-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
26 Июль 2023, 10:12

«Иң мөһиме – кешелекле булыу»

Сәнғәт кимәлендәге хирургия – Өфө ҡалаһы 21-се клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургтары эшен шулай тип баһалайҙар. Бит һәм яңаҡта урынлашҡан ҡылдан нескә нервы ептәренә, эреле-ваҡлы әллә күпме ҡан тамырҙарына зыян килтермәйенсә операция яһап һаулыҡ бүләк итеүселәрҙе күптәр тылсымсы тип йөрөтә. Был хеҙмәткә өс тиҫтә йылдан ашыу медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңаҡ-бит хирургияһы буйынса штаттан тыш баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Азат Сөләймәнов етәкселек итә. Уҡыусыларыбыҙға «Стоматология алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» I  дәрәжә ордены кавалеры, «2015 йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсының «Иң яҡшы хирург» номинацияһында еңеүсе Азат Мөҙәсир улы менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

«Иң мөһиме – кешелекле булыу»
«Иң мөһиме – кешелекле булыу»

– Азат Мөҙәсир улы, медицинаның ифрат ҡатмарлы ошо өлкәһенә нисек килеүегеҙ, ғөмүмән, ни өсөн табип һөнәрен һайлауығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

– Һорауығыҙ йылдар томаны артында ҡалған бала сағыма алып ҡайтты. Мин Бәләбәй районының Берек-Алға тигән ауылында тыуып үҫкәнмен, әйткәндәй, коллективлаштырыу осоронда барлыҡҡа килгән ауылыбыҙ 2019 йылда йөҙ йыллыҡ юбилейын уҙғарҙы. Әсәйем Хәлимә Хөснулла ҡыҙы һеңлем менән мине яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Атайым Мөҙәсир Ибраһим улы, Сахалинда армияла хеҙмәт иткәндә үпкәһенә һалҡын тейҙереп, туберкулез эләктерә. Ҡайтҡас, оҙаҡ ғүмер итмәй, ни бары 31 йәшендә донъя ҡуя. Был ваҡытта миңә өс йәш ярым, һеңлемә йәш ярым була. «Их, табип булһам, атайымды ҡотҡарыр инем!» – тип уйлай инем бәләкәй саҡта. Үҫә төшкәс, кешеләрҙе һауыҡтырыу теләге күңелемдә ныҡлап тамыр йәйҙе. Ә 12 йәшемдә операция кисереп, дауаханала ятҡанда иһә ул мине офоҡтарға әйҙәүсе оло хыялға әйләнде.

Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ туп-тура Башҡорт дәүләт медицина институтына килдем. Ә стоматология йүнәлешен һайлауыма факультет исемендә шул заманда хирургия тигән һүҙ ҙә булыуы йоғонто яһағандыр.  

Институтҡа инеүемә минән бигерәк әсәйем ҡыуанды. Ул, колхозда тырышып эшләп, бөтә ғүмерен беҙҙе кеше итеүгә арнаны. Үҙе чемпион чабан булараҡ дан тота ине, уңыштары өсөн бихисап бүләктәр, шул иҫәптән БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһын алды.

1981 йылда, институтты тамамлағандан һуң, Октябрьский ҡалаһында – хирург-стоматолог, бер үк ваҡытта нефть-газ сығарыу идаралығы санчасында яңаҡ һәм бит хирургияһы табибы булып эшләй башлағас, әсәйемдең үҙен сикһеҙ бәхетле итеп тойоуы һаман күҙ алдымда!

1983 йылда баш ҡалабыҙҙың 21-се дауаханаһында яңаҡ һәм бит хирургияһы бүлеге асылғас,  профессор Гайдар Ғиләж улы Минһажев саҡырыуы буйынса бында күстем. 1990 йылда иһә миңә коллективҡа етәкселек итеүҙе ышанып тапшырҙылар.

 – Республикала ғына түгел, илебеҙҙә танылыу алған бүлектең эше нимәнән ғибәрәт, һеҙгә килеүсе ауырыуҙарға ниндәй медицина ярҙамы күрһәтәһегеҙ?

– Беҙгә бигерәк тә тештәрен оҙаҡ дауаламай йөрөү арҡаһында ҡаҙналары эренләп шешеп, ялҡынһыныу башҡа туҡымаларға таралған, яңаҡ һөйәктәре серей башлаған ауырыуҙар, теш алдырғандан һуң төрлө өҙлөгөүҙәргә дусар булғандар күп килә. Бындай хәлдә ярҙам ваҡытында күрһәтелмәһә, һаулыҡ, ғүмер өсөн хәүеф тыуа. Шуныһы ҡыуандыра: элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда ауыр осраҡтар әле аҙыраҡ. Бер нисә тиҫтә йыл элек, иҫегеҙҙәлер, теш табибына талон алыу өсөн таңдан тороп сиратҡа баҫырға кәрәк ине, бөгөн иһә стоматология клиникалары аҙым һайын тиерлек, был иһә яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Шулай уҡ килеүселәр араһында юл-транспорт фажиғәләрендә, йә һуғышып яңаҡ, танау һөйәктәре һынған, бит туҡымалары йәрәхәтләнгән кешеләр ҙә байтаҡ. Уларҙың сарпаҡланған һөйәктәрен бөртөкләп йыйған саҡтарыбыҙ ҙа була. Яңаҡ, бит туҡымаларын, һөйәктәрен тергеҙеү  – эшебеҙҙең бер йүнәлеше. Бынан тыш, яңаҡта, биттә, муйында, ҡолаҡ янында яман булмаған шеш үҫкән ауырыуҙарға операциялар башҡарыла. Беҙ өфөләрҙе генә түгел, республиканың бөтә район-ҡалаларында йәшәүселәрҙе лә дауалайбыҙ. Күрше өлкәләрҙән килеүселәр ҙә бар.

– Хирургияның үтә нескә был тармағында эшләүсе табиптарҙан ниндәй сифаттар талап ителә?

– Ғөмүмән, һәр табип өсөн, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, иң мөһиме – үҙ һөнәрен яратыуы һәм кешелекле булыуы. Ауырыуҙың хәлен еңеләйтеү, уны һауыҡтырыу, ҡотҡарыу теләге  уның булмышында ятырға тейеш. Ә оҫталыҡ һәм тәжрибә яйлап туплана.

Яңаҡ-бит хирургияһы – заманса ҙур хирургияның күп яҡлы йүнәлеше. Табиптарыбыҙ ҡатнаш тармаҡлы операциялар ҙа яһай, мәҫәлән, эренле ялҡынһыныу йәки шеш тамаҡ, ҡолаҡ, танау тирәһенә күскәндә. Һәм был өлкәләге операцияларҙы һис кенә лә ҡатмарлы, ябай тип бүлеп ҡарарға ярамай, бөтә осраҡта ла берҙәй яуаплылыҡ кәрәк. Һәр сырхау һәм уның сиренең тарихы үҙенсәлекле. Көтөлмәгән хәл килеп тыуып, ауырыуҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡалмаһын, һөҙөмтә уңышһыҙ булмаһын өсөн, иң еңел күренгән операцияға ла тәфсирләп әҙерләнәбеҙ. Был – тайпылғыһыҙ ҡағиҙә. Үҙем, мәҫәлән, ауырыуҙың медицина документтарын ныҡлап өйрәнеүҙән тыш, шул сир хаҡында махсус мәғлүмәт уҡып, белемемде яңыртып алам. Артабан эш барышын тулыһынса күҙ алдына килтерәм, йәғни операция ваҡытында бер-бер артлы яһаласаҡ һәр хәрәкәтте күңелдән үткәрәм.

– Күп йылдар эшләү дәүерендә ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалған осраҡтар ҙа етерлек булғандыр?

 – Әлбиттә. Тик ундай хәлдәрҙе бар ғаләмгә һөйләмәҫ инем – кешеләр үҙҙәрен таныр ҙа уңайһыҙлыҡ кисерер.

– Улай булғас, матбуғатта яҙылып сыҡҡан хәл – айыу имгәткән кешене ҡотҡарыуығыҙ хаҡында иҫегеҙгә төшөрөп үтһәгеҙ?

 – Байтаҡ йылдар элек беҙҙең бүлеккә айыу һөжүм иткән һунарсыны алып килделәр. Ирҙең хәле ауыр ине – йыртҡыс менән алышта ул әжәлдән мөғжизә менән ҡалған. «Урман хужаһы» аусының баш, яңаҡ һөйәктәрен йәнсетә һуғып һындырған, тырнаҡтарын батырып, бит туҡымаларын йыртҡан, тиреһен аҡтарған. Операция оҙаҡ дауам итте, уңышлы тамамланды һәм батыр һунарсыны үлемдән тартып алыуыбыҙға бөтәбеҙ ҙә бик шатландыҡ. Бәхеткә күрә, ундай ҡатмарлы осраҡтар һирәк.

 – Күптән түгел бүлек коллективы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттарының юғары баһаһына лайыҡ булды...

– Эйе, Мәскәүҙән килгән коллегаларыбыҙ эшебеҙҙе, ғөмүмән, республикалағы яңаҡ-бит хирургияһы кимәлен ыңғай баһаланы, алдыбыҙға яңы бурыстар ҡуйылды. Башҡортостанда ярты быуат элек ойошторолған был хеҙмәттең ғорурланырлыҡ бай тарихы, үҙенсәлекле традициялары бар. Замандан ҡалышмаҫҡа тырышып, алдынғы технологияларҙы, яңы алымдарҙы өйрәнәбеҙ һәм ҡулланабыҙ.  Бүлектә туғыҙ табип, уларҙың уртаса йәше – 52, күбеһе ғилми дәрәжәләргә эйә. Ә шәфҡәт туташтарының байтағы бында бүлек асылғандан бирле эшләй, йәп-йәш килеш килгән ҡыҙҙар хәҙер инде – тәжрибә туплаған олпат белгестәр. Операцияның уңышлы үтеүе генә аҙ, унан һуң ауырыуҙы ҡарауға, дөрөҫ дауа билдәләп һауыҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә.

– Көсөргәнешле эш көнөнән һуң ни рәүешле ял итәһегеҙ, иртәгәлеккә нисек хәл туплайһығыҙ?

 – Минең өсөн иң яҡшы ял – өйҙә, ғаиләм ҡосағында. Ҡайтҡас, ярты сәғәт тирәһе тын ғына йөрөп, көндөҙгө тәьҫораттарҙан арынам. Ҡатыным Динара Асаф ҡыҙының эшемде аңлап тороуы менән бәхетлемен. Ул ғүмер буйы Гербицидтарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында метролог булып эшләне, әле хаҡлы ялда. Ҡыҙыбыҙ Аделгә 36 йәш. Әйшә тигән ейәнсәребеҙ үҫә.

Ҡыҙыбыҙ бәләкәйерәк саҡта Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл урындары буйлап сәйәхәт итергә яратһаҡ, әле буш ваҡытымда ҡулыма китап алам. Һөнәрем әҙәбиәттән алыҫ булһа ла, китап – ғүмер буйы тоғро юлдашым.  Өйҙә лә, бүлектә дежур иткәндә лә (әгәр ул тыныс үтһә) яратҡан баҫмаларымды уҡыу йәнемә ял бирә.

Ейәнсәрем туған телебеҙҙә лә уҡыһын тип, балалар өсөн үҙем ижад иткән бәләкәй генә шиғырҙар китапсығын сығарғайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әсә телендә аҙ һөйләшә. Йәш быуындың оло ҡиммәтебеҙҙән ситләшеүе – замандың ҙур бәләһе. Әйшәне унан һаҡларға тырышыуым һөҙөмтә бирерме? Һәр хәлдә, быға ышанам.

 – Журнал уҡыусыларыбыҙға һеҙҙең ниндәй теләктәрегеҙ булыр икән?

– Мин уларҙың теш сәләмәтлегенә етди иғтибар биреүен теләр инем. Сөнки тештәрҙе дауаламай йөрөү һаулыҡ өсөн зыянлы булыуҙан тыш, йыш ҡына ғүмер өсөн дә ҡурҡыныс. Шулай уҡ ваҡытында диспансеризация үтергә кәңәш итәм, яңаҡта, биттә, муйында үҫешкән шештәрҙең күпселеге тап ошо сара ваҡытында асыҡлана. Ул урындарҙа бәләкәй генә үҙгәреш һиҙеү менән кисекмәҫтән табипҡа барыу мөһим. Кәрәк икән, белгес яңаҡ-бит хирургына ебәрәсәк, беҙ иһә килеүселәрҙең бөтәһенә лә юғары квалификациялы ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Булат МАЛИКОВ фотоһы.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: