0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
1 Февраль 2023, 14:59

«Был ерҙәргә һөйөү – мәңге йөрәгемдә...»

«Башҡорт табиптары – беҙҙең өсөн фәрештәләр», – ти Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәр. Хәтерләйһегеҙҙер, яңы туғандаш республикалар халҡына медицина ярҙамы кәрәклеге хаҡында һүҙ сыҡҡас, Башҡортостан табиптары тәүгеләр сафында ул тарафҡа юлланды һәм әле лә Красный Луч ҡалаһында фиҙакәр эшләүҙәрен дауам итәләр. Махсус медицина бригадаһы составында айҙан ашыу унда булған даими авторыбыҙ, Өфө ҡалаһы 21-се клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-гастроэнтеролог Эльмира Мәрүән ҡыҙы Ҡаһарманова йөрәгендә мәңге ҡаласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша.

«Был ерҙәргә һөйөү – мәңге йөрәгемдә...»
«Был ерҙәргә һөйөү – мәңге йөрәгемдә...»

– Туғандаш республика табиптарына ярҙамға барыу теләге һеҙҙә нисек тыуҙы? Хәүефле лә, яуаплы ла сәфәргә сығыуығыҙҙы ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ, танышта­рығыҙ ни рәүешле ҡабул итте? Шул турала һөйләп үтһәгеҙсе.
– Июнь айы ине. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы булараҡ, минең Красный Луч ҡалаһына юлланыусы бригадаға гастроэнтеролог табышыуымды һоранылар. Биш минут эсендә хәл иттем: үҙем барам. Ирем менән улымдан башҡа берәүгә лә әйтмәнем. Улар – икеһе лә ғүмерҙәрен ғәҙеллекте яҡлауға арнаған хоҡуҡ белгестәре, талпынышымды бик яҡшы аңланы. «Мине лә алһындар – санитар итеп!» – тип ныҡышты ирем, янымда булырға теләп. «Медицина белемең юҡ бит!» – тип һүрҙем уны. Оло йәштәге бер туған апайымдың мине юғалтып эҙләй башлаясағын беләм, шуға күрә уға, Санкт-Петербургҡа квалификациямды күтәрергә китәм, тиергә мәжбүр булдым.
Мин – пионер, комсомол тәғлимәттәрен, тыумыштан илһөйәрлек хисен һеңдереп үҫкән быуын вәкиле, мәктәптә уҡығанда әүҙемлегем өсөн хатта «Артек» лагерында булыу бәхете тейҙе. Күп милләтле республикабыҙҙа халыҡтар дуҫлығы иң оло байлыҡ, ярҙамсыллыҡ иң матур ҡиммәт булыуы менән ғорурланам. Ике олатайым да Тыуған илебеҙҙе яҡлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойған, бөтә ир туғандарыбыҙ армия сафында хеҙмәт иткән. Һәм әлеге ҡарарым Ҡаһарманованың ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе түгел, эстән урғылып сыҡҡан ихтыяж ине. Был турала башҡаларға хәбәр итеүҙе һис кәрәк тип тапманым.
– Юлға сыҡҡанда, шулай уҡ барып еткәс күңелегеҙҙә хәүеф-хәтәр, ҡурҡыу хистәре булманымы?
– Тулҡынландыҡ, ләкин беребеҙ ҙә ҡурҡыу кисермәне, сөнки ҡайҙа юл тотоуыбыҙҙы белә инек. Сәфәргә ҡуҙғалғанда ла, Красный Лучта эшләү осоронда ла республикабыҙ өсөн бик ҡәҙерле, уның тарафынан ҡурсаулы икәнебеҙҙе һиҙеп торҙоҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Хөкүмәтебеҙҙең һәр даим хәстәрлеген тойоп йөрөнөк. Был иһә беҙгә әйтеп бөткөһөҙ көс бирҙе.
Командабыҙ төрлө йүнәлештәге 30-лаған белгестән торҙо. Беҙҙең менән бергә биш автопоезд барҙы: экспресс-анализдар эшләүсе лабораториялар, УЗИ, ЭХО КГ, ЭКГ һәм башҡа тикшереү ҡорамалдары, һөҙөмтәле дарыуҙар, барлыҡ медицина кәрәк-яраҡтары менән.
Коллегаларым араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар ине, иң өлкәненә 71 йәш тулғайны. Һәр ҡайһыһын һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, оло йөрәкле, миһырбанлы шәхес тә тип атайым. Иманым камил: Красный Лучҡа уларҙың береһе лә ҙур аҡса артынан юлланманы, йән талабы буйынса барҙы. Юғары әхлаҡлы шул кешеләр менән бер һулышта уҙғарған осорҙо яҙмышымдың оло бүләге тип һанайым.
– Эшләй башлағандың тәүге көнөндәге тәьҫораттар менән бүлешһәгеҙ ине?
– «Назад в СССР» тигән фильмды күргәнегеҙ бармы? Поликлиникаға инеү менән, хас шул кинолағы кеүек, кире СССР заманына ҡайтҡандай булдыҡ. Бөйөк дәүләтебеҙ тарҡалғандан һуң Украина составында ҡалған был ҡалаға шунса ғүмер бөтөнләй иғтибар булмаған. Ҡабул итеү кабинеттарында боронғо өҫтәл, ултырғыс, һыу краны, дискылы телефондар... – әйтерһең, ваҡыт машинаһында үткән быуаттың 80-се йылдарына килеп төштөк. Таңғы биштән сират алып, халыҡ ағыла башлағас, йәнә баҙап ҡалдыҡ – уларҙан һирпелгән йыһандай сикһеҙ йылылыҡтан.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: