– Булат Тимербай улы, һеҙҙе абруйлы премия менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләп, яңынан-яңы фильмдар көтөп ҡалабыҙ. Аҡсалы проектҡа кино төшөрөүсе бик тиҙ табыла. Ләкин ул ҡыҙыҡлы фильм булмаясаҡ, тинегеҙ. Ә һеҙҙе оҙаҡ йылдар кино сәнғәтендә тотҡан етди сәбәптәр бармы?
– Кешене һөнәрҙә матди йә ваҡытлыса ғына ҡыҙыҡһыныуҙар тота алмай. Минең был өлкәгә килеүем – Башҡортостан мәҙәниәтенә хеҙмәт итеү, атайым, билдәле шағир Тимер Йосоповтың юлын дауам итеү ул. Заманалар ниндәй генә булмаһын, мәҙәниәт йәмғиәтте үҙгәртә ала торған көскә эйә. Ә кинематограф – йәмғиәт үҙгәрештәренең башында торған, һәр халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, булмышын асып бирә алған мөһим ҡорал, образдар, сюжеттар аша халыҡ менән аралашыусы сәнғәт төрө. Башҡортостанда был өлкә тулыһынса асылмаған әле. Башҡорт ерлегендә фильмдар төшөрөргә кәрәк, мин ошо маҡсатта үҙемдең кино мәктәбемде лә булдырҙым.
– «Бабич», «Беренсе Республика» фильмдары бик көнүҙәк булды. Сәпкә тейҙе. Оҙаҡ әҙерләндегеҙме уларға тотонор алдынан?
– Был турала 90-сы йылдарҙан алып уйлана башланым. Ғәзим Шафиҡовтың китабын уҡып сыҡҡас, ул идея көсәйә төштө. Халҡыбыҙҙың тарихына битараф ҡалып булмай. 2013 йылда «Көн һәм быуат» спектаклен ҡараным, авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова. Ошонан һуң уларға буласаҡ фильмға сюжет тәҡдим иттем. Кино төшөрөүгә бер нисә тапҡыр ынтылдыҡ. Тик 2016 йылда, Башҡортостан Башлығы грантын отҡас ҡына, эш башларға мөмкинлектәр асылды. Ете сериялы фильмға сценарий яҙылды. Уның беренсеһе – «Бабич», икенсеһе – «Беренсе Республика», һәр бер картина республиканың төрлө өлкәһенә бағышланған ине. Фильмдарҙы «Башҡортостан» киностудияһында төшөрмәнем, үҙемә студия ойошторҙом. Әйткәндәй, шул павильондарҙа уҡыусым Ринат Еникеевтың «Наган» фильмын һынап ҡараныҡ. Бик яҡшы килеп сыҡты.
Башҡортостанды республика булараҡ һаҡлау өсөн тарихын белеү мөһим. Тарихҡа ҡағылмайынса, уның бөгөнгөһөн нисек аңларға мөмкин? Халҡыбыҙ өсөн ауыр, фажиғәле йылдарҙы бер киноға индереү ғәйәт ҙур эш талап итте. Ләкин һәр оҫтаның уникаллеге лә шунда: сюжетты художество яҡтан уйлау һәм аҙағына тиклем сығара алыу. Трилогияның беренсе өлөшө – «Бабич» картинаһы – республиканы ҡорған, килешеүҙәр төҙөгән, уның яҡты киләсәге өсөн нигеҙ һалған кешеләр, ә «Беренсе Республика» ошо идеяны тормошҡа ашырыусылар, институттар, сәнғәт учреждениелары, йәғни республикала хужалыҡ итеүҙең бөтә тармаҡтарын асҡан һәм уларҙы етәкләгән шәхестәр хаҡында. Оҙаҡ әҙерләндек, тиҙ төшөрҙөк, һуңынан әүҙем прокат ойошторҙоҡ. Сөнки бюджет сикле ине. Был картина менән Рәсәй төбәктәрендә, Лос-Анджелеста, Төркиәлә, Сербияла булдым. Проект аша беҙ тамашасыларға Башҡортостан тарихы, шәхестәре хаҡында бик күп мәғлүмәт еткергәнбеҙҙер, тип уйлайым.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.