«Күренергә яратҡан кеше түгелмен, – ти ул. – Үҙемде китап яҙған ҙур кеше итеп тоймайым, һауаланмайым. Миңә исемдәр түгел, ә эш ҡәҙерлерәк. 25 йылға яҡын халҡыбыҙҙың милли кейеме буйынса бөртөкләп йыйған мәғлүмәтте, иң мөһиме – дөрөҫ мәғлүмәтте, ташҡа баҫтырып, халыҡҡа еткереү, киләсәк быуынға тапшырыу минең өсөн иң беренсе урында тора, үҙемдең изге бурысым, тип һанайым уны, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ, моғайын. Сөнки милли кейем – иҫ киткес бай мәғлүмәт сығанағы, асылмаған үҙе бер тотош донъя, оло сер, хазина», – тип һүҙ башланы үҙ эшен шул тиклем яратҡан, уға мөкиббән киткән нурлы йөҙлө әңгәмәсем.
– Ә ҡайҙан килә һуң ундай рух осошо, милли кейемгә булған ҙур ҡыҙыҡһыныу, һөйөү?
– Әлбиттә, бик күп осраҡтағы кеүек, бөтә нимә ғаиләлә һалына. Минең дә ҙур йылғаға инеш башым атай-әсәйемдән, өләсәйҙәремдән башланды. Атайым яғынан өләсәйем Рәхимә, әсәйемдең әсәһе – Нурбикә. Шишмә районының данлыҡлы Ҡара Яҡуп ауылында йәшәүсе Нурбикә өләсәйемдең милли кейемдәре нурын, халыҡ әкиәттәре, эпостары, мәҡәл-әйтемдәре тәмен күңелемә һеңдереп үҫтем. Үҙем дә шул ауылда тыуғанмын, атайым яғынан тамырҙарым Белорет районына барып тоташа. 1-се синыфҡа Өфө ҡалаһына күсеп килдек. Атай-әсәйем бәләкәй генә сағымдан төрлө милли байрамдарға, һабантуйҙарға, музейҙарға йөрөттө. Кеше күңелендә онотолмаҫ иҫтәлектәр бала саҡтан ҡала бит. Һәр башҡорт ғаиләһенә шуны әйтәһем, еткерәһем килә: балаларығыҙҙы 5 – 7 йәшкә тиклем төрлө музей-күргәҙмәләргә, сәйәхәт-ялдарға, милли байрамдарға, һабантуйҙарға мотлаҡ йөрөтөгөҙ! Музейҙарҙа һаҡланған ҡомартҡылар иҫ киткес бит, һәр береһе – тере тарих! Йөрәгемдә халҡым мираҫы булған милли кейемгә оло һөйөү уята алған, һәр башланғысымды хуплап, рухи ғына түгел, матди яҡтан да ярҙам иткән атайым Салауат Тимерхан улына һәм әсәйем Әлфиә Минибай ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡортостаныбыҙҙы иңләп-буйлап 5 йыл материал йыйҙыҡ, фото төшөрҙөк, һәр районға, һәр ауылға бергәләп сыҡтыҡ. Һуңынан уларҙы бер системаға һалып, диссертацияға тупланым. 2005 йылда ошо материалдар нигеҙендә Мәскәү ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Беҙҙең ғаиләлә уҡыу, белем алыу һәм фән һәр саҡ беренсе урында торҙо. Атай-әсәйем күптән хаҡлы ялда инде, ләкин улар әле лә алғы сафта – бөгөн дә минең менән бергә һәр тарафҡа сәфәр сығыусы иң тоғро юлдаштарым.
– Һеҙҙең өсөн милли кейем нимә ул? Һеҙ уға ниндәй төшөнсәләр һалаһығыҙ?
– Милли кейем минең – өсөн ябай ғына тегелгән әйбер, өҫ кейеме түгел, ә тотош тормош картинаһы, уның асылы. Унда философия ла, тарих та, кешелектең, йәмғиәттең йәшәү рәүеше, бар тормошо ла сағылыш тапҡан. Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тиҙәр, йә иһә «Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар», тигән мәҡәл дә бар халҡыбыҙҙа. Ысынлап та, был – буш һүҙҙәр түгел, сөнки кейгән кейеменә ҡарап, кешенең ниндәй ырыуҙан, ҡәбиләнән булыуы, нимә менән шөғөлләнеп көн күреүе, ҡайҙан килеүе хаҡында бөтә мәғлүмәтте табырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: «Ҡара юрға» эпосында Мәсем хандың ҡыҙы Маҡтымһылыу, Әбләйҙең кейеменә ҡарап, уның ҡайһы тарафтан булыуын әйтеп бирә. «Сабыуың түңәрәтеп яһалған, дала кешеһенә оҡшағанһың», – ти ул атаһының Ағиҙел үрендә урынлашҡан йәйләүенә Һаҡмар йылғаһының көньяҡ ярҙарынан килгән егеткә. Тимәк, башҡорт кейеме – матур, уңайлы булыуынан тыш, мәғлүмәт еткереү сығанағы ла. Ирҙәрҙең баш кейеме малахайҙы (бейек ҡолаҡсынлы бүрек) ғына алып ҡарайыҡ. Ул – беҙҙең тәбиғәт шарттары өсөн иң ҡулай баш кейеме, күндән йәки кейеҙҙән тегелгән. Тирләтмәй ҙә, ел дә үткәрмәй. Арҡаны яртылаш ҡапларлыҡ итеп төшөп тора, шул рәүешле башты, арҡаны ел һуғыуҙан һаҡлай, тимәк, баш ауыртыуын да, остеохондрозды ла иҫкәртә. Уны үҙем кейеп, Хәйбулла далаларында эксперимент үткәреп ҡараным. Ысынлап та, малахай – төрлө һауа шарттарына ярашлы баш кейеме.
– Беҙҙең милли кейемдең быуаттар буйына нәҫелдән нәҫелгә күсеп һаҡланып килеүе лә ҙур иғтибарға лайыҡ бит...
– Эйе, күпме генә йылдар үтмәһен, башҡорт милли костюмының бөгөнгә тиклем тәүшартында үҙгәртелмәйенсә килеп етеүе – уникаль күренеш, әлбиттә. Ул һаман да үҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән күҙҙе ҡамаштыра, унда бөтә нәмә гармонияла, уның барлыҡ өлөштәре лә берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә. Фәлсәфәүи күҙлектән ҡарағанда, кейемдә, тормош аһәңе булып, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет башланғысының үҙ-ара ярашыуы тора. Көслө затҡа хас сифаттар – тотороҡлолоҡ, үҙ һүҙендә тора белеү, аналитик фекерләү, һалҡын иҫәп – кейемдең нигеҙендә, төҙөлөшөндә күренә. Ә гүзәл заттың хис-тойғоларға бай булыуы, башҡаларҙың хәленә инә белеүе, йәлләүе һәм башҡа күркәм сифаттары кейемдең төҫөндә, биҙәктәрендә, биҙәнеү әйберҙәрендә сағыла. Милли кейемдең үҙе, уның төҙөлөшө тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ әле, улар бөтөнләй өйрәнелмәгән тиерлек, шуға ла мин уны, һаман да асылмаған сер, тип тә атайым. Халыҡтың традициялары, эпостары, әкиәт-риүәйәттәре, легендалары – бөтәһе лә уның кейемендә сағылыш таба. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейемендә күп осраҡта өсмөйөштәрҙе күрергә мөмкин, ә улар бит – тау һүрәте, өсмөйөш формаһында армыт булып һуҙылған Урал һырттары. Шуға күрә, милли кейемдәр буйынса тикшеренеүҙәр үткәрер алдынан башҡорт халыҡ ижадын, уның тарихын, мифологияһын өйрәнергә кәрәк.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.