+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
28 Декабрь 2023, 14:23

Бәхетле донъям

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә» проекты авторы һәм етәксеһе Гөлназ Мозафар ҡыҙы Яҡупова (Мортазина) менән дуҫтарса әңгәмә ҡорҙоҡ. Зәңгәр экрандарҙан таныш был ханымдың бәхет сере нимәлә?

Бәхетле донъям
Бәхетле донъям

– Һеҙ Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкәнһегеҙ. Ауыл һеҙҙең өсөн тыуған ер булыуҙан тыш, тағы ниндәй әһәмиәткә эйә, әле бәйләнешегеҙ һаҡланамы?
– Тыуған ауыл менән бәйләнешем өҙөлгәне юҡ. Бөгөн унда минең ҡәҙерле әсәйем Рәсимә Ғәзиз ҡыҙы Мортазина йәшәй һәм байрамдарым да, йәйге ялдарым да шунда үтә. Ата-бабалар менән бәйләп торған рухи епте ауылда саҡта нығыраҡ тоям. Ете быуын оло олатайым Байрамғол старшинанан башлана был ауылдың тарихы. Мотаһар олатай яғынан нәҫелебеҙ бик диндар булған, ул үҙе лә һуңғы йылдарын халыҡҡа иман нурын таратыуға арнаны. Учалыла мине боронғо ата-бабаларым менән бәйләгән тағы өс ауыл бар. Әсәйем тыуып үҫкән Ҡаҙаҡҡол, әзәйемдең ауылы Науырҙа, өләсәйем тыуған төйәк – Көсөк. Ауылға нигеҙ һалған Ҡаҙаҡҡол старшина, нәҫелебеҙ барып тоташҡан Ҡобағош сәсән – бына ошондай көслө шәжәрәләрҙән мин тыуғанмын.
– Билдәле диктор, «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин һеҙҙең ағайығыҙ. Һөнәр һайлауҙа уның ҡатнашлығы булдымы?
– Әхәт ағайға эйәреп, беҙ ҙә яҙмыштарҙы Өфө менән бәйләнек. Мин һөнәр һайлағанда ул да үҙенең һүҙен әйтте. Һуңынан Әхәт Мотаһар улы диктор булараҡ та минең менән күп эшләне, матур итеп телмәр тоторға, дөрөҫ уҡырға өйрәтте. Һәм, әлбиттә, уның зирәк аҡыллы кәңәштәре миңә эштә генә түгел, тормошта ла ярҙам итте. Кешеләргә рәхмәтле булыу һәм быны ваҡытында әйтә, еткерә белеү, дуҫтар һайлау, башҡалар араһында үҙеңде тотоу һәм башҡа бик күп нәмәләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшә инек. Бөгөн уның ҡайһы бер әйткәндәрен иҫләйем дә, әүлиә булған икән, тип аптырап ҡуям.
– Кейәүгә сыҡҡанда ниндәй маҡсаттар ҡуйғайнығыҙ?
– Мин ғаилә ҡороуға проект итеп ҡараманым. Студент саҡта китап донъяһына сумып йәшәү ҡыҙығыраҡ ине. Һәм кейәүгә лә, китаптарҙағыса, ғашиҡ булып сыҡтым. Ә маҡсат шул мөхәббәт нигеҙендә әсәлек бәхетен татыу, балалар тәрбиәләү булғандыр инде.
– Ҡыҙҙар әсәһе булараҡ, әйтегеҙ әле, ҡыҙ баланың тәрбиәһе нисек?
– Малай булһынмы, ҡыҙмы, бала менән ваҡыт табып оҙаҡ итеп ултырып һөйләшергә кәрәктер, тип уйлайым. Улым юҡ, уның ҡарауы, ун алты йәшкә бәләкәй бер туған ҡустым бар. Уның менән дә, ҡыҙҙарым менән дә, һеңлем менән дә сәғәттәр буйы серләшә алам. Шул саҡта үҙемдең дә күңелем бушап ҡала. Ә киңерәк итеп ҡарағанда, бала аяғына баҫып, шәхес булып нығынмайынса тәрбиә тураһында һөйләү иртәрәктер ул. Яҡшы кешеләр булып үҫеп етерҙәр, тип өмөтләнәм һәм хыялланам.
– «Бәхетнамә» тапшырыуына кешеләр бәхет эҙләп киләме әллә улар бәхет серен беләме?
– «Бәхетнамә» 2011 йылда педагогик тапшырыу булараҡ асылғайны. Уның атамаһына бәхет тураһында китап тигән мәғәнә һалдым. Исеме есеменә тура килде, балалар тәрбиәләү тураһында бик матур һәм фәһемле әңгәмәләр ҡоролдо. Һуңғараҡ «Бәхетнамә» көндәлек сыға башланы һәм төрлө тормошсан темаларҙы үҙ эсенә алған ҙур проектҡа әйләнде. Ысынлап та, «Мин бит бәхетле түгел», тип тапшырыуға килеүҙән баш тартҡандар ҙа булғыланы. Ә шулай ҙа беҙгә килгән кешеләр бәхет серен беләлер, тип уйлайым.
– Һеҙҙеңсә, ниндәй ул бәхетле ҡатын-ҡыҙ?
– Бәхет ғүмерҙең төрлө миҙгелдәрендә төрлөсә булалыр ул. Минең бөгөнгө бәхетем ҡыҙҙарым менән бәйле. Уларҙы үҫтереү, үҙемдән һуң сәләмәт, тәрбиәле, тәүфиҡлы балалар ҡалдырыу, әсәлек һәм киләсәктә өләсәйлек миссияларын үтәү, тимәк, бәхет – ул яуаплылыҡ һәм бурыстар ҙа. «Һәр ҡайһығыҙҙың әүрәткестәре булһын» тип теләй торғайны әзәйем. Бала әсәһе булыу – өләсәйҙәрҙең ҡабул ҡылынған доғалары, фатихаһы ул.
Кеше хатаһыҙ һәм кәмселекһеҙ була алмаған кеүек, тулыһынса бәхетле лә йәшәп булмайҙыр. Бәхет менән шатлыҡ янында хыянат һәм ғәҙелһеҙлек тә бар – әҙәм балаһы барыһын да үҙе аша үткәрә. Ә барыбер ҙә үҙең һәм яҡындарың өсөн мөмкин тиклем тыныс, матур шарттар тыуҙырып, бәхетеңде арттырырға тырышып, шөкөр итеп йәшәү үҙеңдән тора.
– Тылсымсы булһағыҙ, иң тәүҙә нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
– Ә мин – былай ҙа тылсымсы ул. Нимә уйлайым, шул алдыма килә, быны тормошта күп тапҡыр һынағаным булды. Шуға ла башта тик яҡты уйҙарҙы ғына тоторға тырышам. Яҡындарым минең был һәләтемде белә, саҡ ҡына юҡ-бар һөйләй башлаһам, тыйып баралар.
– Хоббийығыҙ бармы?
– Сәғәттәр буйы йәйәү йөрөргә яратам – быны хобби тип атап буламы икән? Көнөнә егерме мең аҙымды еңел генә үтәм. Йәйәү йөрөү –һаулыҡҡа ла, күңел торошона ла шифа, үҙенә күрә бер медитация ла. Социаль селтәрҙәрҙә яҙышам, «Бәхетле донъя» тигән бәләкәй генә төркөмөм бар. Ә шулай ҙа үҙемде блогер тип тә атай алмайым, сөнки башҡалар кеүек хис-тойғоларымды ҙур аудиторияға сығарырға әҙер түгелмен.
– Ғаилә байрамдарына ниндәй ризыҡтар әҙерләйһегеҙ?
– Ихлас ниәт, күтәренке кәйеф менән тотонһам, һәр ризығым да тәмле килеп сыға. Аяттарға ҡоймаҡ ҡоям. Һуңғы ваҡытта плитә янында тороуҙы кәметергә тырышам, сөнки тормошта башҡа ҡыҙыҡлы эштәр күп, барыһына ла өлгөрөргә кәрәк.
– Һеҙҙеңсә, матур ҡатын-ҡыҙ ниндәйерәк була?
– Матур ҡатын-ҡыҙҙың арҡаһы төҙ, күҙҙәре нурлы, кейеме зауыҡлы. Олоғая килә һылыу булып ҡалыу гүзәл заттан хеҙмәт һәм тырышлыҡ талап итә. Тағы ла матурлыҡ – ул ҡатын-ҡыҙҙың күңелендәге тыныслыҡ һәм гармония. Тик мин ни өсөндөр был торошто ауылда саҡта ғына тоям.
– Һеҙҙе иң ҡыуандырған бүләк?
– Иң ҡыуандырғаны – көтөлмәгән бүләктер, моғайын. Мәҫәлән, яҙғыһын әхирәтем мине бөҙрәханаға, таныш оҫтаһына ебәрҙе. Сығыуыма уның алдан уҡ хаҡын түләп ҡуйыуы асыҡланды. Көтөлмәгән сюрприз менән ул мине тормошомдоң ауыр мәлендә дәртләндереп ебәрҙе, был ваҡиға һуңынан да күңелемә йылылыҡ өҫтәп торҙо. Бүләк – ул яратыу һәм дуҫлыҡ билгеһе.
– Тормошҡа ашмаған хыялдарығыҙ бармы?
– Тормош юлында нимәгәлер ныҡ хыялланып, тырышып, маҡсатланып өлгәштем, тип әйтә алмайым. Яҙмышым мине үҙенең тулҡындарында бәүелтеп кенә алға алып бара кеүек. Һәр нәмәлә үҙемдең өлөшөм, ырыҫым бар, Аллаға шөкөр.
– «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларына Яңы йыл теләктәрегеҙ...
– Бәхет тойғоһо – һәр кемдең күңеле түрендә. Шул тойғоно табығыҙ һәм юғалтмағыҙ. Етеп килгән Яңы йылды ҡәҙерле кешеләрегеҙ менән үткәрегеҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Бәхетле донъям
Бәхетле донъям
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: