-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
2 Ноябрь 2020, 14:14

Сәхнә биргән һабаҡ

Бөгөн дә ул ҡуйылған матур тауыш менән яғымлы итеп һөйләшә, мөләйем ҡарай һәм биргән бер һорауҙы ла тота килеп өҙмәй. Был иһә, билдәле актрисала тәкәбберлектең бер тамсыһы ла юҡ, тигәнгә ишара. Геройым – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Ислам ҡыҙы Хисамова.

Үҙенең шәхси тормошон ул кино һымаҡ итеп һүрәтләй. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов менән романдарға торошло мөхәббәтенә, ғаилә ҡороуына бәйле ниндәй генә легендалар йөрөмәгән.
Тормош иптәшен ул Өфө сәнғәт училищеһында осрата. Уҡыу йортонда белем биргән 30 йәшлек сибәр актер һәм педагогҡа 15 йәшлек ҡыҙҙарҙың барыһы ла ғашиҡ була. «Ул – бик әүҙем кеше, көслө, гел эҙләнеүсән, ижади яҡтан күп эшләгән, тынғыһыҙ шәхес ине. Театрҙа көн дә спектаклдә уйнай, радиола ла уның тауышы яңғырай – шиғыр-хикәйәләр уҡый. Шул осорҙа ул «Нәркәс»те яҙған, беҙҙе уҡытҡан, репетицияларға йөрөгән. Зыялы, көмөш бәрхәт тауышлы, мыҡты кәүҙәле... Ғашиҡ булғанбыҙҙыр инде ундай шәхескә», – ти әңгәмәсем.
Илшат Йомағолов менән Рәмзиә Хисамованың өйләнешеү тарихы эргәһендә уйҙырмалар күп. Халыҡ артисының үҙ ауыҙынан ишеткәндәргә туҡталғанда, ул Рәмзиә Хисамованың театрға эшкә урынлашыуы менән дә бәйле.
– Уҡып сыҡҡас, өс кешене Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына тәғәйенләнеләр. Улар – буйсан, харизматик Фидан Ғафаров, Тәнзилә Хисамова һәм мин. Бөтөнләй минең үҙемә ҡағылмаған, әммә ҡапыл килеп тыуған сәбәп арҡаһында, һиңә урын юҡ, тинеләр. Салауат һәм Сибай саҡыра үҙҙәренә, әммә тәғәйен ошо театрҙа эшләгем килә. Шулай урамда бошоноп ҡына китеп бара инем, Илшат ағай осраны: «Шунан, ҡыҙым, барҙыңмы, төштөңмө эшкә?» – тип һорай. «Юҡ, алманылар», – тинем. Ул аптырап китте лә, ярай, һуңынан һөйләшербеҙ, тип ары атланы. Үҙе театрға барған да, һеҙгә ебәргән кешеләрҙе кире борһағыҙ, эштән китәм, минең урынға алығыҙ уларҙы, тип әйтмәһенме! Шунан йүгерә башлағандар. Мине диктор итеп ҡуйҙылар. Шулай булһа ла, ролдәр ҙә бирҙеләр. Бөйөк Нәркәсте лә ышанып тапшырҙылар. Үҙ аллы тыуҙырған тәүге ролем, тип һанайым уны. Унан һуң мине театрҙа ла, урамда ла Нәркәс тип йөрөтә башланылар. Илшат ағай менән яҡындан танышлыҡ шунан башланды. Ул мәлдә актер тәүге ғаиләһе менән айырылышҡан булған... Әйткәндәй, мин уға гел – «ағай», ул миңә «ҡыҙым» тип өндәштек.
– «Нәркәс»тең оҙон ғүмерле булыуы сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
– Темаһы һәр дәүер өсөн дә актуаль булыуындалыр. «Нәркәс» пьесаһында һәм төп героиня образында рухи көс ҡомары бар. Иленә булған мөхәббәтен, бурысын шәхси теләге менән бутамай ул. Нәркәстең трагик булмышы ла шунда. Ул үҙенең халҡы алдындағы бурысы аша атламай. Спектаклде ике тапҡыр режиссер Лек Вәлиев ҡуйҙы. Икеһендә лә мин уйнаным. Бөгөнгө көндәрҙә әҫәрҙе бик матур итеп режиссер Илдар Ғиләжев сәхнәләштерҙе. Музыкаль спектакль бары­һына ла оҡшаны. Унда ҡыҙым Айһылыу төп героиняны уйнаны.

Фото театрҙың архивынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: