– Азамат Камил улы, ҡайҙан килә ундай тәрән моң? Тауышығыҙ иҫ киткес халыҡсан, нәҫелегеҙҙә йырсылар бармы?
– Моң – әлмисаҡтан, ата-бабаларымдан килгән йөрәк ҡағышылыр ул. Бик моңсол ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Камил Сәғәҙей улы оҙон көйҙәрҙе еренә еткереп башҡарҙы, тауышы шул тиклем көслө, көр, ауылдың бер яҡ осонда, тау башында йырлаһа, бөтә ауылға ишетелер булды. Быға оло быуын кешеләре шаһит. Баритон тауышы ҡәҙимге һөйләшкәндә лә йырлап, гөрөлдәп торор ине. Шулай уҡ ул гармунда шәп уйнаны. Ә атаһы, Сәғәҙей олатайым, тирә-йүнгә даны таралған көслө ҡурайсы булған, ғаилә архивында уның ҡулына ҡурай тотоп төшкән фотоһүрәте лә һаҡланған, тик ул атайыма бер йәш кенә сағында мәрхүм була. Әсәйем Хәтижә Дәминдәр ҡыҙынан да Күктәр ҡөҙрәте моңдо йәлләмәгән. Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуып үҫкән, талантлы Хызыровтар тоҡомонан булған әсәйем халыҡ көйҙәрен дә, эстрада йырҙарын да берҙәй яратып башҡарҙы, мандолинала уйнаны. Вәхит Хызыров – өс туған ағайым. Тимәк, ысынлап та күңелдәге тәрән моң сылбыры – ул йыһандарҙан нәҫелебеҙгә инселәнгән аҫыл хазиналыр.
– Әсәйҙәр – беҙҙең йөрәк ҡәғбәһе. Иң ҡәҙерле кешегеҙ хаҡында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
– Балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән әсәйебеҙ нескә күңеле, яғымлылығы менән хәтергә уйылған. Ғөмүмән, атай-әсәйем бик кешелекле ине. Аш-һыуға маһир әсәйемдең бешергән ризыҡтарының тәме әле лә тел осомда торғандай. Теле лә татлы ине, гел матур итеп һөйләште. Йүнсел, уңған, ғүмере буйы балалар тип йәшәгән әсәйем, һикһәнде үтеп, оҙайлы түшәктә ятҡанда ла, «улым, ҡыҙым», тип өҙөлдө. Мин дә әсәйемде гел хәстәрләп йәшәргә тырыштым, сөнки беҙ бала саҡтан тыңлаусан булып, атай-әсәйҙе иң ҡәҙерле заттар тип хөрмәтләп, тәрбиәле үҫтек. Әле лә туғандарым, һөйөклөләребеҙҙең матур тәрбиәһен дауам итеп, улар өлгөһөндә һоҡланырлыҡ донъя көтөп йәшәй.
– Һеҙ – ике ул атаһы. Урал менән Арыҫлан шәп егеттәр булып үҫкән. Арыҫландың да халыҡсан моңо таң ҡалдыра. Нимә менән шөғөлләнәләр? Ир бала тәрбиәләүҙең берәй сере бармы?
– Аллаға шөкөр, әле генә бәләкәс ҡолонсаҡтарыбыҙ, Урал менән Арыҫлан, үҫеп етеп, ир ҡорона инеп, беҙҙе ҡыуандырып, өйләнеп тә ҡуйҙылар. Үҙ аллы тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан улдарыбыҙға бар йәһәттән терәк булырға тырышабыҙ.
Арыҫланға ла нәҫелдәге халыҡсан моңдоң күсеүенә һөйөнәбеҙ. Башта ул урыҫса, йәштәрсә йырлау менән мауыҡты, тик тыумыштан бирелгән күңел төпкөлөндәге моң йәнендә бөрөләнгән булғандыр инде, шул ауаз халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә ҡатнашырға әйҙәне уны. Күптәр өсөн асыш булып, лауреат исемен яуланы. Урал улыбыҙ ҙа бәләкәй сағында оҙон көйҙәрҙе йырланы, «Ирәндек моңдарын»нда ла ҡатнашҡайны, бейеү менән ныҡлы шөғөлләнеп, «Ырыу» исемле бейеү төркөмөн дә булдырғайны. Спортҡа ғашиҡ. Урал әлеге көндә продюссерлыҡ менән шөғөлләнә, профессионал видеограф. Арыҫлан Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡыны, беҙҙең менән гастролдәрҙә йөрөнө, халыҡ йырҙарында үҫте, шуға ла уның сәнғәтте һайлауы тәбиғи. Ир бала тәрбиәләүҙең әллә ниндәй сере юҡтыр, уларҙы үҙ өлгөбөҙҙә, ныҡлы ғаилә үрнәгендә үҫтерҙек. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», тиҙәр бит. Киләсәктә лә дөрөҫ юлдан барһындар, бәхет-тәүфиҡтары булһын, тип теләйбеҙ Нәсимә апайығыҙ менән.
– Күптән түгел олатай булыу шатлығын кисерҙегеҙ. Һеҙ ниндәй олатай? Яңы «статус» ниндәй хистәр уята? Ейәнегеҙ «һөнәрҙәре» менән ҡыуандыралыр ҙа инде?
– Әлхәмдиллулаһ, олатай булыу бәхетен дә татыным. Иң ҙур бәхеттәрҙең береһе, тиер инем мин уны. Иса ейәнебеҙгә әле ете генә ай, иң матур, әүрәткес сағы. Беҙҙе шатландырыр, сафландырыр һөнәрҙәре көндән-көн күбәйә, төрлөсә ҡылана, һәр яңы уңыштарына ҡыуанабыҙ, уға ҡарап, бар донъябыҙҙы онотабыҙ. Әҙерәк күрмәйерәк торһаҡ, тыныбыҙ менән тартып алырҙай булып, дүрт күҙ менән һағынып көтәбеҙ. Видео аша ла аралашып, балдай татлы «татлыҡас»ыбыҙға һөйөнәбеҙ. Даланлы, һау-сәләмәт, иманлы булһын пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөткән Иса ейәнебеҙ.
– Азамат Тимеровтың күңел һалған шөғөлө – хоббийы ниндәй икән?
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.