-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
28 Ғинуар 2021, 17:20

Күңел бөтөнлөгөн ҡурсалап

Коронавирус пандемияһына ҡағылышлы хәбәрҙәрҙән донъя ҡай саҡ хәүеф томанына солғанғандай булып китә. Вирусты әле эләктермәгән кешеләр уны йоҡтороуҙан ҡурҡһа, ауырыуҙы үткәргәне, яңынан сирләп ҡуймайым, тип шөбһәләнә, яҡындарының ғүмере өсөн хафалана, кемдер иһә уларҙы юғалтыу ҡайғыһы кисергән. Ваҡиғаларҙы бер нисек тә күҙаллай алмау – билдәһеҙлек арҡаһында күптәр юғалып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелеүселәр бихисап. Был шарттарҙа нисек йән сәләмәтлеген һаҡлап ҡалырға ла ни рәүешле күңел бөтөнлөгөн ҡурсаларға? Ғөмүмән, депрессияны ниндәй билдәләр буйынса айырырға һәм ниндәй мәлдә табипҡа барырға? Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш психотерапевы, Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Илгиз Фәрит улы Тимербулатов менән әңгәмәбеҙ шул турала.

– Пандемия башланғанда, 2020 йылдың февраль аҙағында-март башында, хәүеф тойғоһонан сыға алмай мөрәжәғәт итеүселәр унан алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда – 40 процентҡа, ышаныс телефонына шылтыратыуҙар ете тапҡырға артты. Тәүге тулҡын шулай үтте. Көҙөн иһә хәл байтаҡҡа ҡатмарланды: кешеләр көсөргә­нештән тамам йонсоно – тәрән депрессия менән сирләүселәр ағыла башланы, улар былтырғы менән сағыштырғанда 60 процентҡа күбәйҙе. Депрессияның ауыр төрҙәренә тарыусылар айырыуса күп. Ауырыуҙар араһында йәштәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә, олпат йәштәгеләр ҙә бихисап.
Ышаныс телефонына шылтыратыуҙарға туҡталһаҡ, яҙын уларҙың өстән ике өлөшө ғаилә проблемалары, һүҙ менән рәнйетеү, айырылышыу менән янау, йәғни өйҙәге конфликт хаҡында, өстән бер өлөшө генә вирус йоҡтороуҙан ҡурҡыу тураһында ине. Ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡтар, шул иҫәптән үҫмерҙәр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр хаҡында мөрәжәғәттәр әле лә ныҡ күп. Бөгөн табиптарға иҫ китмәле ҙур көс һалып эшләргә тура килә.
– Коронавирус һәм уға бәйле сикләүҙәр ғаилә тормошона ҙур үҙгәрештәр индерҙе...
– Пандемияға тиклем ғаиләләрҙең нисек йәшәүен, йәғни көн тәртибен иҫкә төшөрәйек әле. Иртән барыһы ла ашығып, эшкә, уҡыуға китә, кисен ҡайтып, ашап-эсеп, бер аҙ тәьҫораттар менән уртаҡлашһалар, йоҡларға ваҡыт етә – көн һиҙелмәй үтеп тә китә. Ә үҙҡурсаланыу ваҡытында, тәүлек әйләнәһенә өйҙә ултырғанда, кешеләр бер-береһенең етешһеҙ­лектәрен күрә башланы. Йәнәһе, ошоғаса ҡатын – иренең, ир ҡатынының кем икәнен бөтөнләй белмәгән икән. «Шуның менән күпме ғүмер уҙғарғанмын», – тип зарланыусылар ҙа аҙ булманы. Бына тигән итеп йәшәп ятыусы байтаҡ ғаиләләр айырылышыу сигенә етте.
Ғәҙәти тормошта үҫмерҙәр мәктәптә тиҫтерҙәре менән күрешеп һөйләшеүҙән күңеле булып ҡайтһа, дистанцион белем алғанда уларҙың аралашыу даирәһе ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары менән сикләнде. Ата-әсә эштә булып, улар үҙҡурсалауҙағы олатай-өләсәйҙәре ҡарамағында ҡалғанда, өлкән быуын менән ҡаршылыҡ тағы ла етдиерәк төҫ алды. Ололарҙың «уҡы ла уҡы» тип тылҡыуын яратмайынса, ҡарышып, кире холҡон күрһәткән балалар күбәйҙе.
Ышаныс телефонына шылтыратыуҙарҙың 40 процент тирәһе үҫмерҙәр менән ҡатмарлы хәлдәргә бәйле. Беҙ ярҙам итергә ынтылабыҙ, йыш осраҡта үҙебеҙҙең үҙәккә саҡырабыҙ. Әгәр килергә теләктәре булмаһа, онлайн-консультацияға яҙылырға кәңәш итәбеҙ. «Табип – эргәлә» тигән онлайн федераль майҙансыҡ – былтыр эшләй башлаған проект. Теләгән һәр кем, 285-77-07 телефоны буйынса колл-үҙәккә алдан шылтыратып, уңайлы ваҡытты һайлай, консультацияға яҙыла ала. Белгес менән әңгәмә ярты сәғәт дауам итә. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар эшләп килгән ышаныс телефонына ла шылтыратырға мөмкин. Һандары – 8800-7000-183. Шуны әйтеп үткем килә: элек беҙҙең үҙәк бушлай медицина ярҙамын тик психотерапевт йүнәлтмәһе буйынса ғына күрһәтһә, пандемия шарттарын күҙҙә тотоп, башҡа белгестәр, мәҫәлән, терапевт, невролог ебәреүе буйынса ла ҡабул итәбеҙ.
– Депрессияны нисек «танырға» икәнен һөйләп үтһәгеҙ ине?
– Мәҫәлән, ошоға хәтлем шатландырған нәмәләрҙең ҡыуандырмай башлауы тәүге билдәләрҙең береһе булырға мөмкин. Әйтәйек, элек эштән ҡайтҡан саҡта балаларҙың йүгереп ҡаршы алыуынан үҙен бәхетле тойған кеше хәҙер быға битараф ҡала икән, һағайырға урын бар. Эштә лә, өйҙә лә тәртип яратыусының башҡарылмаған эше өйөлөп китеүгә, йортондағы болаға, хатта ире (ҡатыны) һуҡраныуға иҫе китмәй башлауы – һиҫкәнерлек сәбәп. Ул һөйөнмәй ҙә, көйөнмәй ҙә, ярһый торған саҡта ярһымай ҙа, битарафлыҡҡа сумған, әйтерһең, хис-тойғонан тулыһынса мәхрүм ҡалған – тимәк, юҡҡа түгел. Йоҡо боҙолоу, йә төн менән көн алмашыныу, эс ҡатыу, йөрәк ҡағыу, күкрәк тәңгәле ҡыҫылыу, ашауҙан яҙып, ябығыу, буштан ғына эс бошоу ҙа депрессия хаҡында һөйләүе ихтимал. Ошо билдәләр, оҙаҡҡа һуҙылып китә икән, уның ҡәҙимге сағылышы булып тора.
Шулай уҡ «йәшерен» депрессия ла йыш осрай. Тәү ҡарашҡа, кешенең кәйефе лә һәйбәт кенә кеүек. Ләкин йә бер, йә икенсе ере ауырта. Төрлө табиптарға күренеп ҡарай, сирен таба алмайҙар. Йыш ҡына йәшерен депрессиялағы кешеләр, умыртҡа һөйәге, бил, аяҡ-ҡул, баш ауырта, ашҡаҙан-эсәктәр эшләмәй, йөрәк сәнсә, тип зарлана. Тамырҙар буйлап ҡан ағыуын, ашҡаҙанда аҙыҡ эшкәртелеүен һиҙеп, шунан ауыртыныусылар ҙа бар хатта. Белгестәр бер тайпылыш та тапмай икән, психотерапевҡа барырға кәңәш итәм.
Ҡәҙимге хәлдә кеше тамырҙар буйлап ҡан йүгереүен тоймай. Сөнки организм беҙгә эске процестарҙы һиҙҙермәүсе матдәләр бүлеп сығара. Депрессия ваҡытында иһә һыҙланыуға һиҙгерлек көсәйә – ауыртыуҙы белдермәүсе матдәләр аҙ бүленә, йәки бүленмәй. Шуға кешенең бөтә ағзалары сирләгән кеүек тойола.
Депрессия күҙәнәктәр кимәлендә иммунитетты төшөрөүе менән ҡурҡыныс. Ул яман шеш менән сирләү хәүефен 40 процентҡа күбәйтә. Ә вируслы ауырыуҙар, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын йоҡтороу ихтималлығы унан да күберәккә арта. Депрессия – насар кәйеф, эс бошоу ғына түгел, ә етди дауалауҙы талап иткән сир.
– Даими йонсоп йөрөүҙе депрессиянан нисек айырырға була?
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: