– Наил Әсғәт улы, үҙегеҙ һалған хыял өйөгөҙҙә осрашырбыҙ, тип ниәтләнгәйнек, хәҙер ҡала фатирына күскәнһегеҙ. Ни өсөн ерҙе ташлап, таш йортҡа сыҡтығыҙ?
– Үҙ ғүмеремдә бер нисә йорт һалдым. Тәүгеһе 10 йәшемдә атайым менән бергә күтәргән өй ине. Ул нисек эшләргә өйрәтә, мин бүлмә араһындағы бүлгеләрҙе, рәшәткәләрҙе, ҡағып ҡуям. Ҡатыным Эммаға өйләнгәс, Өфөлә йәшәргә торлаҡ булмағанлыҡтан, баш ҡаланан йөҙ километр алыҫлыҡтағы райондан иҫке йорт һатып алдым. Уны һүтеп йүнәттем. Шунда яңы тормош башланыҡ. Унан һуң, Шишмә районы Арыҫлан ауылында иҫке йорт алып төҙөкләндерҙем. Шунан ғына Өфөнөң үҙәгендә үҙ теләгем, зауығым менән өс ҡатлы йорт һалдым. Унда балаларҙың барыһына ла айырым бүлмә, спорт залы ҡороп ҡуйҙыҡ. Ун мең китабым бар ине – айырым китапхана булдырҙым. Минең бер теориям бар: 75 йәшкә тиклем үҙ йортоңда йәшә, олоғая башлағас, ҡала фатирына күс.
– Ҡатынығыҙ Эмма апай һеҙҙән күпкә кесе. Ҡайҙа таныштығыҙ?
– Бынан 35 йыл элек ир уртаһына еткән кешенең йәш ҡыҙға өйләнеүе бик сәйер күренеш ине ул. Һуңынан күҙгә ҡарап та, мәрәкәләп тә әйткән кешеләр булды. Беҙ Сибай театрында таныштыҡ. Ул йәш актриса булып эшкә килгәйне. Башта үҙем дә икеләндем, бигерәк йәш шул, оят һымаҡ ине. Миңә – 40, Эммаға 20 йәш кенә тулған. Бәлки, ата-әсәһе ҡаршы булыр, тип йыуаттым үҙемде. Ләкин ике яҡ та беҙҙең ғаилә ҡороуға ризалығын бирҙе. Хәҙер бергә татыу йәшәүебеҙгә – 33 йыл. Эмма үҙен тулыһынса ғаиләгә, балалар тәрбиәләүгә арнаны. Тәүге ҡатынымдан булған ике улым менән бергә алты бала атаһымын. Барыһына ла тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иттем.
– Балаларығыҙҙы матур итеп тәрбиәләгәнһегеҙ. Барыһы ла туған телдә һөйләшә, һеҙгә ҡарата итәғәтле, ихтирамлы...
– Балаларым сәнғәтте, әҙәбиәтте ярата, үҙҙәре лә бик һәләтле. Әммә уларҙы, дан-шөһрәткә ынтылмағыҙ, тормошта кәрәкле, ябай һөнәр үҙләштерегеҙ, тип тәрбиәләнем. Үҫкәндә рус балалар баҡсаһына йөрөнөләр. Ләкин өйҙә тик башҡортса аралаштыҡ. Русса һүҙ ҡушһалар, аңламайым, ти торғайным. Улар мине русса белмәй тип үҫте. Ғаиләне лә ошо талаптан сығып ҡорҙолар. Килен-кейәүҙәрем дә, ейән-ейәнсәрҙәрем дә башҡорт, туған телдә иркен һөйләшәләр. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышҡас ҡына, үҙ фатихамды бирҙем. Ҡыҙҙарым үҙҙәренә яҡшы ир тапты. Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн тормошта ышаныслы ир-егет мөһим. Ата-әсә балаһына барыһын бирә: үҫтерә, ашата, кейендерә, күркәм һыҙаттар тәрбиәләй, белем алырға ярҙам итә. Ә бына өйләнеү, кейәүгә биреү өлкәһендәге мөһим мәсьәләләргә иғтибар бүлмәй. Шуға ла айырылышыуҙар күп.
– Һеҙҙең ошо турала пьесағыҙ ҙа бар, буғай?
– «Нисек кейәүгә сығырға?» тигән пьеса яҙғайным. Унда мөхәббәт темаһы күтәрелә. Спектакль оҙаҡ йылдар Ҡаҙанда барҙы, әле лә Стәрлетамаҡ театрының афишаһынан, халыҡ театрҙары сәхнәһенән төшмәй. Замандың көнүҙәк темаһы яҡтыртыла бит.
– Кейәүгә уңышлы сығыуҙың сере нимәлә һуң?
– Бөгөнгө көндә лә яусы, димсе хеҙмәте кәрәк. Элек яусылар, ҡыҙҙы насар кешегә кейәүгә биреп йәки егеткә холоҡһоҙ ҡыҙ димләп, үҙ баһаһын төшөрмәгән. Абруй һаҡлаған. Әгәр ҙә ғаилә тарҡала икән, кем ғәйепле? Әлбиттә, яуаплылыҡ димсенең иңенә лә ята. Шуға ул лайыҡлы кешеләргә бер-береһен табырға ярҙам иткән, таныштырған ваҡытта һәр яҡтың ата-әсәһенә, нәҫеленә, матди хәленә, холҡона, киләсәктәге мөмкинлектәренә байҡау яһаған.
– Наил Әсғәт улы, һеҙ һаман да емешле ижад итәһегеҙ. Әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла эшләйһегеҙ.
– Һуңғы йылдарҙа ике роман яҙҙым. Тәүгеһе – «Бабич» романы. Шәйехзада Бабич төрлө яҡтан килгән, аҡыллы, һәләтле кеше булған. Бабичты күп ерҙә шиғыр уҡып йөрөүсе шағир итеп кенә һүрәтләйҙәр. Ә бит ул Башҡорт өлкә үҙәк шураһы сәркәтибе, башҡорттарҙың «Тулҡын» йәштәр хәрәкәтен етәкләүсе, биш намаҙын ҡалдырмаған уҡымышлы, көслө һәм алдынғы ҡарашлы шәхес булған.
Әле генә «Йән» романын тамамланым. Яңы әҫәремә кеше йәне хаҡында туплаған белемем ингән. Ул – күп төрлө ғилми хеҙмәттәр менән танышыуым емеше. Кешенең тәне үлә, ә йәне юҡ. Был – фәнтәзи түгел, ә иҫбатланған дәлил. Мин, Ҡөрьән Кәрим, Библияны, кришнаизм, буддизм тәғлимәттәре хаҡындағы китаптарҙы байтаҡ уҡыған кеше булараҡ та, быны ҙур ышаныс менән әйтә алам. Кешенең төп сифаты – йән. Ә тән – йәнгә бирелгән төп ҡорал ғына. Америка психологы, фәлсәфәсе, табип Реймонд Моудиҙың «Тормоштан һуң тормош» тигән китабы бар. Унда автор клиник үлем кисергән 200 кешенән һорау алған. Уларҙың барыһы ла был хәлде, тәнебеҙ ятып ҡалды, йәнебеҙ осоп китте, тип тасуирлаған. «Йән» романы тормоштағы булған хәлдәргә таянып яҙылды. Ғүмер кешегә рухи яҡтан үҫеү өсөн бирелә. Рухи таҙарыныу өсөн ул донъяға йөҙ тапҡыр тыуа. Әгәр ҙә үҫеш юҡ икән, мәктәптә икенсе йылға ҡалған уҡыусы кеүек, шул яҙмышын тағы ҡабатлауы, тормошо йәнә ҡатмарлыраҡ, аяныслыраҡ була барыуы ихтимал. Бындай кешеләрҙең һәр ике донъялағы ғүмере ҡуласаға әйләнә. Рухи таҙарыныу – асыу тотмау, ғәйбәт һөйләмәү, ошаҡсы булмау, кеше мөлкәтенә ҡул һуҙмау, зыян ҡылмау, әҙәм ғүмерен ҡыймау, үҙеңдә гүзәл ғәҙәттәрҙе тәрбиәләү. Мин кешегә асыу тотмайым, бер кемгә лә үпкәм юҡ. Килгән гонорарҙың ун процентын хәйергә тотонам. Был да шулай уҡ рухи таҙарыныуға инә.
Илгиз Рафиҡов һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ.