-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
22 Сентябрь 2022, 13:10

«Күңел зөбәржәттәре тутыҡмай...»

Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны, Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы Михаил Семенович Щепкин исемендәге Юғары театр колледжы (институты) кураторы, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина менән әңгәмәбеҙ һәләтле йәштәр, театрҙың киләсәге хаҡында. Башҡортостандан уҡырға ебәрелгән щепкинсылар, былтыр диплом алып, эшкә урынлашты. Улар менән тәүге көндәренән Мәскәүҙә бергә булған, милли мәҙәниәтебеҙгә тулҡын булып килер көскә милли рух өргән, телен сарлаған кешенең фекерҙәре менән танышыу журнал уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

«Күңел зөбәржәттәре тутыҡмай...»
«Күңел зөбәржәттәре тутыҡмай...»

– Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр колледжы (институты), илебеҙҙең боронғо абруйлы сәнғәт уҡыу йорттарының береһе, Башҡортостан театрҙары өсөн махсус милли кадрҙар әҙерләп сығара. Яҙыусы, бик талантлы уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаны «беренсе сығарылыштың әсәһе» тип атағайныҡ. Икенсе сығарылыш өсөн яуаплы итеп һеҙ ебәрелдегеҙ. Кеше балалары өсөн яуаплылыҡ алыу ҡурҡытмағандыр, сөнки һеҙ БДУ-ның журналистика һәм филология факультетында тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары йөгөн тартып, бай тәжрибә туплап өлгөргәйнегеҙ. Һеҙҙең өсөн Мәскәү нимә ул? Баш ҡалаға ниндәй тәьҫораттар менән аяҡ баҫтығыҙ?


– Осраҡлы рәүештә генә Мәскәүгә Башҡорт студияһына студенттар ҡабул ителеүе, уларға куратор, башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәклеге тураһында белеп ҡалдым да конкурсҡа ғариза ебәрҙем. Әңгәмәгә саҡырҙылар. Барһам, ғариза биреүселәр байтаҡ ҡына икән. Конкурстың һөҙөмтәһе бер нисә көндән билдәле була, тинеләр. Аҙаҡтан инде мәҙәниәт министры урынбаҫары Ф.Ш. Абдраҡов менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Мәҙәниәт министрлығына саҡырып, был яуаплы миссияны үтәү өсөн комиссия ағзаларының мине һайлауын еткерҙе. Ҡуш ҡуллап риза булдым, сөнки беренсе студияның нисек уҡыуы тураһында уҡытыусым Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсинанан ишетеп белә инем.
Минең өсөн Мәскәү ул – бейеклек, юғарылыҡ. Шул юғарылыҡты яуларға көс етерме? Студенттар һынатмаҫмы? Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт заказы лайыҡлы үтәлерме? Бына ошондай һорауҙар менән аяҡ баҫтым баш ҡалабыҙ Мәскәүгә. Сәмләнеп, илһамланып эшкә тотондом. Педагогик стажым да аҙ түгел ине – 34 йыл, тәжрибә бар, яңы коллегалар ярҙам итергә әҙер. Миңә Башҡорт студияһының кураторы, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе вазифалары йөкмәтелде. Шулай итеп, мин М.С. Щепкин исемендәге юғары театр колледжының (институты) сәхнә теле кафедраһы доценты булып киттем.

– Икенсе сығарылышҡа ниндәйерәк студенттар эләкте? Барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ кешеләр инеме? Осраҡлылар булманымы? Эшкә сығып киткәндә Һеҙ өмөт иткәндәр аҡландымы?


– Эйе, өмөттәр аҡланды, тип ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтә алам. Абруйлы уҡыу йортонда 2017 йылда уҡый башлаған 15 студент 2021 йылда уны тамамланы. Улар «Актер оҫталығы» программаһы буйынса «Драма театры һәм кино артисы» һөнәрен үҙләштерҙе. Икенсе Башҡорт студияһының художество етәксеһе Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Дмитрий Георгиевич Кознов булды. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең студенттарҙың уҡыуҙы тамамлағанын күрә алманы: оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды. Башлаған эштәрен аҡһаҡалдың улы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор Дмитрий Дмитриевич Кознов дауам итте.
Студенттар тырышып белем алды. Уларҙың етәүһе институтты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Бына улар: Әбйәлил Үтәбаев, Аэлита Тихонова, Елизавета Алексеева, Сабина Кирәева, Илнур Ғәниев, Эльвира Йәрмөхәмәтова, Илүзә Итекәева. Ҡалғандар ҙа һынатманы.
Дүрт йыл ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бай тарихлы, матур традициялары булған был уҡыу йорто баш ҡалабыҙ Мәскәүҙең үҙәгендә урынлашҡан. Ҡыҙыл майҙан, Кремль, Ҙур театр, Бәләкәй театр... Ошо иҫтәлекле урындарҙың күркәмлеген көн дә күреп йөрөү – үҙе бәхет. Даны донъяға таралған Ҙур театрҙа, Бәләкәй театрҙа спектаклдәр ҡараныҡ, музейҙарға йөрөнөк, күргәҙмәләрҙә булдыҡ.
Студенттарыбыҙ А.А. Яблочкина исемендәге Актерҙар йортонда үткән кисәләрҙә, Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкәләтлеге, «Аҡ тирмә» ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Илүзә Мерәҫова – моңло тауышы, Айнур Ғәбитов йор һүҙе менән һоҡландырҙы, Эльвира Йәрмөхәмәтова башҡорт милли костюмдары күргәҙмәләрендә ҡатнашты. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын һөйләп, Ҡырымда уҙғарылған Бөтә Рәсәй «Таврида» йәштәр форумында ҡатнаштылар. Калуга өлкәһендә үткән «Этномир» фестивалендә сығыш яһап, диплом алып ҡайттылар. Бынан тыш, сәхнә телмәре, вокал буйынса конкурстарҙа ла һынатманылар. Әбйәлил Үтәбаев, Илүзә Мерәҫова, Елизавета Алексеева, Илнур Үтәбаевтар, Узеир Гаджи­бековтың «Аршин мал алан» музыкаль спектакленән өҙөк күрһәтеп, Рәсәйҙең театр вуздары араһында ойошторолған вокал конкурсында II дәрәжә дипломға эйә булды. Лилиә Сәғитова сәхнә телмәре буйынса студенттарҙың М.Н. Ермолова исемендәге конкурсында III урын яуланы.


– Киләсәктә кемдәрҙең исемдәре яңғырар, тип уйлайһығыҙ?


– Яҡынса күҙаллайым, әлбиттә. Әбйәлил Үтәбаев, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Эльвира Йәрмөхәмәтова, Илнур Ғәниев, Таһир Солтановтарҙың исемдәре яңғырар, тип ышанам. Ҡалған студенттарымдың да киләсәге өмөтлө. Маҡсатлы йүнәлеш менән әҙерләнгән кадрҙар булараҡ, күптәре әлеге көндә Башҡортостаныбыҙ театрҙарында тырышып эшләп йөрөй. Мәҫәлән, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәева, Сабина Кирәева, Таң Хөсәйенов – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Әбйәлил Үтәбаев, Илнур Ғәниев, Таһир Солтанов – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Эльвира Йәрмөхәмәтова Салауат драма театрҙарында ҡанатланып ижад итә. Башҡалар ҙа үҙҙәренең лайыҡлы урынын табыр, тип уйлайым.


– Киләсәктә лә милли кадрҙар уҡытыу ҡараламы?


– Республика менән уҡыу йорто араһында бындай килешеү, минең белеүемсә, ун йылға бер төҙөлә. Тәүге Башҡорт студияһы 2007 йылда уҡыуҙы тамамлағайны, икенсеһе 2017 йылда ҡабул ителде. Киләсәктә лә ошо матур традиция дауам ителеүенә ышанам.
Форсаттан файҙаланып, йәштәрҙең киләсәген хәстәрләгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға, дүрт йыл дауамында беҙҙең менән бергә янған-көйгән, беҙҙе хәстәрләгән М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллинға оло рәхмәтемде еткерәм.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: