– Надежда Николаевна, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының Рәсәй Конституцияһына мөһим үҙгәрештәр индереүҙә ҡатнашыуын ишетеп беләбеҙ. Шул турала һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ғаилә ҡиммәттәрен, ҡатын-ҡыҙ, бала мәнфәғәттәрен яҡлау – Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшенең төп йүнәлеше һәм һәр даим ул был тәңгәлдәге закондарҙы камилыраҡ итеү өсөн сығыш яһай. Тап шуның өсөн дә беҙ, илебеҙ Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса фекер алышыуҙар башланғас, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡағылышлы закондарҙы көсәйтеү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаныҡ. Мәғариф өлкәһе, белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеү менән генә сикләнмәйенсә, тәрбиә һалыуҙы ла мотлаҡ бурыс булараҡ башҡарырға тейеш, тигән фекер һалдыҡ уға. Юғиһә ул бурысҡа тейешле иғтибар булмау ауыр күренештәргә килтерәсәген һөйләп тороу кәрәкме?! Әлбиттә, киләсәкте хәстәрләүсе замандаштарыбыҙ бихисап – тәҡдимебеҙгә ауаздаш фекерҙәрҙе белдереүселәр күп булды. Уларҙы ентекләп тикшереүҙәр, дөйөмләштереүҙәр һөҙөмтәһендә илебеҙҙең Төп законының 67.1 статьяһындағы 4-се бүлек яңы өҫтәмәләр менән байытылды. Унда «Дәүләт балаларҙың һәр яҡлы рухи, әхлаҡи, интеллектуаль һәм физик үҫеше, уларҙа илһөйәрлек, гражданлыҡ һәм өлкәндәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра» тигән юлдар барлыҡҡа килде.
Әле Дәүләт Думаһы, Конституциялағы өҫтәмәләрҙән сығып, Ғаилә кодексына, «Мәғариф хаҡында»ғы һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереү өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә һуңғы ваҡытта иртәнсәк гимн уйнатылыуы ла – илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән хоҡуҡи нормаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың бер сағылышы. Былар барыһы ла дәүләтебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ – ҡеүәтле, ғаиләләребеҙ көслө булһын, тигән изге маҡсатҡа йүнәлтелгән.
– Ләкин иң яҡшы, иң камил закондар ҙа боҙолған осраҡтар етерлек бит, шулаймы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай. Ғаиләләрҙә ир менән ҡатын, ата-әсә менән балалар араһындағы хоҡуҡтар күҙәтелмәгән, бигерәк тә айырылышҡан саҡта бала мәнфәғәттәре боҙолған хәлдәр бик йыш. Бындай бәхәсле осраҡтарҙы нисек хәл итергә кәрәклеге закондарҙа эҙмә-эҙлекле яҙылған. Әйтәйек, ғаилә тарҡалғанда баланың атай йәки әсәй менән аралашыуына ҡағылышлы һорауҙар тыуһа, Ғаилә кодексы нимә ти? Ул, өҫтәл артына ултырып һөйләшеп, сабый менән аралашыу тәртибен билдәләүсе килешеү төҙөргә ҡуша. Ғөмүмән, теләһә ҡайһы закон бәхәсле хәлдәрҙән тыныс юл менән сығыу алгоритмын – юлдарын күрһәтә. Өҫтәүенә, хәҙер беҙҙә «Медиация тураһында» – «Бәхәстәрҙе хәл итеүҙең альтернатив юлы хаҡында» ла закон бар, унда ла шул турала һүҙ бара.
– Ләкин һөйләшеп килешеү бер нисек тә мөмкин түгел икән, ни эшләргә?
– Был осраҡта опека һәм попечителлек органдарына, унан һуң Бала хоҡуҡтары буйынса Башҡортостандағы йәки Рәсәй Федерацияһындағы вәкилдәрҙән ярҙам һорарға мөмкин. Был да булышлыҡ итмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итергә ҡала.
Ләкин һәр осраҡта ла суд иң һуңғы аҙым булырға тейеш, тип һанайым. Хәл уға барып етмәҫ элек, бәхәсте көйләүҙең бөтә сараларын да файҙаланыу, килешеү өсөн барлыҡ тырышлыҡты һалыу зарур. Үҙегеҙҙең көсөгөҙҙән килмәһә, был эште атҡара алған кешеләрҙе, мәҫәлән, адвокаттарҙы йәлеп итеү мөһим. Бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланғандан һуң да алға китеш булмағанда ғына судҡа барырға кәңәш итәм.
Ни өсөн, тиһегеҙме? Суд ултырышын күҙ алдына килтерегеҙ: унда ике яҡтың да дәлилдәре тыңлана. Дәғүәсе үҙен хаҡ итеп күрә һәм мәсьәлә тап уның мәнфәғәтендә хәл ителергә тейеш, тип һанай. Һәм ҡаршыһында шулай уҡ «Мин хаҡлы!» тип уйлаусы кеше ултырыуын иҫтән сығара. Бынан тыш, ултырышта опека, прокуратура вәкилдәре, эксперттар, шаһиттар ҡатнашыуы мөмкин, уларҙың да фекере күҙ уңында тотоласаҡ. Тик, мәҫәлән, шаһиттарҙың факттарҙы үҙ күҙлегенән сығып (яуыз уйҙан түгел!) тасуирлауы ғәмәлдәгегә тап килмәҫкә лә мөмкин бит. Унан һуң, судья ла – кеше. Закондар уға суд эштәрен үҙ хоҡуҡи идеялары, күҙаллауҙары, инаныуҙары системаһы аша ҡарау мөмкинлеген бирә – әлбиттә, хоҡуҡ нормаларын һәм конфликттың хәл-шарттарын иҫәптә тотоп. Шулай уҡ уның һөнәри тәжрибәһе, тормош принциптары булған шәхес икәнлеген дә оноторға түгел. Ҡайһы берҙә судья дәғүәсе лә, яуап биреүсе лә көтмәгән ҡарар сығарыуы ихтимал. Шуға күрә һәр ваҡыт ҡабатлайым: суд – ҡатмарлы хәлде сисеүҙең иң аҙаҡҡы сиктәге алымы.
– Бөгөн ҡанундар, тормошто сағылдырып, үҙгәреш кисерә, тинегеҙ...
– Беҙҙең закондарыбыҙ бик алға киткән, әле улар, шул иҫәптән ғаилә ҡанундары ла, Конституциялағы яңыртыуҙарҙы, йәмғиәттәге, ғөмүмән, донъялағы ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, үҫешеү юлында.
Мәҫәлән, Төп законыбыҙҙың яңы редакцияһында ғаилә институтының ир менән ҡатын араһындағы никах булараҡ яҡланыуы, минеңсә, ифрат оло әһәмиәткә эйә. Көнбайыштың ҡайһы бер илдәренән айырмалы рәүештә, күп милләтле Рәсәйҙә ғаилә традициялары, халыҡтарҙың күркәм әҙәп, тәрбиә мәҙәниәте, рух һәм әхлаҡ бағаналары ҡеүәтле булып ҡала. Дәүләттең ғаиләне ҡанундар, етди социаль сәйәсәт менән яҡлауы беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле был ҡиммәттәрҙе, асылыбыҙҙы һаҡлауға, нығытыуға, океан артынан килгән кире йоғонтонан ҡурсалауға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итәсәк. Ярҙам сараларының, бәлки, көткән кимәлдә үк булмауы инде – икенсе мәсьәлә. Ләкин килешегеҙ: был йүнәлештә оло эштәр башҡарыла – өс йәштән ете йәшкә тиклемге, һигеҙ йәштән 17 йәшкә ҡәҙәрге балалар өсөн яңы түләүҙәрҙе генә билдәләп китәм. Әлеге мәлдә ғаиләне социаль яҡлау буйынса бөтә федераль ҡанундар тупланасаҡ айырым оло закон өҫтөндә эш бара. Былар бөтәһе лә тормошобоҙ алға барһын өсөн эшләнә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ.