китапханала, мәктәп ашханаһында эштәр.
Мәшғүллек хеҙмәтенең «Рәсәй эше» интерактив порталында (https://trudvsem.ru/) вакансиялар менән танышырға, шулай уҡ эш биреүселәр өсөн резюме ҡалдырырға мөмкин. Был порталда ышаныслы эш биреүселәрҙән мәғлүмәт урынлаштырыла. Йәштәргә дәүләт хеҙмәттәре аша ошо порталға инергә лә көйләүҙәрҙә төбәк, ҡала, «бәлиғ булмағандар өсөн» билдәләрен ҡуйырға, эшмәкәрлек өлкәһен, эш хаҡы күләмен һайларға кәрәк.
Алданмаҫ өсөн мотлаҡ эш биреүсе менән рәсми килешеү төҙөргә кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирергә, аныҡларға оялмағыҙ. Интернет аша эш эҙләгәндә артыҡ күп хеҙмәт хаҡы тураһындағы вәғәҙә лә һағайтырға тейеш: ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы?