-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
30 Декабрь 2020, 21:20

Хәмер илткән упҡын хәтәр

Күҙҙе быуып килеп инеп, ҡәҙимгесә барған тормошобоҙҙо танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән коронавирустан кешеләр төрлөсә ҡурсалана. Берәүҙәр, тыныслыҡты юғалтмайынса, бөтә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеп, сабыр ғына йәшәргә ынтыла. Ләкин эргәлә йөрөүсе күҙгә күренмәҫ дошман сәскән шомдан хәмер ярҙамында ҡотолорға тырышыусылар ҙа етерлек. Өҫтәүенә, ундайҙарҙы ҡеүәтләп, алкоголь – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә иң яҡшы сара, тип раҫлаусы роликтар социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу ала бара. Был, ысынлап та, шулаймы? Спиртлы эсемлек вирусҡа нисек йоғонто яһай? Ни өсөн кеше хәмер ҡоллоғона тиҙ төшә лә унан сығыу юлдарын таба алмай яфалана? 2-се республика наркология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы, психиатр-нарколог Азат Раил улы ӘСӘҘУЛЛИН менән әңгәмәбеҙҙә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

Беҙҙең белешмә
Азат Әсәҙуллин – юғары категориялы психиатр-нарколог, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһы профессоры, Санкт-Петербургтағы В.М. Бехтерев исемендәге Милли медицина тикшереү үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан психиатр-наркологтары ассоциацияһы президенты, Стәрлетамаҡтағы 2-се республика наркология диспансеры баш табибы.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия ваҡытында республикала эскелектең көсәйеүе күҙәтелә. Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә әле кешеләр күберәк ғәйрәтле эсемлектәрҙе ҡуллана башланы – ул турала матбуғаттағы яҙмаларҙан уҡып беләбеҙ. Ваҡлап һатыуҙағы тауар әйләнешен күҙәтеүсе Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә үткәрелгән тикшереүҙәребеҙ шуны күрһәтә: үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда спиртлы эсемлектәр һатыу 11 проценттан 30 процентҡа тиклем артҡан. Әлбиттә, был күренеш беҙҙе ҙур борсоуға һала.
– Уның сәбәбе нимәлә, тип әйтерһегеҙ?
– Коронавирус пандемияһы, уға бәйле тыуған етди социаль проблемалар байтаҡ кешеләрҙең күңелен хәүефкә солғаны – атылырға торған уҡтай, оҙайлы көсөргәнештә йәшәү тәрән төшөнкөлөккә килтерә. Шул халәтте хәмер менән баҫырға тырышыуҙар артты.
Мәкерле вирустың баш мейеһе нейрондарына зыян килтереүен, бының иһә кешенең үҙен тотошона, күңел торошона кире йоғонто яһауын да билдәләгем килә. Үткән быуатта ер йөҙөндә миллиондарса ғүмерҙе өҙгән «испан» киҙеүе пандемияһы, шулай уҡ 2003 йылғы ауыр киҙеү ваҡытында ла депрессиялар, йән ауырыуҙары бик күп булған.
Әле стрестан сыға алмаусыларға психотерапевтарға мөрәжәғәт итергә лә бит. Ләкин беҙҙә ауыр уйҙарҙы хәмер-шарап менән таратыу ғәҙәте көслө.
– Интернет селтәрҙәрендә вирусты юҡ итеү өсөн спирт парҙарын һуларға өйрәтеүсе һәм шуға оҡшаш яҙмаларҙы нисек баһаларһығыҙ?
– Хәмер, аҙ ғына күләмдә лә, – организм өсөн ағыу. Ул, киреһенсә, иммун системаһын хәлһеҙләндерә. Ә вирус йоғоу ҡурҡынысы янаған әлеге осорҙа был уғата хәүефле: сирҙән һаҡларға тейешле көс тәнгә ингән ағыуҙы сығарыуға китә.
COVID-19-ҙан дауаланыусы кешелә иһә алкоголь ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Сөнки этил спирты һәм унан тарҡалған матдәләр дарыуҙар йоғонтоһон үҙгәртә. Алкоголдең бер өлөшө үпкә аша сыҡҡанлыҡтан, уның вирус теткеләгән туҡымаларына өҫтәмә зыян килә. Мәкерле сирҙән ҡаҡшаған башҡа ағзаларҙы ла хәмер ныҡ ҡыйрата. Интернет селтәрендә таралған видеороликтарҙан ҡарап яһалған спиртлы ингаляцияларҙың үпкәгә иҫ киткес зарарын һөйләп торорға ла түгел.
Алкоголдең коронавирустан дауалаусы була алмауын дәлилләүсе медицина тикшереүҙәренең береһе хаҡында ғына әйтеп үтәм. Мәҫәлән, был йәһәттән Ҡытайҙа 57 клиниканан 1 590 пациентты күҙәткәндәр. Алкоголгә әүәҫ сирлеләрҙә коронавирус ауырыраҡ үткән, уларҙа инфекциянан өҙлөгөүҙәр 32 процент тәшкил иткән. Эсмәгән ауырыуҙарҙа иһә өҙлөгөүҙәр кәмерәк – 20-25 процент булған. COVID-19-ҙы йоҡтороусылар өсөн шулай уҡ тәмәке тартыуҙың да зыяны бик ҙур.
– Кешенең шулай эскегә ылығыу нигеҙендә нимә ята?
– Даими стреста йәшәүсенең тормошонан шатлыҡ юғала. Ә был әҙәм балаһы өсөн үтә кәрәкле хис. Спиртлы эсемлек ана шул шатлыҡ гормондарының – дофаминдың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Кәйефе күтәрелгән кеше өсөн донъя яңынан матур төҫтәрҙә балҡый. Ләкин хәмер йоғонтоһо бөтөү менән ул йәнә төшөнкөлөк упҡынына тәгәрәй. Упҡындан сығыу, дофамин барлыҡҡа килеү өсөн хәмер торған һайын күберәк талап ителә һәм кеше алкоголь әсирлегенә эләгә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: