+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
4 Август 2020, 16:48

«Яҡшылыҡ эшләү – халҡыбыҙҙың ҡанында»

Бөтә йөрәген, бар зиһенен биләгән был ғәмәлдәр уның йәшәү асылына әйләнгән: тирә-яҡ мөхитте таҙартыу өмәләре, балалар өсөн экология дәрестәре, инклюзив йүнәлештәге изгелек байрамдары, үҙ ҡанын биреп, башҡаларға ғүмер бүләк итеүсе донорҙар хәрәкәте, рухташтары менән иңгә иң килеп бойомға ашырған яңынан-яңы социаль проекттар... Гөлнара Рәшит ҡыҙы Хәмиева етәкләгән «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фондының республикабыҙҙа шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүсе ойошмалар араһында ҡабатланмаҫ йөҙө, үҙ йүнәлеше һәм, әлбиттә, лайыҡлы урыны бар.

– Һеҙҙе хәйриәлеккә ниндәй юлдар алып килеүен һөйләп китһәгеҙ ине?
– 2012 йылда, 28 йәшемдә, донъяға ҡарашымды тамырынан үҙгәрткән бер ваҡиға булды – машинам менән юл фажиғәһенә эләктем. Салонда минән башҡа йәш бала, ҡарт әбей һәм бер ҡыҙ бар ине. Уларҙың бер ере лә йәрәхәтләнмәйенсә иҫән-һау ҡалыуын мөғжизәләй күреп ҡыуандым. Үҙем ауыр имгәнеүҙәр менән дауаханаға эләктем, бер нисә ҡатмарлы операция кисерергә тура килде. Оҙаҡ дауаханала ятҡан сағымда тормош бығаса мин белмәгән яҡтарҙан асылды: аяҡ-ҡулдары, умыртҡалары һынып, кеше көнөнә ҡалған ауырыуҙар араһында ололар күплегенән, уларға мөнәсәбәттең тейешлесә булма­уынан шаңҡыным. Йылы һүҙгә, ярҙамға интизар өлкәндәрҙең һыҙланыулы ҡарашы йөрәкте өттө, бәләгә тарығандарҙың яҙмышын тыңлап тетрәндем. Һәм дауаханала һис үтмәҫтәй күренгән көндәр-төндәрҙә: «Әгәр ҙә ҡот осҡос авариянан һуң ниндәйҙер ҡөҙрәт менән иҫән ҡалғанмын икән, Хоҙайға мең шөкөр тип, ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ итеп йәшәргә тейешмен!» – тигән ҡарарға килдем.
– Фонд ойоштороуға, тимәк, тап шул хәлдәр этәргес булғандыр?
– Фонд уға тиклем төҙөлгәйне. Мин мәктәп йылдарынан уҡ йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға яраттым. Башҡаларға гел берәй яҡшылыҡ эшләгем килеп тороуын хәтерләйем: был һыҙат ата-әсәмдән күскәндер. Ашнаҡсы әсәйем һымаҡ, бәләкәйҙән кеше һыйлау, күмәк халыҡҡа ҡаҙан тултырып аш бешереп ашатыу оҡшай ине. Шофер атайымдың да кеше йәнле булыуына һоҡланып үҫтем. Ә Өфө авиация институтында белем алғанда иһә бөтә саралар башында йөрөнөм. Уҡып бөтөп, үҙ эшемде асҡас, донъяны яҡтыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индереү өсөн мөмкинлектәр киңәйҙе. Тирә-яҡ мөхитебеҙҙең яҡлауға мохтажлығына әсенеп, экология проекттары менән шөғөлләнергә булдым. Өфөләге Непейцевский дендропаркын һаҡлауға арналған тәүге проектым әллә ни саҡлы кешене йәлеп итте. Баҡһаң, әйләнә-тирәлек мәсьәләләре бик күптәрҙе борсой, уларҙы бергә йыйыу ғына кәрәк икән! Ә көс булып туплан­ғанда тауҙар аҡтарырға мөмкин. Экология проблемалары менән генә сикләнмәйенсә, социаль эшмәкәр­лектең башҡа йүнәлештәренә лә тартылыуымда күп яҡлы тәбиғәтем сағылалыр, моғайын. Балалар байрамдары ойоштороу, Халыҡ университеты программаларын хуплау, ялҡынлы йөрәктәрҙе йәлеп итеп, йәмғиәт өсөн кәрәкле эштәргә гранттар юлларға өйрәтеү, йәғни үҙем белгәнде бүлешеү – былар минең өсөн барыһы ла иҫ киткес ҡыҙыҡлы, мөһим ине. Фонд ана шул рәүешле үҙенән-үҙе ойошоп китте.
Операцияларҙан һуң һауыҡҡас, имгәнеү-сирләү арҡаһында хәрәкәт итеүе сикләнгән, киң донъяһы тарайған кешеләргә, уларҙың һыҙла­ныуына, кисерештәренә барса халыҡтың иғтибарын йәлеп иткем килде. Һөҙөмтәлә берҙәм тырышлы­ғыбыҙ менән «Мөмкинлектәр менән сикләнмәгән» тигән фильм тыуҙы. Уны төшөрөү уйын күтәреп алған ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға, ижади төркөмгә бик рәхмәтлемен.
– Фонд башланғысы менән булдырылған тағы бер фильм – ауырыу балаларҙың һәм уларҙың сәләмәт тиҫтерҙәренең мөнәсәбәттәренә арналған «Параллель донъялар» тигән документаль картина хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине.
– Был фильмды эшләү ниәте оҙаҡ күңелемдә йөрөнө. «Таланттар йондоҙлоғо», «Кәртәләрҙе һындырып» кеүек проекттарҙың жюри ағзаһы булараҡ һәм тормош күҙәтеүҙәремдән, уйланыуҙарымдан уянды ул теләк. Сиргә тарыған балаларҙы йәлләп, күҙ йәштәре аша ҡарау дөрөҫ түгел, йыш ҡына улар һау тиҫтерҙәренә ҡарағанда яуаплыраҡ, көслөрәк, тәрәнерәк фекерле. Күбеһенең тормошо – һоҡланғыс батырлыҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән һәм сәләмәт балаларҙың аралашыуы, дуҫлашыуы ике яҡ өсөн дә файҙалы икәнен, ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ кеүек иң матур сифаттарҙы нығытыуын күрһәтергә ынтылдыҡ картинала. Киләсәктә улар йәшәйәсәк йәмғиәт тап шулай булһын, тип теләп ижад иттек фильмды Гәүһәр Батталова, Әлфиә Арыҫланова, Урал Ғатауллин менән. Темаһы ҡатмарлы булһа ла, ғәжәйеп яҡтылыҡ менән һуғарылған – ул һаулығы арҡаһында беҙҙән айырылып торған кешеләргә тыныс сабырлыҡ, оло мәрхәмәт менән ҡарарға саҡыра. Уны күргән һәр кем илаһи сафланыу кисерә, битарафлыҡ сиренән ҡотола һәм артабан урамда, мәҫәлән, светофор янында коляскалы инвалид осрай икән, мотлаҡ уны юл аша сығарышып китәсәк. Фильмды булдырыу өсөн Рәсәй Президенты гранты файҙаланылды.
– Күп фондтар сирле балаларҙы дауалау өсөн аҡса йыйыу менән шөғөлләнә. Һеҙ ундай ярҙам күрһәтәһегеҙме?
– Беҙҙең бурыс башҡасараҡ – яҙмыш ауырыу менән һынаған кескәй йәндәргә, уларҙың ғаиләләренә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, бүтән балаларҙа уларға ҡарата тиң мөнәсәбәт, ихтирам тәрбиәләү, был сабыйҙарға һәләттәрен тормошҡа ашырырға, ҡабырсаҡҡа бикләнмәйенсә, үҙ урынын табырға булышыу. Сырхау сабыйҙың әсәһе килә икән, тыңлап, финанс ярҙамы күрһәтерҙәй икенсе фондтарға ебәрәм.
– Һеҙгә был хәтлем оло эштәрҙе атҡарышыусылар кемдәр икән?
– Беләһегеҙме, ундайҙарҙың бихисап булып сығыуы минең өсөн ҙур асыш ине. Күп партнерҙарыбыҙ – бил­дәле компания хужалары ла, урта ҡуллы эшҡыуарҙар ҙа, ябай кешеләр ҙә – миһырбанлыҡҡа ҡатнашлығынан әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек ала. Бай­тағы, үҙҙәрен күрһәтергә теләмәйенсә, күләгәлә ҡалыусан: «Изгелек эшлә лә һыуға һал» тигән әйтем – улар хаҡында. Яҡшылыҡ ҡылыу – халҡы­быҙҙың ҡанында. Уйлай китһәң, был – һәр әҙәм балаһының ҡәҙимге ихтыяжы бит.
Әле волонтерҙар хәрәкәтенең ныҡ күтәрелгән сағы – саралар алдынан оран ташлау менән йәштәрҙең, хаҡлы ялдағыларҙың тотош командаһы йыйыла. Айгөл, Анастасия, Фәниҙә, Артур, Тимур – уңған ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Мәҫәлән, 2014 йылда Яңы йыл алдынан беҙ уҙғарған Изге шыршы байрамына 600-ләп бала килһә, 2019 йылда 3,5 мең булып киттеләр. Шуларҙың яртыһы инвалид сабыйҙар ине. Биҙәлгән аттарҙа сабып ингән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау, таң ҡалырлыҡ тамаша, матур бүләктәр – барыһы ла улар хәтерендә йыл буйы һаҡланғандыр. Шыршы биҙәү, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү – һанһыҙ мәшәҡәт­тәрҙе ирекмәндәрҙән башҡа нисек йырып сыҡмаҡ кәрәк? Өфө ҡалаһы­ның «Көмөш волонтерҙар» хәрәкәте етәксеһе Шәмсура Таңатар ҡыҙы Гордеева һәм уның әхирәттәре, оло ҡунаҡ йыйған ҡыҙҙарына әсәйҙәр ярҙам­лашҡан һымаҡ, һәр саҡ байрамдың мөһим мәлдәре өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.
Шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистарынан башҡа бер сара ла үтмәй. Күрмәгән көсөк менән уның тоғро дуҫы бесәй хаҡындағы пьеса – быйыл улар сәхнәләштергән әҫәр­ҙәрҙең береһе айырыуса уңыш ҡаҙанды. Сценарийын мин һәм Лилиә Йәнтилина яҙһаҡ, режиссеры – Вероника Щербакова. Йөкмәткелә һуҡыр көсөк менән бесәйҙең Утты эҙләү мажаралары ята. Ике дуҫ, юғалған Утты табабыҙ тип, йылғалар кисә, урмандар аша үтә. Һәм донъя бер мәл ҡапыл дөм ҡараңғы ҡалғас, бесәй ҡурҡа башлай. Ә күрмәгән көсөк өсөн ҡараңғылыҡ – ғәҙәти, ул дуҫын етәкләп ала ла эске тойомлауы буйынса ҡыйыу алға бара. Инвалид балаларҙың ҡайҙалыр көс­лөрәк, зирәгерәк булыуы һәм дуҫ­лыҡтың еңеп сығыуы хаҡында ул спектакль. Рәсәйҙә балалар өсөн беренсе инклюзив пьеса тип аталған эшебеҙҙе ил фестивалдәренә, форумдарына сығарыуыбыҙҙы һорайҙар.
– «Беҙҙең киләсәк» – фондҡа исемде ниндәй уйҙан сығып ҡуштығыҙ икән?
– Исемебеҙ есемебеҙҙе сағылдыра. Беҙҙең киләсәк – балалар. Төп эшмә­кәрлегебеҙ шуға улар менән бәйле. Мәҫәлән, экология проекттарын мәктәп уҡыусылары менән ғәмәлгә ашырып, әллә нисә ҡуяндың ҡойроғон тотабыҙ: тирә-яҡты күркәмләйбеҙ, йәш быуында таҙа мөхиттә йәшәү ихтыяжын үҫтерәбеҙ, улдары һәм ҡыҙҙары аша ата-әсәне тәрбиәләйбеҙ – балаһы йыйыштырған ерҙе улар бысра­тырға баҙнат итмәйәсәк. Ана шулай бәләкәй аҙымдар менән оло киләсәккә китеп барған көнөбөҙ. Унда миһыр­банлы аҡыл тантана итәсәгенә ышанам.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: