-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
29 Сентябрь 2020, 13:44

Көс сығанағы

Талантлы яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның прозаһы, хикәйәләре, улар буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәре халыҡсан, мауыҡтырғыс. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның яңы ижад емештәрен һағынып көтөп ала. Әҙибәнең һүрәтләү маһирлығы, сюжет ҡороу оҫталығы, донъяға киң офоҡтар аша баға белеүе әҫәрҙәрен уҡымлы, танһыҡ итә. Нескә, һиҙгер күңелле ижадсы булараҡ, ул донъяны, унда барған ваҡиғаларҙы бик тәрән тоя. Ошо тәрәнлек прозаһының йөҙөн билдәләй. Ул үҙе лә тормошто ситтән ҡарап түгел, уның уртаһында ҡайнап өйрәнә. Кинәт инглиз телен үҙләштерергә тотоноуы, әллә ҡайҙа, ер аяғы, ер башына – Амстердамға – уҡырға сығып китеүе, Африкаға барып әйләнеүе, тыуған яғы Ейәнсура районы Иҙәшкә ҡайтып, икмәк бешерергә тотоноуы ҡайһы бер кешеләргә аңлашып та етмәҫ. Яҙыусы менән әңгәмә барышында беҙ ул һорауҙарға яуапты ипләп кенә тағаттыҡ. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның тыуған яҡтарын барып күрергә күптән хыяллана инем. Бына ул маҡсатҡа ла ирештем. Әле улы Ренат менән һалып ингән Иҙәштәге йортонда ихлас әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Ләйлә ҡыҙы балалары Камилә һәм Данияр менән әсәһенә ялға ҡайтҡан. Айрат кейәүҙәре әле вахта ысулы менән эшкә киткән.

– Ижадсы бер ваҡытта ла ижад итеүҙән туҡтамай. Ҡәләме тибрәлмәй торғанда ла күңеле эҙләнеүҙәр юлында. Уй сылбыры ҡайһы тарафтарҙы байҡаһа ла – һәр ваҡыт һығымталар яһай, йәшәйеш асылына төшөнә, маяҡтар билгеләй. Әле ниндәй уйҙар менән йәшәп ятаһығыҙ, Гөлсирә апай?
– Ете йыл бер нимә лә яҙғаным юҡ, тип әйтһәм, дөрөҫ булалыр. Башлап ҡуйған, башын-аҙағын теркәгән хикәйәләр, күләмле генә бер нисә әҫәр, яртылаш яҙып һалған сәйәхәтнамә тамамлауҙы көтә. Башта үҙемде ялҡаулыҡта ғәйепләй инем, әле аңлай башланым, был осраҡлы түгел икән. Ғүмерем дауамында яратып, бәхетле булып, янып йәшәгән илем – бөйөк ил, Советтар Союзы – күҙ алдымда тарҡалды, бала саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтерелгән ҡиммәттәр – иң ҡәҙерле хазиналарым – ялған тип иғлан ителде, илемдең мин ғорурланған тарихы мәсхәрә, бысраҡ, оят, тип нарыҡланды – быларҙың барыһы ла минең өсөн ҙур фажиғә булды. Үҙгәртеп ҡороу башланғанға өс тиҫтәнән ашыу йылдар үтеп бара, тиерһегеҙ. Тик ҡайһы бер нәмәләрҙе араһында йөрөгәндә төшөнөп тә етмәйһең, аңлау һуңыраҡ килә. Минең менән дә шулай булды. Күп нәмәгә күҙем сит илдә асыла башланы. Көнбайыш Европала ла ожмах түгеллеген, улар таянып йәшәп ятҡан бик күп ҡиммәттәрҙе – улар ҡиммәттәр тип һанаған нимәләрҙе – йәнем-тәнем менән ҡабул итмәгәнемде, матди йәһәттән етеш тормошта йәшәү генә миңә бәхет килтермәгәнен шәхсән төшөнөү бик файҙалы булды. Йәнә бер нәмә ярҙам итте: инглиз телен тәрәнерәк өйрәнеү өсөн Амстердамда тик шул телдә генә уҡырға, фильмдар ҡарарға, гәзит-журналдарын байҡарға тырыштым. Шул ваҡытта ике төрлө стандарттар сәйәсәте менән осрашыу бик тә айнытҡыс булды – уларса: һеҙгә (Рәсәйгә) мөмкин түгел, беҙгә нимә ҡылһаҡ та мөмкин, беҙ һәр ваҡыт хаҡ, йәнәһе. Ә үҙебеҙҙең илдә нимәләр булып ятҡанын аңлар өсөн миңә бер китап ярҙам итте: уны аҙна буйы уҡыным, аҙна буйы иланым, һис кенә лә арттырмайым, ҡысҡырып иланым, ватанын сәскә аттырыу өсөн тирен генә түгел, ғәзиз ҡанын түккән йөҙәр миллион ватандашым, атайым менән әсәйем, илем йәшәһен тип йәнен биргән миллионлаған яугир илдәшем өсөн, үҙем өсөн әрнеүҙән, ғәрлектән, түбәнһетелеү, кәмһетелеү тойғоһонан. Быны бәләкәй генә интервьюла һөйләп аңлатырлыҡ түгел, алдағы көндәрҙә яҙаһы фекерҙәрем ул. Әле ҡыҫҡаса ғына әйткәндә: китап рус теленә тәржемә иткәндә «Распродажа века» тип атала. Уның авторы Христя Фриланд. Ельцин осоронда, илебеҙҙе талау башланғанда ул Мәскәүҙә журналист булып эшләй һәм ҡырағай капитализмдың килеүен бик дәлилле һүрәтләй. Бөгөнгө көндә был китап хәҙерге Рәсәй тарихын өйрәнеүселәргә иң һәйбәт белешмә булараҡ тәҡдим ителә.
Ул китаптан бер генә цитата килтерәм. Михаил Ходорковский: «Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә миллионер булмаҫ өсөн алйот булырға кәрәк», – ти. Тимәк, улар аҡыл эйәләре, ә беҙ – алйоттар. «Урлау ғына түгел, тапҡанды ла алырға ярамай. Юғалтҡан кеше әйбере өсөн ныҡ әсенә, шул әсенеш һиңә төшә», – тип өйрәтә торғайны әсәйем. Шундай тәрбиә алған минең һәм башҡа выждан, ғәҙеллек рухында тәрбиәләнгән йөҙәр миллион кешеләрҙең ҡоролоп ятҡан яңы Рәсәйҙә әҙәмсә йәшәргә бер ниндәй ҙә ышанысы ҡалмаймы ни һуң? Ул мәлдә башымда шундай ҡурҡыныс уйҙар ҡайнашҡанын, төшөнкөлөккә бирелгәнемде хәтерләйем. Әммә хәҙер күрәбеҙ: ҡайҙа Ходорковский, ҡайҙа Березовский... «Кеше хаҡы барыбер ебәрмәй ул, – ти торғайны әсәйем. – Харам бәхет килтермәй». Артабан да күрербеҙ әле.
Күҙем асыла башлағандан алып бик күп уҡыным, уҡыйым. Нисек шулай килеп сыҡты, нисек беҙ алдандыҡ, артабан нисек йәшәргә, тигән һорауҙар тынғы бирмәй. Беҙҙең атай-әсәйҙәр, унан үҙебеҙ һәр ваҡыт: «Тик һуғыш ҡына булмаһын», – тип йәшәнек. Ә, баҡһаң, ул һуғыш бара, кешене әҙәмлектән сығарыу, уны ҡолға әйләндереү, юҡҡа сығарыу эше бик оҫта алып барыла. Нисек, тиерһегеҙ? Хәҙерге заманда рухты һындырыу, юҡҡа сығарыуҙың күҙгә ташланмаған юлдары бар. Беҙҙе мәжбүр итергә лә кәрәкмәй, үҙебеҙ бөтәһенә лә риза булып торабыҙ. «Дошманымды физик яҡтан юҡ итә алмайым икән, мин уның мейеһенә үтеп инәм, уны емерәсәк нәмәләрҙе башына һеңдерәм. Шул саҡта уның мейеһе хужаһын үҙе юҡҡа сығарасаҡ», – ти бер политтехнолог. Мәғлүмәт һуғышының алымдары шундай. Шуға күрә беҙгә ныҡ уяу булырға кәрәк: кемгә ышанырға, нимә эшләргә?
– Миңә был һыҙланыуығыҙ аңлашыла. Әлеге тормоштағы күп күңелһеҙлектәр ошо ваҡиғаларға барып бәйләнә. Ә һеҙ ниңә кинәт кенә ауылға ҡайтып китергә ҡарар иттегеҙ?
– Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тиҙәр бит. Шуның һымаҡ, бер йыл Амстердамда йәшәү миңә бик күп бирҙе. Көнбайыш Европаның бихисап илдәрендә булыу, ундағы халыҡтың тормошон эске яҡтан күреү, донъяның төрлө тарафтарынан килгән кешеләр менән тығыҙ аралашыу – ә бит бик аҡыллы, ғәмле, белемле шәхестәр менән аралашыу бәхете тейҙе – эске донъямды ифрат байытты, фекер даирәмде киңәйтте. Был донъяла халҡымдың һәм илемдең тотҡан урынын тоҫмаллау форсаты тыуҙы. Үҙ-үҙеңә һәм тормошоңа ситтән ҡарау мөмкинлеге хәтәр нәмә икән ул – эгоцентризм тигән нәмәнән бер аҙ ысҡына төшәһең. Шунан мин Африканың ике иленә – Буркина-Фасо менән Тогоға – Амстердам университетында бергә уҡыған һабаҡташтарыма ҡунаҡҡа барҙым.
Того менән Буркина-Фасо икеһе лә ярлы илдәр иҫәбенә инә. Того етешерәк, сөнки уның ҙур ғына йылғалары бар, баш ҡалаһы Ломе диңгеҙ буйында урынлашҡан, шуға күрә көнитмештәре сағыштырмаса етешерәк. Ә Буркина-Фасо – был төбәктәге иң ҡоро илдәрҙең береһе, халыҡ хәйерселектең сигендә йәшәй.
Беҙ, икмәккә туйып үҫкән быуын, яланғаслыҡты ла белмәйбеҙ, ә өлкәндәрҙең һөйләгәндәре бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сыға. Ә бында ас тормоштан кибеп бөткән балаларҙы, әсәйҙәрҙе күреү миңә ҡот осҡос тәьҫир яһаны.
Тогола бер нисә көн ауылда йәшәнем. Электр юҡ, тимәк, беҙ күнеккән уңайлыҡтарҙың береһе лә юҡ. Быны күҙ алдына килтерер өсөн иҫкә төшөрөгөҙ: ике-өс сәғәткә электр булмаһа, тормош туҡтап ҡалған һымаҡ була. Ер иҙән, өй тигәндәре беҙҙең мунсанан да хөртөрәк балсыҡ ҡоролмалар, ишеге юҡ. Кис көнө шул иҙәнгә алам-һәләм ырғыталар ҙа ятып йоҡлайҙар. Төнө буйы өҫтәрендә саламандралар – кеҫәрткеләр – йөрөй. Улар йөрөүе бик һәйбәт, сөнки малярия таратыусы серәкәйҙәрҙе ашайҙар. Ризыҡ тураһында һөйләп тормайым. Ауылда бәҙрәф тигән нәмәнең булмауын ғына әйтһәм, бөтәһе лә аңлашылалыр. Бына шундай тормош, ә был сағыштырмаса етеш Тогола. Ә Буркинаның баш ҡалаһы Уагадугуҙа бер аҙна Белоруссиянан килеп берәҙек балалар приютында эшләгән волонтер ҡыҙҙар менән йәшәнем. Эргәлә дауахана ла бар ине. Шунда ауылдарҙан аслыҡтан үлем сигенә еткән балаларҙы алып киләләр. Йән әсеткес күренеш. Башыма ҡурҡыныс уй килде: Советтар Союзы ваҡытында гөрләп эшләп торған предприятиелар ябылып бөттө, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты, хөкүмәттең кешелә эше юҡ, илде талап, бүлешеп алып бөткәс, инде тәбиғәт байлыҡтарын һатырға тотондолар. Әгәр ҙә былай барһа, беҙҙең ейәндәребеҙ ошондай хәлгә төшмәҫме? «Нимәлер эшләргә кәрәк! Нисек тә ҡыбырларға кәрәк!» Ошо ҡурҡыу, нимәлер эшләргә кәрәклеген аңлау миңә ракета яғыулығы һалғандай йоғонто яһаны. Шул уҡ ваҡытта ни өсөн ауылда бизнестың бармауы сәбәбен дә аңлағым килде.
Шулай итеп, ауылда пекарня асырға булып киттек. Улым Ренат яңы ғына математика буйынса аспирантура тамамлаған ине. Уны ла дәртләндерҙем, инде тормош университетында ла уҡып ал, йәнәһе. Африкаға 2012 йылдың аҙағында барһам, икенсе йылдың май айында ауылда инем инде. Төп эшем – тәржемә – интернет аша булғас, ҡайҙа йәшәһәм дә була, эш хаҡым һәйбәт. Әлбиттә, нефть долларҙары түгел, әммә эш башлап ебәрергә етеп торорлоҡ. Әле ул ваҡыттарҙы иҫемә төшөрһәм, көлгөм дә, илағым да килә. Алһыу бант тағып, алһыу күлдәк кейеп, алһыу шар тотоп йүгергән бәләкәс ҡыҙыҡай һымаҡ булғанмын. Ә инде һөрлөгөп барып төшөп танауҙан борхолдап ҡан китһә, алһыу күҙлектәр шунда уҡ юҡҡа сыға икән. Бөтөнләй тормошто белмәгәнем асыҡланды, физик, психологик, матди ҡыйынлыҡтар тураһында иҫкә лә төшөргө килмәй хәҙер. Шулай ҙа дүрт йыл айҡаштыҡ әле бирешергә теләмәйенсә. Иҙәш икмәге, тигән даныбыҙ таралды, икмәгебеҙҙе, беҙ бешергән бәлештәрҙе әле лә һағынып һөйләйҙәр. Тик сығымдар ныҡ күбәйеп киткәс, уларҙы ҡапларға хатта минең һәйбәт эш хаҡым менән пенсиям да етмәй башлағас, ябырға тура килде. Йәшерен-батырыны юҡ, уңышһыҙлыҡты ныҡ ауыр кисерҙем. Ғәҙәттә, мин бик үк еңелеп бармайым, ғүмер буйы һәйбәт уҡыным, һәйбәт эшләнем, ҡырҡ менән илле йәшем араһында бер түгел, ике сит тел өйрәндем. Ә эшҡыуарлыҡ – минең өсөн түгел икән. Хәйер, алдыма ҡуйған бер маҡсатыма ирештем, ахыры. Ни өсөн ауылда бизнестың бик үҫешеп бармауының сәбәптәрен беләм хәҙер. Һәр бер фермерға, нимәлер етештерергә, ниҙер эшләргә тырышып ятҡан һәр кемгә һоҡланам. «Был ер меңдәрсә йыл буйына халҡыбыҙҙы туйҙырған. Уның ҡәҙерен белергә кәрәк», – ти торғайны атайым. Ысынлап та, шул ергә сат йәбешеп йәшәргә кәрәк.
Ә миңә килгәндә, эшҡыуарлыҡ килеп сыҡманы, ләкин Аллаһы Тәғәләнең йөрөткән юлдарына баш етмәҫлек, тиҙәр бит, ниһайәт, ауылымда төпләнеп, өй һалып, йән тыныслығы һәм үҙем өсөн көс сығанағы таптым. Тағы ла шуныһы, ижад кешеһе булараҡ, был миңә иҫ киткес мөһим тәжрибә булды. Оятыраҡ булһа ла, әйтмәй булмай: алтмыш йәшемә еткәндә, ниһайәт, балалыҡтан сығып, тормошҡа өлкәндәрсә ҡарарлыҡ кимәлгә етелде.
Шулай уҡ минең математик һәм программист улыма ла был ҙур тәжрибә булды. Ошо осорҙа ул башта пекарня төҙөнө, шунан өй һалды, баҡса ултыртты. Хәҙер ҡулынан килмәгән эше юҡ, кәрәк булһа, икмәген дә һала, тәм-томон да бешерә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит.
– Шулай итеп, һеҙ ауыл тормошо менән йәшәй башланығыҙ. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт... Гөрләтеп донъя көтәһегеҙ инде, шулаймы?
– Мин донъяны көтәмме, әллә донъя мине көтәме, әйтеүе ҡыйын инде. Былтыр йәй бер көндө йоҡлап ҡалғанмын. Һигеҙҙә килеп сыҡһам, ишекте асыу менән өс бесәйҙең ризаһыҙ ҡарашы менән осраштым – иртәнсәк йылы һөт эсеп өйрәнгәндәр. Кетәктә әтәс түҙемһеҙләнеп ҡысҡыра, тауыҡтар ҡытҡылдаша. Артҡы аҙбарҙа ҡаҙҙар сабырһыҙлана, бройлерҙар сыҙамай. Кәзәләр көтөп ялҡҡан, баҡырышалар. Иң мәрәкәһе шул булды: һарайға оялаған ҡарлуғастар ҡайҙандыр тишек табып сыҡҡандар ҙа, кире инә алмағандар. Суҡыш­тарында ҡарышлауыҡ-селәүсен­дәрен һәлберәтеп, һарай ишегенең тотҡаһында парлашып мине көтөп ултыралар. Шул тиклем күңелем булып, рәхәтләнеп көлдөм: күпме йән эйәһенә кәрәкмен, донъя мине үҙе көтөп тора. Ысынлап та, ауылда тәбиғәткә яҡын булыу йәшәүҙе тотош ләззәткә әйләндерә. Һәр бер ҡош-ҡорттоң, мал-тыуарҙың үҙенең холҡо, яйы бар, һәр береһенең көйөн көйләмәй булмай. Уларҙы аңһыҙ тип ҡара. Марта менән Майка тигән ике кәзәнең ихтирамын яулап, мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр өсөн генә лә миңә өс йыл ваҡыт кәрәк булды. Бер тапҡыр, аптырап интернетта һорарға мәжбүр булдым: «Кәзәм тыңламай, нишләргә?» «Тимәк, һине лидер тип һанамай», – тип яуап бирәләр. Пекарняла ла ҡыйын мәл ине, ултырып иланым: «Хатта кәзә лә лидерға һанамай икән, был донъяла нисек йәшәргә һуң?» «Нишләтергә? Туҡмап ҡурҡытырғамы?» – тип ныҡышам. «Туҡмағас, уны нисек һаумаҡ булаһың? Тик наҙ менән генә тыңлатып була», – тигән яуап алдым. Тора-бара, ысынлап та, аңланым: наҙһыҙ бер нимә лә булмай икән. Хатта һәр бер үҫемлеккә лә иғтибар кәрәк. Хәҙер йолҡоп ташларға тура килгән ҡый үләне алдында ла «кәрәкмәгән урында үҫкәнһең» тип аҡланам. Сүп үләне тигәнебеҙ ҙә шифа бит. Бары шундай мөнәсәбәт булғанда ғына донъя менән гармонияла йәшәп була икән.
Хәҙер шулар тураһында яҙғы килә. Әле донъяла бөтә нәмә лә саманан артыҡ күп етештерелә, русса әйткәндә – перепроизводство. Аҡса артынан ҡыуып, кешелек, аҡылдан шашҡандай, планетаның ресурстарын тәләфләй. Бер нимәгә лә дефицит юҡ, бер яҡтан был һәйбәт тә кеүек. Беҙ ҡулланабыҙ ҙа ҡулланабыҙ – һаман туя алмайбыҙ һәм бының осо-ахырыһы юҡ. Етештереү менән шөғөлләнгән ваҡытымда магазин кәштәләрендәге пальма майында бешерелгән, химия менән тәмләтелгән арзан ризыҡтарға ҡарап күп уйландым. Бөтә нәмә бар кеүек, әммә беҙгә һаман етмәй, эш нимәлә, ни өсөн әҙәм балаһы барыбер бәхетле түгел? Баҡһаң, һөйөү дефицит икән: донъяны яратыу, тормошто яратыу, илеңде яратыу, кешеләрҙе яратыу етмәй. Китаптарымдың береһенә ҡасандыр эпиграф итеп ҡуйғайным: «Был донъя һөйөүгә сарсаған. Барыһы ла һөйөүгә мохтаж, ләкин уны бик аҙҙар ғына бирә ала», – тип. Минең яҙасаҡ әҫәрҙәрем ана шул һөйөүҙе бирә алһа ине, тигән арманым бар минең хәҙер.
– Гөлсирә апай, беҙ, ысынлап та, һине һағынабыҙ. Әҫәрҙәреңде йотлоғоп, илап, күңел нескәргәнсе уҡыған мәлдәребеҙ ҡиммәт. Шуға һеҙҙән яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. Ә журнал уҡыусылары киләһе һандарҙа мотлаҡ хикәйәгеҙҙе уҡып ҡыуаныр, тип өмөтләнәбеҙ!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: