-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
3 Март 2021, 16:42

Булмышында – илһөйәрлек

Һәләтле йәш белгес, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хореографы, пластика режиссеры Алина Мостаева ижади коллективта күптән түгел эш башланы. Ошо ҡыҫҡа арауыҡта тамашасылар уның икенсе ҙур эшен, Николай Крашенинников әҫәре буйынса ҡуйылған «Әмилә» пластик спектаклен, ҡараны. Башҡорттар араһында йәшәгән авторҙың әҫәре Ырымбур яҡтарында яҙылған. Унда дворян тәрбиәһе алған башҡорт ҡыҙы тураһында һүҙ бара. Алинаның үҙенең тормошо ла ҡайһы яғы менәндер ошо героиня менән ауаздаш. Ул да – күп ерҙәрҙә эшләгән, инглиз һәм француз телдәрендә иркен һөйләшкән, сит илдәрҙә ижади лаборатория үткән кеше. Хәҙер үҙенең белгәндәре менән уртаҡлашырға республикаға ҡайтҡан. Был һанда Алина Мостаева – беҙҙең журнал ҡунағы.

– Өс йәшемдән «Культура» каналынан кинәнеп балет ҡарай торғайным. Әсәйем, үҙе медицина хеҙмәткәре булһа ла, ошо ҡыҙыҡ­һыныуым арҡаһында мине хореография училищеһына бирҙе. Унда мөмкинлектәремде юғары баһала­нылар. Ләкин һаулығым өсөн борсолоптор инде, яҡындарым уҡыуҙан кире алды. Унан һуң бал бейеүҙәре, заманса ритмдар менән мауыҡтым. Өфө сәнғәт институты студенткаһы булып киттем. Шунда ижади лаборатория үтергә Бразилияға юлландым. Сит илдә ике ай йәшәп, эске үҙаңымды үҙгәртеп ҡайттым Өфөгә. Шунан һуң коллективтарға яңғыҙ, күмәк бейеүҙәр ҡуя башланым. Уҡыусыларым бөтә ил буйынса призлы урындар яуланы. Эдуард Шахов, «Нур» татар дәүләт театрынан беләм уны, мине Татарстандың Әлмәт театрына саҡырҙы. Унда Туҡай әҫәре буйынса хип-хоп стилендә «Шүрәле-шоу» спектаклен ҡуйҙыҡ.
– Һис һүҙһеҙ күп театрҙар менән хеҙмәттәшлек итеү кешене үҫтерә лә, тәжрибә лә бирә. Һеҙ эшкә йәнә тыуған ҡалағыҙға ҡайтҡанһығыҙ...
– Эйе, Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахмановтың саҡырыуы буйынса ҡайттым. Мине шул тиклем йылы, ихлас ҡабул иттеләр. Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллинға, коллегаларыма рәхмәтлемен. Милләттең сәнғәт ҡорамы булған ҙур театрҙа эшләүем ғорурлыҡ тойғоһо уята. Минең өсөн режиссер менән бер тулҡында йөҙөү бик мөһим. Баш режиссер Айрат Әхтәм улы – тап шундай һәләтле, итәғәтле, шул уҡ ваҡытта талапсан кеше.
– Хәҙерге интернет, юғары технологиялар заманында кеше театрға йөрөргә ваҡыт табамы?
– Театр әле күтәрелеш осорон кисерә, тамашасы кире залға ҡайта. Ҡайһы бер спектаклдәргә билеттар ҙа булмай. Мәскәү, Питер хаҡында һөйләп тә тормайым. Беҙҙә тамаша­сыға яҡын, хаҡтары буйынса иң ҡулай театр. Мәҫәлән, спектаклдәр бик ҡый­батлы булғанға күрә, Европала бер тамашаға инеү ҙә кеҫәгә һуға. Театр – ул кешенең аңын, тормошҡа ҡарашын үҙгәртә торған сәнғәт. Унда йөрөргә кәрәк.
– Һеҙҙең һуңғы эшегеҙгә туҡталайыҡ. «Әмилә» пластик спектакле, ундағы пластика, бейеү теленең матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Аңлау өсөн текст та кәрәкмәй кеүек...
– Театр сәхнәһенә пластик спектакль сығарыу идеяһы бик күптән бар ине. «Гөлбостан»ды ҡуйған ваҡытта уҡ уйландыҡ һәм материал эҙләй башланыҡ. Бик күп идеялар барлыҡҡа килде, хәҙер барыһын да асып һал­майым. Айрат Әхтәм улы менән «Әмилә» әҫәрендә туҡталдыҡ. Бөгөнгө көнгә ауаздаш булараҡ күңелемә ятты ул. «Әмилә» – минең өсөн эксперименталь пластика. Спектаклдә беҙ хәҙерге заман хореографияһын да, башҡорт бейеүҙәре элементтарын да ҡулландыҡ. Хәрәкәт үҙе бер текст. Юғары профессиональ әҙерлекле, бик көслө актерҙар труппаһы менән эшләнем. Артистарҙың артабан үҫергә теләге булыуы ла бик мөһим.
– Спектаклдә тере музыка яңғырай...
– Театрҙа күренекле композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендәге музыканттар төркөмөнөң булыуы, иҫ китмәле һәләтле йырсы, актриса Алһыу Бәхтиеваның тере тауышҡа йырлауы спектаклде шул тиклем биҙәне. Ул башҡарған халыҡ йырҙары һирәк осрай торған категориянан, беҙҙең тамашала тәүгә яңғыраны. Унда ялан тауышы, ата-бабалар саҡырыуының моңо ишетелгәндәй була. Сәғиҙулла Байегеттең ҡурайҙа уйнауын битараф ҡына тыңлау мөмкин түгел. Уларһыҙ спектакль үҙенең милли һыҙатын юғалтыр ине. Ситтән килгән ҡунаҡта­рыма ла тыңлаттым, был аҫыл таш­тарҙы ҡайҙан алдың, тип һораны улар. Дворян тәрбиәһе алған етем башҡорт ҡыҙы Әмилә лә ошо илаһи мөхитте ташлап китә алмай. Тормошта беҙ барыбыҙ ҙа әҙерәк Әмилә була алһаҡ, тыуған ерҙән алыуға ҡарағанда, күберәк бирһәк ине. Кем һин, ҡайҙан сыҡҡанһың, үҙеңде, тамырҙарыңды онотмау хәҙерге заман кешеһе өсөн айырыуса мөһим. Үҙенсәлегеңде юғалтма – шул турала спектакль.
Новосибирскиҙа Гүзәл Яхинаның «Зөләйхә күҙҙәрен аса» спектакле өҫтөндә эшләнек. Ғөмүмән, был ҡаланы илдә өсөнсө театраль үҙәк тип иҫәпләйем. Ошо спектаклгә әле лә билеттар алып булмай. Сөнки беҙҙең башҡорт-татар халҡының үҙенсә­легенә, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә һоҡланмаған кеше юҡ. Тамашасы беҙҙең хаҡта бик күпте белергә теләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: