-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
6 Апрель 2021, 09:42

Һәр театрҙың үҙ тауышы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев күптән түгел республика театр һөйөүселәре ҡарамағына йәнә бер премьераһын – «Йәш ғаилә фатир эҙләй» спектаклен сығарҙы. Был һанда ул – журналыбыҙ ҡунағы.

– Илсур, һеҙ сығышығыҙ менән – Әбйәлил районы егете. Щепкин исемендәге театр белгестәре әҙерләүсе илдең иң алдынғы уҡыу йортонда белем алғанһығыҙ...
– Йәнгел урта мәктәбенең һуңғы кластарында уҡып йөрөгәндә, күрше апай гәзиттә сыҡҡан Щепкин училищеһына саҡырыу иғланын тотторҙо. Мәктәптең үҙешмәкәр түңәрәгендә бик әүҙем ҡатнаша инем. Ҡыҙыҡһындым, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Шулай итеп, Өфөлә имтихандар биреп, Мәскәүгә уҡырға инеп киттем. Башҡортос­тандан махсус курс йыйғайнылар ул йылда. Уҡырға ингәндә 27 кеше инек, шуның 25-е диплом алып сыҡты.
– Мәскәүҙән традицион милли театрҙарға эшкә ҡайтҡас, ниндәй ҡалыптарҙы боҙорға, нимәнән баш тартырға, йәки, киреһенсә, ниндәй яңылыҡтар индерергә тура килде?
– Нимәнелер үҙгәртергә тигән маҡсат булманы. Ул ваҡытта ундай тәрән һорауҙарҙы бирмәгәнбеҙҙер ҙә, бәлки. Тәү нәүбәттә ниәтебеҙ үҙебеҙҙе күрһәтеү һәм яҡшы ғына итеп эшләп китеү ине. Респуб­ликаға мотлаҡ ҡайтырға тейеш инек. Бер нисә ҡыҙ ғына, кейәүгә сығып, Мәскәүҙә тороп ҡалды. Республикала барыбыҙҙы ла театрҙарға бүлеп сыҡтылар. Актер ҙа, режиссер ҙа булып эшләнем. Ҡыҙғанысҡа, Башҡорт академия драма театры труппаһына инмәгән төркөмдәштәрем ситкә китте, хәҙер улар икенсе өлкәләрҙә эшләп йөрөй.
– Режиссер эшегеҙ республика театрҙары даирәһе менән генә сикләнмәй, Татарстан, Бүрәт республикаларында, Ҡаҙағстанда һәм башҡа төбәктәрҙә спектаклдәр ҡуйҙығыҙ. Атап үтелгән республикаларҙа, мәҫәлән, бүрәттәрҙә лә, ҡаҙаҡтарҙа ла кино сәнғәте ныҡ үҫешкән. Беҙ уларға эйәреп кенә барабыҙ. Ә театрҙарында эшләү ниндәй тәжрибә бирҙе?
– Башҡа республикаларҙа эшләү, ысынлап та, яҡшы тәжрибә бирә. Дөйөм алғанда, театр мәктәбе бөтә ерҙә лә бер ул, шул уҡ уҡытыусыларҙа белем алабыҙ бит. Әммә һәр театрҙың – үҙ мөхите. Ана шул үҙенсәлек, яңы актерҙар менән эшләп ҡарау бик ҡыҙыҡ. Ситтә ят телдә спектаклдәр ҡуяһың, шуға күрә режиссерға буласаҡ тамашаны күберәк визуаль яҡтан анығыраҡ сағылдырырға тура килә. Актер­ҙарҙан нимәлер талап итерҙән алда, башта үҙеңә бөтәһен дә аңлап алырға кәрәк.
– Театр тамашасыны уйларға өйрәтергә тейеш. Һуңғы йылдарҙа үҙегеҙгә ниндәй фәһемле тамаша ҡарарға насип булды?
– Үҙенсәлекле спектаклдәрҙе, әлбиттә, илдең театр баш ҡалалары булған Мәскәү, Санкт-Петербург сәнғәт ҡорамдарында ҡараным. Һис һүҙһеҙ, ундағы театр оҫталары юғары кимәлдә тамаша ҡуя. Форсат килеп сыҡһа, һәр ваҡыт спектакль ҡарап ҡайтырға тырышам. Ләкин Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының тамашасылары ла яҡшы спектаклдәр ҡарауҙан мәхрүм, тип әйтә алмайым. Сөнки беҙҙә лә театрҙар үҙенсәлекле йүнәлештәрҙә эшләй. Төрлө жанрҙағы спектаклдәр сәхнәгә сыға. Унда комедия ла, трагедия, драма ла, эксперименталь әйберҙәр ҙә бар. Сағыу, йыр-моңға бай спектаклдәрҙе лә тамашасылар яратып ҡарай. Шул яҡтан сәхнә репертуары төрлө булып ҡаралырға тейеш. Ул бик ауыр мәсьәлә, сөнки яҡшы пьесаларға ла ҡытлыҡ кисергән ваҡыттар булып ала. Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй. Милли драматургияға ҡоролған яҡшы пьесаларҙы театрҙар көтөп кенә тора. Һәр кем үҙенең сәхнәһендә көндөң актуаллеген билдәләгән, заман талабына ярашлы тамашаларҙы күрергә теләй. Иң мөһим талап – сифат.
Уҡыуҙан ҡайтҡас, Салауат дәүләт драма театрында баш ре­жиссер булып эшләп алдым. Унда ла шундай уҡ проблемалар тора ине.
– Һеҙ хәҙер республиканың төп театрында эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Бер сәхнәлә бер нисә режиссер эшләй аламы ул?
– Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем. Сөнки хәҙер режиссерҙар бик күп спектаклдәрҙе саҡырыу буйынса ситтә ҡуя. Актерҙарға ла яңы кеше менән эшләүе ҡыҙыҡ, беҙгә лә үҫеш өсөн мөмкинлек тыуа. Театрҙа бер нисә режиссер булһа, труппаны ла гел ижади эш менән тәьмин итеп тороуға һәйбәт. Баш режиссер репертуар планын раҫлай, пьесаларҙы һайлап алыуҙа ҡатнашып, уның ге­нераль идеяһын ҡора. Тренингтар, ижади лабораториялар, фестивалдәр үткәреү йәһәтенән дә театрҙа бер нисә режиссерҙың булыуы яҡшы күренеш.
– Һеҙ ҡуйған «Ҡыҙ урлау» спектакле аншлаг менән бара. Уны хатта «башҡортса мюзикл» тип тә баһалайҙар. Ул – заманлаштырылған үҙенсәлекле сәхнә эше...
– Бик заманлаштырылған тип әйтмәҫ инем. Ҡуйырға уйлағанда уҡ спектаклде, киреһенсә, совет осорондағы сағыу күренешкә – стилягаларға бәйләнек, ундағы ваҡиғаларҙы шул заманда ҡалдырҙыҡ. Ул мәлдәге тенденцияларға эйәреп, донъя кимәлендәге үҙгәрештәрҙе башҡорт ауылына индерҙек. Ундай ҡарар музыка һәм костюмдарҙы һайлағанда ла ҙур роль уйнаны. Мюзикл да түгел ул. Бродвей мюзиклдарын ҡарағаным булды – бында жанр икенсе. Мюзикл кимәленә әле барып етмәгәнбеҙ. Сөнки ул – техник яҡтан бик юғары жанр, драма театрына хас түгел. Беҙҙең үҙебеҙҙең көслө яҡтарыбыҙ бар. Элек-электән милли спектаклдәр бик музыкаль, йыр-моңға бай бит ул. Эйе, был эшебеҙҙе тамашасы йылы ҡабул итте. Уға Мостай Кәримдең сәхнәләштерелгән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре кеүек оҙон ғүмер теләге килә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: