Ҡонашаҡ районының Бүре ауылындағы мәктәп иҙәнендә донъяға килгән ҡыҙ бала 60 йыл ғүмерен башҡорт балетына арнаған Эмма Тимерғазина була. Ленинградтың атаҡлы Агриппина Ваганова исемендәге балет училищеһын тамамлаған танылған балет артистары Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин мәктәбен үткән белгес ул. Шуныһы үҙенсәлекле: БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, 84 йәшлек Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы әле лә сафта. Ул Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһында балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтә. Бейеүселәргә хас ҡупшылығын, сибәр буй-һынын ташламаған мөләйем ханым Эмма Тимерғазина – беҙҙең журнал ҡунағы.
– Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы, төпкөлдә, башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙҙың балетҡа ҡыҙыҡһыныуы ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Беҙҙең ғаилә ул ваҡытта Өфөгә күскәйне инде. Шунда минең бала сағым үтте, мәктәпкә барҙым, Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршы алдыҡ, атайым фронттан ҡайтты... Туғыҙ йәшемдә балерина хаҡында кинофильм ҡараным һәм сәхнәләге нәфис буйлы балет артисткаһының бейеүе мәңгелеккә күңелемдә ҡалды. Һуңынан Ленинградта, танылған балет училищеһында (хәҙерге Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) уҡырға мөмкинлек сыҡҡас, һис икеләнеүһеҙ риза булдым. Унда беҙ Башҡортостандан 11 кеше барҙыҡ, туғыҙ йыл уҡыныҡ. Шул йылдар эсендә Башҡортостан Хөкүмәте беҙҙе тулыһынса ҡараны. Ул ваҡытта, 1947 йылда, һуғыштан һуңғы Ленинград ҡаршы алғайны. Ҡала беҙҙең күҙ алдында тергеҙелде. Шунан барыбыҙ ҙа тыуған республикабыҙға эшкә ҡайттыҡ.
– Балет сәнғәте – артистан юғары һөнәри кимәл талап иткән ауыр хеҙмәт. Һеҙ уҡыған, эшләй башлаған йылдарҙа үҙегеҙ өсөн ниндәй һабаҡ үҙләштерҙегеҙ һәм шуны ғүмер буйы тоттоғоҙ?
– Ленинградҡа уҡырға барғас, иң яҡшы һабаҡты миңә педагогым, рус балет традицияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Агриппина Ваганова бирҙе. Барғас та яҡшы ғына уҡып киттем дә шунан ҡаты сирләнем. Һуңынан иһә илке-һалҡы ғына йөрөй башлағанмындыр, күрәһең. Педагогым мине тотоп алды ла: «Әгәр ҙә яҡшы балерина булғың килһә, эшлә, хеҙмәт түк. Был сәнғәттә «һуңынан» төшөнсәһе юҡ», – тине. Шуны ғүмерем буйы хәтеремдән сығарманым. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән дәүеремдә лә минең арҡала бер спектакль да сәхнәгә сыҡмай ҡалманы. Балет – ул намыҫ менән эшләй торған өлкә. Алдашып булмай, барыһы ла сәхнәлә күренә. «Ваганова методикаһы», «Ленинград мәктәбе» тигән төшөнсә бар. Был иһә – сәхнәләге һәр бейеүҙе таҙа башҡарыу, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы дөрөҫ ҡуйыу һәм юғары камиллыҡҡа ынтылыу. Чайковскийҙың «Аҡҡош күлендә» – Одетта-Одиллия, «Щелкунчик»та – Машенька, «Дон Кихот»та – Китри, Адананың «Жизель» балетында Жизель ролдәрен тап шулай нескәлек, юғары оҫталыҡ менән башҡарырға тырыштым.
– Балет һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
– Сәләмәт тормош рәүешен тоторға, физик яҡтан ныҡ булырға өйрәтте. Туҡланыуҙа ла уҡыған ваҡыттан уҡ тәртипкә өйрәндек. Саманан тыш ашамаҫҡа тигән ихтыяр көсө тәрбиәләнем үҙемдә. Бәлки, шуғалыр ҙа ошо йәшкә тиклем эшләп йөрөйөм. Үҙемдә арығанлыҡ һиҙмәйем, ундай осраҡтар хәҙер ҙә бик һирәк була.
– Һеҙгә 84 йәш, һаман да сафта ҡалаһығыҙ. Көнөгөҙ нисек башлана?
– Физик күнекмәләрҙән. Иртә уянам, организмым өсөн үҙем эшләп алған күнекмәләрҙе башҡарам. Был иһә арҡаның умыртҡа һөйәге, аяҡтар, ҡулдар һәм тын юлдары өсөн файҙалы хәрәкәттәр. Ярты сәғәт эшләгәндән һуң иртәнге аш ашайым. Шунан кейенеп-яһанып эшкә барам. Үҙемә ҡарата талапсанмын, йомшаҡлыҡ күрһәтмәйем. Бер тапҡыр иренһәң, һуңынан күтәрелеүе ҡыйын була.
– Ә биҙәнәһегеҙме, ғөмүмән, косметика ҡулланаһығыҙмы?
– Әлбиттә. Ҡашымды самалап һыҙам, күҙемә һөрмә тартам, иренемә алһыу яғам. Беҙҙең йәштә сағыу биҙәнеү һәм кейенеү ярамаған эш. Һәр нәмәлә сама белеү, сәсте бөхтә итеп һалыу мотлаҡ. Студенттар алдына әрпеш ҡиәфәттә сыға алмайым. Өйҙә лә матур кейенәм, халат кеүек әйберҙәргә өҫтөнлөк бирмәйем.
– Оҙаҡ йылдар сәхнәлә бейегән балет артистары иртә ҡартая, тәндәре, ҡулдары тарамыш була тигәндәре ҡайҙан? Һеҙ шул тиклем нәзәкәтле, мөләйем...
– Бәй, бөтә кешегә лә килә ҡартайыу. Тик гримды күп ҡулланған артистарҙа, бәлки, ҡартайыу билдәләре нығыраҡ һиҙеләлер. Балет – кешенән һығылмалы буй-һын, бәләкәй ауырлыҡ, матур аяҡтар талап иткән һөнәр. Сәхнәлә бейегән ир-егеттәргә күп көс төшә, улар һәр ваҡыт партнерҙарын күтәрергә, ҙур араларға һикерергә тейеш. Шуға балет артистары физик яҡтан көслө, буй-һындары һомғол, аяҡтары оҙон була. Сәхнәлә бейегән ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡоралай кеүек еңел, нәзәкәтле, һығылмалы булыу зарур. Әлбиттә, уларҙың мускулдары ныҡ, көслө була, ә иртә ҡартайыу ул барыбер ҙә гендан киләлер. Бөтәһе лә йәмһеҙ ҡартаймай, барыһы ла шәхсәндер, тип уйлайым.
– Балетта ғаилә тормошон, бала табыуҙы берләштереп буламы?
– Шөкөр, бер ҡыҙ балаға әсәй булдым, декрет ялында оҙаҡ ултырырға тура килмәне, эшкә сыҡҡас та тиҙ формаға ҡайттым. Хәҙер ейәнем Данила Башҡорт опера һәм балет театрында бейей. Үҙемде бәхетле яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа, күп кенә билдәле ҡатын- ҡыҙ балериналар әсәйлек бәхетен татыманы. Сөнки ул ваҡытта оҙайлы декрет ялына китеү мөмкин булманы. Ғөмүмән, балеринаға сәхнәне оҙаҡҡа ҡалдырыу насар эҙемтәләр менән янай. Бала тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе барыбер ҙә үҙгәрә. Ә нәзәкәтле балериналар өсөн был үлемгә бәрәбәр. Училищела уҡығанда уҡ беҙҙе тик сәнғәт өсөн әҙерләнеләр. Шуға ла балерина шәхси тормошон, әсәлек бәхетен ҙур сәхнә өсөн ҡорбан итә....
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ.