+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
8 Июль 2020, 15:36

Тамырлы ағас ҡеүәтле

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова әле һаман емешле ижад итә: повесть-хикәйәләренән тыш, очерктар яҙа, драматургияны ла онотмай. Өҫтәүенә, һуңғы йылдарҙа гел сәйәхәт итте. Мөжәүир хәҙрәт эҙҙәрен һаҡлаған юлдарҙан йөрөнө, Төркөстан ҡалаһын барып күрҙе. Был сәфәрҙәрҙән ул ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтҡан? Етенсе тиҫтәһен артылған әҙибә нисек барыһына ла өлгөрә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән яҙыусының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

–Таңсулпан апай, Төркөстанға һеҙ ниндәй хис-тойғолар менән аяҡ баҫтығыҙ?

– Был һорауға ҡапылғара яуап биреүе лә ҡыйын. Унда ятҡан Әхмәт Йәсәүи, Арыстан баба кеүек изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылыу үҙебеҙҙең Башҡортостан ерендәге бик күп изгеләр рухын ололап иҫкә алыуҙан башланды. Йәғни уның инеше XX быуат аҙаҡтарында Ғабдулла Сәиди, Мөжәүир хәҙрәт, Хөсәйен әүлиә ҡәберҙәренә сәфәр сығыуҙа ята. Сибай ҡалаһында муниципаль телевидениела башҡорт редакцияһының мөхәррире булып эшләгән саҡта уҡ тотондом был эшкә. Муллаҡай изгеләре, уның мәшһүр мәҙрәсәһе хаҡында тапшырыу әҙерләнем. Ул саҡта әле Ғабдулла Сәиди ишандың улы Әнүәр мулланан тыуған Зәйтүнә апай иҫән ине (ауыр тупраҡтары еңел, ятҡан гүрҙәре яҡты булһын). Һәм ул ғына ла түгел, Баймаҡ районы Моҡас ауылы эргәһенә ерләнгән әүлиә ҡәберен эҙләп таптым, унан инде – Мөжәүир олатайға баш эйергә барҙым. Хәҙер әле бына уйлап ултырам да, бөтәһенә лә сәбәп Арҡайымға сәфәр ҡыла башлау булманымы икән? Хәйбулла районында табылған Таналыҡ ҡаласығын да төшөрөп, тапшырыу әҙерләп, халыҡҡа сығарҙым. Боронғо тораҡ усағының көлөн усымда тотоп торғанда әллә ни саҡлы ҡабатланмаҫ тойғолар кисерҙем. Йән – мәңгелек. Шуға ла күңел, аҫҡы аң күберәкте төшөнә, кисерә һәм һыйҙыра. Шул күңел талабы буйынса мин 2000 йылда Өфөгә күскәс тә изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылыуымды дауам иттем. Ауырғазы, Шишмә, Миәкә, Әбйәлил райондарындағы зыяраттарға күп йөрөнөм. Изге шишмәләрҙең һыуҙарын эстем, улар рухына аяттар бағышланым. Етмешкә еткәс, Ҡаҙағстандың Төркөстан биләмәләрендә ятҡан 41 әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылырға йөрьәт иттем. Эйе, йөрьәт иттем: сөнки тәүлегенә 3 йәки 4 сәғәт йоҡлап, йәки серем дә итмәй 4 мең саҡрымды урап сығыу йәштәргә лә еңел түгел. Өс көн эсендә 4 мең саҡрым! Кисерештәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Журнал ҡыҫаһына һыйған әңгәмә түгел был. Мәгәр мин зыярат ҡылыуҙы дауам итәм: былтыр йәй Мөжәүир олатай ҡәберенә, Ғабдулханнан ишан, Ғәлиәкбәр хәҙрәт һәм Зәйнулла ишан Рәсүлев ҡәберҙәренә зыярат ҡылдым. Әлхәмдулиллаһи шөкөр: ниәтләгән сәфәрҙәр алда әле.

– Әүлиәләрҙең теге донъянан беҙҙең тормошҡа йоғонто яһай алыуына ышанаһығыҙмы?

– Йән – мәңгелек, тинек. Йән мәңгелек булғас, кеше үләме ни?! Физик тән иҫкерә, ҡартая – уныһы хаҡ. Ерҙә йөрөгәнде генә тере тиеү ул ағастың олонон ғына күреүгә тиң. Тамырҙар бит – аҫта. Тамырһыҙ ағас үҫә алмағандай, бәндә лә үҙенең йәшәүе менән тотош әруахтар донъяһына тоташа! Уларҙың фатихаһы менән йәшәйбеҙ! Шуға ла атай-әсәйҙәргә нәфел ҡорбандары салыу кәрәк. Беҙ уларға бағышлап доға ҡылып, аят уҡып торорға тейешбеҙ. Уларҙың рухы шул саҡта әүҙемләшә. Уларҙан беҙгә ыңғай энергия килә башлай. Ни өсөн Ҡаҙағстан гөрләп үҫешә? Улар үҙҙәренең әруахтарын ҡәҙерләй. Тәүлектең ниндәй өлөшөндә барып инмә – изгеләр ҡәберенең баш осонда сыраҡсы ултыра доғаларын уҡып. Ә ундағы ҡәберҙәргә күрһә­телгән хөрмәт?! Иҫ китмәле. Бына Джамбул Джабаев ҡәбере. Беҙ уның ижадын сәсән булараҡ өйрәндек мәктәптә. Ә үҙҙәрендә ул – изгеләр санында. Ә күпме ер биләй уның ҡәбере! Ниндәй һәйкәл, ниндәй үҫемлек донъяһы! Юҡ, унда үҙҙәренең батырҙарын зыяратҡа тыңҡыслап алып барып тыҡмайҙар! Ер бүләләр, хеҙмәткәрҙәр беркетәләр һәм, әлбиттә, сыраҡсылар билдәләйҙәр. Уларҙың ҡәберен, ҡыҫҡаһы, бәндәнең башын эйеп барыр изге мәҡамына әйләндерәләр. Әйткәндәй, үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда мәҙәниәт министры булып эшләгән инсан да унда изгеләр санында, сөнки ул туған халҡы өсөн күп эшләгән. Ә бит, уйлап ҡараһаң, халҡың өсөн фиҙакәр хеҙмәттән ҙур батырлыҡ бармы?

Әруахтарҙың бәндә тормошона йоғонтоһона бер миҫал ғына килтерәйем. Әбйәлилдә Хөсәйен ауылы бар. Элекке исеме – Тау Һарты. Ҡыҙыл Һарты – Әбделмәмбәткә – яҡын ғына ул. Бына шул Хөсәйен ауылы бер саҡ бөттө. Уның эргәһендәге Шаҙығайға ла «перспективаһыҙ ауыл» мөһөрө һуғылды. Тау башына ерләнгән Хөсәйен әүлиә ҡәберенә ҡаты ауырыуға дусар кеше элек берәмтекләп йөрөһә, һуңғы ун йыл тирәһе зыярат ҡылыусылар һаны артҡандан-арта. Һәм... мөғжизә түгелме? Хөсәйен ауылы терелде бит! Ә ауылының ултырған урынының матурлығы! Күҙҙе алып булмай. Әүлиә ҡәберен тау итәгенән көҙ көнө лә йәшәреп ятҡан боланһырт һуҡмаҡҡа ҡарап табырға мөмкин. Изгеләр ерләнгән ерҙә шишмә тиртә. Күрәһең, унан ер аҫтынан ике шишмә ағып ята...

– Беҙҙең заманда ла үтә күргән, беҙҙең аң аңлата алмаған күренештәр, кешеләр бар. Һеҙ йыш ҡына улар тураһында яҙаһығыҙ. Улар һеҙҙе үҙҙәре килеп табамы, әллә яҙмыш юлығыҙға үҙе сығарып ҡуямы?

– Эйе, беҙҙең заманда ла бағымсылар, күрәҙәселәр бар. Бөтәһе тураһында ла фекер йөрөтә алмайым. Ванга феноменын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Донъя уның һәләтен таныны һәм бәхәскә юл ҡалдырмай. Нострадамус хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Бөгөн башҡорт ерендә йәшәгәндәрҙән мин Гөлнур Фәҡиеваны айырып күр­һәтә алам. Уның менән байтаҡ юл үттем. Изгеләр менән нисек бәйләнешкә ингәнен, уларҙың әйткәнен ишетеп торҙом. Гөлнур уларға йәшәйештең ҡайһы өлкәһенән һорау бирмәй – яуап һис шикһеҙ килә. Гөлнур ул яуап­тарҙы үҙе уйлап сығармай. Белеме – урта мәктәп. Яуаптарҙағы телмәр ҙә бөгөнгө ҡәҙимге кеше һөйләүе түгел. Улар ҡулланған һүҙҙәрҙең күбеһе – архаизм. Төркөстан зыяраттарындағы изгеләр телмәре лә хәҙерге ҡаҙаҡ теле түгел. Бик боронғо шиғри ҡалып менән һөйләнгән, ҙур шиғри көскә эйә дастандар теле ул, ә үҙҙәре тәғәйен бер генә кешегә адреслап, исемләп әйтелә... Мин йөрәге асыҡ аҡҡуларҙы эҙләп йөрөмәйем. Улар үҙҙәре килә. Осраҡлы осрашыуҙар булмай, ахыры, ул.

–Ҡулынан ҡәләм төшкәндә яҙыусы нимә менән шөғөлләнә? Һеҙҙең китапҡа булған мөнәсәбәтегеҙҙе беләм. Һуңғы ваҡытта ниндәй китаптар уҡынығыҙ?

– Гел яҙып та ултырып булмай. Мин бит әле, Аллаға шөкөр, томдарҙы ипләп-ипләп сығара киләм. Ул да ҙур эш. Йәш тә йәшәгән һайын кәмемәй, тигәндәй. Ҡул ҡәләмгә ҡот ҡундырмай башлаһа, китапҡа йәбешәм. Аҙмы, күпме – иллә йылына унлап китап уҡыйымдыр. Китап уҡыу – яҙыусы өсөн ул эш. Эш процесы. Авторҙар төрлө. Ҡайһы илдең яҙыусыһы тип түгел, нимә яҙған – шуға ҡарап уҡыйым. Элек тә әйткәнем булғандыр: яҙыусы үҙ халҡында тәрән танылыу тап­маған икән, уның әҫәрҙәре башҡа ҡәүемгә лә ҡыҙыҡлы түгел. Әлбиттә, ул йүнсел автор булһа, төрлө юл менән төрлө премиялар алыуға ирешеүе мөмкин. Әҙәм күр­мәгән эш түгел. Ләкин ысын популярлыҡты ижадсы үҙ илендә яуларға бурыслы. Ана ла һуң: Рәйес Түләк китабын ҡулға ла алмай китеп барҙы был фани донъянан, ә ижады йәшәй. Был – һүҙ көсө! Талант тыуҙырған ысын мөғжизә!

– Ошо әҫәрҙәр һеҙгә донъяның тулы картинаһын бирә аламы?

– Эйе, төрөк, япон, ҡаҙаҡ, татар, ҡытай, корея, нигерия, исланд, ирланд һәм башҡа бик күп халыҡ яҙыусылары әҫәрҙәре бар миндә. Береһенең бер яғы һоҡландырһа, икенсеһенең башҡа яғы әсир итә. Ер шарында, әлхәмдулилләһи шөкөр, ижадсылар тик ятмай. Һәр ҡайһыһының ижады мең алтынға торошло. Талант эйәләре, кеше күңеленең пәйғәмбәрҙәре, әүлиәләре! Ҡайһы саҡ, уҡып ултыра торғас, бәхеттән күңелем тулыша. «Был китапты Аллаһ Тәғәләкәйем миңә ниндәй рәхмәте итеп ебәрҙе икән?!» – тип илайым. Күрәһең, яҙыусы бөгөн – XXI быуатта йәшәүсе яҙыусы – ай-һай, күп уҡырға тейештер ул. Юғиһә бит, һалған бер күкәйен, алтын, тип уйлап яр һалып ҡытаҡҡа тотонған тауыҡ хәленә ҡалыуың бар. Ҡырҡ-алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡәләмдәштәремә мин бигерәк тә шуны теләр инем: уҡығыҙ. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙан кәмемәй.

– Һеҙ – Нобель премияһы лауреаты Памуктың барлыҡ романдарын да тигәндәй уҡып сыҡҡан кеше. Уға был баһа фекер тәрәнлеге өсөн бирелгәнме, әллә яҙыусылыҡ оҫталығы өсөнмө? Әллә күптәр тәҡрарлауынсы, был сәйәсәт кенәме?

– Мин әлегә был авторҙың тик дүрт кенә романын уҡыным, уның романдары, билдәле, күп. Зирәк аҡыллы, иҫ китмәле эшсән, феноменаль хәтерле, күп яҡлы интеллектуаль кеше. Ундайҙар йыш тыумай. Уның Нобель премияһына лайыҡ булған «Имя мне – Красный» романы – бик күләмле, иҫ китмәле үҙенсәлекле композициялы әҫәр. Мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта күпме ғилем ята! Сәнғәттең Көнсығыш һәм Европа мәктәбе араһындағы айырым һыҙаттары ни саҡлы нескә һәм зирәк тойомлана! Европа – перспективалы живопись мәктәбе. Перспективалы һүрәт мосолман халыҡтарына дин менән тыйыла. Әммә... тыйылған емеш – татлы шул инде. Ҡайһы рәссамда үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарарға теләк тыумаҫ? Кемгә – нисек, мин Памукты яратып уҡыйым.

– Башҡорт прозаһы әлеге заманда ниндәй юл менән үҫешә?

– Ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар көслө. Уны мин башҡорт әҙәбиәтенә генә хас күренешме икән, тип уйлай инем. Юҡ. Донъя әҙәбиәте буйынса фекер йөрөткәндә лә был шулай. Ҡатын-ҡыҙ ҡурҡыуҙы белмәй. Алған темаһын бөтә нескәлектәре, психологик тәрәнлеге менән бөткәнсе аса. Ҡытай яҙыусыһы Янь Гэлиндың «Журавль из мертвой деревни» булһынмы, йә япон яҙыусыһы Хиро Арикаваның «Хроника странствующего кота» әҫәреме, йә иһә Элизабет Бо Уэндың «Смерть сердца» сагаһымы, йәки корея яҙыусыһы Пак Вансоның «Очень одинокий человек» йыйынтығымы – барыһы ла үҙҙәре йәшәгән илде лә, кешеләрен дә, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә бөтә тулылығында асып бирергә өлгәшкән. Бына әле Ҡытай яҙыусыһы Пэн Сьюминдың «Әсә» тигән әҫәрен уҡып сыҡтым. Әгәр ул китап бынан 5-6 йыл элек ҡулға килеп инһә, мин уны һис шикһеҙ башҡортсаға тәржемә итер инем. Әсәнән тыуған һәр кем уҡырға тейеш китап ул! Ғөрөф-ғәҙәт, традиция, тигәндәй, Корея яҙыусыһы Пак Вансо ул йәһәттән айырылыбыраҡ тора. Корея халҡының йола, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ғөрәфәттәренең башҡорттоҡона ныҡ оҡшауы шаҡ ҡатырҙы. Ә бит беҙ бер үк дини мөхиттә тәрбиәләнгән милләттәр түгел. Йола, ғөрөф – улар әлмисаҡтан килә шул, ә йәшәйеш ҡанундары улар – ҡайҙа ла бер. Был яҙыусының һәр хикәйәһе үҙе бер романға торошло. Кешене яңы шарттарҙа төрлө яҡлап аса, шул уҡ ваҡытта милләтте милли үҙаңынан айырған сәбәптәр борсолдора. Уларҙа ғына түгел, беҙҙә лә бит хәҙер туйҙар ғәҙәттәге корпоратив рәүешендә үтә. Аҙаҡ, урамда осратһаң, туғанлашҡан икенсе яҡтың зат-зәүерен танымай ҙа үтеп китәһең. Тағы шуныһы: Корея әҙәбиәтенә инглиз әҙәбиәтенең йоғонтоһо үҙен ныҡ һиҙҙерә.

Башҡорт прозаһы ла шул донъя әҙәбиәтен тәшкил иткән милли әҙәбиәт үткән юлды үтә торғандыр. Ҡыйыу ғына тотонған егеттәр, ҡыҙҙар бар. Уҡымлы әҫәрҙәр, билдәле, магазин кәштәләрендә тормай. Китапханала ла уларға талап ҙур. Һәр милләт үҙенең яҙыусыларына, үҙ шағирҙарына мохтаж. Әгәр әҙәбиәт юҡ икән, ул ниндәй генә алға киткән сәнәғәтле, иҡтисадлы республика булмаһын, милләт юҡ тигән һүҙ. Һүҙ сәнғәте үҫһен өсөн совет заманында байтаҡ саралар күрелә ине. Йәш яҙыусыларҙы ижади командиров­каларға ебәреү ыңғай күренеш булды, үҙенең емештәре лә оҙаҡ көттөрмәй, йә роман, йә повесть, йә драма рәүешендә тормоштоң үҙенән бөрөләнеп сәскә ата ине. Хәҙер ҡайҙа инде! Ул саҡтарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Шулай ҙа тырышырға кәрәк. Яҙырға һәләтеңде тояһың икән – алға барырға! Эпостар ижад итергә һәләтле халыҡтың ҡурпыһы бит беҙ! Беҙҙең аҙымдарға шул ныҡлыҡ бирә, ҡоласты киңәйтә, тынды тәрәнәйтә.

– Яҙыусылыҡты һеҙ төп һөнәрем тип һанайһығыҙмы?

– Яҙыусылыҡ, ижад эше төп һөнәремдер инде, ләкин тормош миңә ҡәләмде һуңлабыраҡ тотторҙо: 30 йәшемдә тәүге хикәйәмде яҙҙым. Унан һуң да ныҡлап ижадҡа тотона алманым. Ғаиләне ҡарар өсөн һәр саҡ эшләнем. Бер түгел, ике урында. Уҡытыусылыҡ һөнәрем менән бергә матбуғатта ла эшләнем. Икеһе лә үҙеңде тотошлай «йота» торған эштәр. Унан тыш – ирем скульптор булды. Эштән ҡайтҡас, балаларҙы ашатып алам да оҫтаханаға китәм. Скульптура – бысраҡ, «ҡара эш». Көн дә кер йыуаһың. Ирҙең ашарына ла ташыйһың, сөнки оҫтаханаға инеп уның балсығына, алебастр, цементына сумһаң, тиҙ генә арынып булмай. Күп ҡатындар ире килтергән аҡсаны ғына күрә, ә миңә ир менән бер ҡатарҙан эшләргә тура килде. Беҙ өйлә­нешкәндә балаларҙың атаһы сәнғәт училищеһының беренсе курсын ғына бөткәйне. Тай ат булғансы, эйәһе эт була, тигән һүҙҙең ысын мәғәнәһен татытты яҙмыш...

– Матбуғаттың киләсәге ниндәй булырға тейеш? Йәки һеҙ уны нисек күҙаллайһығыҙ?

– «Матбуғаттың сәскә атҡан осоро шулай уҡ үтеп киттеме икән?» – тип йәнем әрней. Беҙҙең кеүек аҙ һанлы милләт туған матбуғатынан айырылһа, асы яҙмышҡа тарыр кеүек. Почта бүлексәләре ябылыу, илдә эш урындары булмау сәбәпле, кешеләрҙең ситкә таралыуы матбуғатыбыҙҙың хәлен ҡатмарлаштыра. Тәрбиә мәсьәләһе лә үҙағышына ҡуйылды. Эйе, беҙ хәлебеҙсә үҙебеҙҙең милли йөҙөбөҙҙө һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, кейемдәребеҙҙе тергеҙҙек, эпостарға, сәсәндәр ижадына иғтибар артты, ләкин был ғына етмәй – милли матбуғатҡа Хөкүмәт хәстәре кәрәк! Башҡорт тигән боронғо мәҙәниәтле милләттең рухи багажы кәмеүҙән Рәсәй бер нәмә лә отмаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының ныҡлығы беҙ һәм беҙҙең кеүек башҡа милләттәрҙең рух ҡеүәтенән тора.

– Әлеге көндә Ер шарын шаңҡытҡан зәхмәт тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Күптәр, Ер арыған, ул таҙарына, ти. Ҡайһы берәүҙәр, кешеләр хаттин ашты, был афәт һабаҡ өсөн ебәрелгән, ти. Һеҙ ниндәй фекерҙә?

– Эйе, бөгөнгө көндә беҙ ил менән бикләнеп ултырабыҙ. Ауыр хәл. Пандемия тип, дауаханалар кеше ҡабул итмәй. Башҡа төрлө хроник сирле кеше ҡайҙа барырға тейеш? Кемдән ярҙам һораһын ул? Балаларҙың уҡымауы – тағы яманыраҡ. Ауыл балаһының кеҫә телефонынан башҡа нәмәһе юҡ. Ҡайҙа инде ул ноутбук? Белемдең сифаты китте. Әгәр был хәл көҙ ҙә ҡабат­ланһа, белмәйем, бик аяныслы хәл килеп сыға бит. Әллә инде... Белоруссия производствоны ла туҡтатманы, мәктәптәрҙе лә япманы. Ҡарап ҡарайыҡ әле: Лукошенко һәр ваҡытта ла аҡыл менән уйлап эш иткән етәксе бит ул. Шуға күрә был тажлы вирус тураһында әлегә өҙөп кенә ни ҙә булһа әйтеүе ҡыйын.

– Яҙмышмы? Яҙмыш бар инде ул. Тәҡдир. Миңә хәҙер 72 йәш. Уйлап ҡараһаң, аҙ ғүмер түгел. Ошо ғүмер эсендә бар нәмәнең Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы икәнен аңларға сәбәп әҙ булманы. Эйе, башта ауыр кисерәһең, ризалашмайһың, яҙмышыңа рәнйейһең – аҙаҡ ул икенсе яғы менән асыла. Бәй, еләкле, ҡояшлы аҡланға килеп сығыр өсөн кәрәк булған икән һаҙлы-күтерле юлдарҙы үтеү. Шуға күрә алдыңда ишек ябыла икән, тимәк, икенсеһе асылыр мәл еткән. Әммә ләкин ябылған ишек өсөн илаулап, асылғанын күрмәй ҡалма. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы. Бәндә теләй – Хоҙай бойора.

–Һеҙ сәләмәтлегегеҙ өсөн тын алыу гимнастикаһын, физик күнекмәләр яһауығыҙҙы, дөрөҫ туҡланырға тырышыуығыҙҙы беләм. Намаҙҙар уҡып, доғалар менән йәшәйһегеҙ. Һәр кемде нисек бар, шулай ҡабул итеп, донъяға тик ыңғай ҡарашта булыу өсөн нимәләрҙе эшләүҙән тыйылырға һәм баш тартырға кәрәк?

– Әлбиттә, кеше ата-әсәһенән ниндәйҙер төҫ-һыпат сифаттарын йоҡторған кеүек, холоҡ йәһәтенән дә ниҙер алалыр. Бына мин һүрәт яһай белмәйем, ә малайҙарым рәсемгә ныҡ оҫта! Атанан күскән. Айтуған аш-һыу тирәһен бөтә нескәлектәре менән белә, ул – өләсә­һенән. Айбулат – шағир. Әлбиттә, ул баҫтырмай, ләкин баҫылырға ынтылмау ғына уны ул һәләтенән айыра алмай. Ана, нисек ҡатмарлы тел менән яҙылған «Мыҡтымһылыу, Әбләй, ҡара юрға»ны тәржемә итте. Тотонһа, хәленән килә. Аталарының оҫтаханаһына атлай башлағандан алып йөрөнөләр. Ҡиәфәтнамә яңғыҙ кешенең эше түгел, ул – ғаилә подрядының эш һөҙөм­тәһе. Ике улым да эштән ҡурҡа торғандарҙан түгел – был сифат икебеҙҙән дә бирелгәндер. Ә инде ғаиләләге китап культы – тәрбиәнән. Өйөндә китап тотмаған кешенең балаһы китап тип үләлер, тип уйламайым. Һәр саҡ физик күнекмәләр эшләп йәшәйем. Мәктәп йылдарында 100, 1000 метрға шәп йүгерҙем. Икенсе килгән сағымды хәтерләмәйем. Бейеклеккә һикереүҙә ныҡ уңышҡа өлгәштем, сөнки ҡар асылыу менән һикереү буйынса күнекмәләр башлай инем. Унан тыш, еңел һөйәкле булыуым, Күсей – Түбә араһын – 25 саҡ­рымды – өс йыл йәйәү йөрөп уҡыуым да булышлыҡ иткәндер. Ә инде аҙаҡ, ғаиләм булғас, үпкәгә ҙур һәм ҡатмарлы операция яһанылар. Ғүмерем ҡыл өҫтөндә ҡалды. «Күп булһа, 6 йыл йәшәрһең», – тине бер табип. Мин уның менән килешмәнем. «Береһенә – 6, икенсеһенә 4 йәш балаларымдың. Юҡ, мин уларҙы етем итә алмайым», – тинем. Һәм һәр көнөмдө гимнастиканан башларға өйрәндем. Ғәҙәтемә инде. Операциянан һуң атлай ҙа алмаған кеше аҙаҡ йүгерә башламаһынмы! Шунан бирле тын алыу гимнастикаһы ғүмерлек юлдашыма әйләнде.

– Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Ә өмөт үҙе ниҙән ярала? Тән ҡартая, ә күңел йәш ҡала, тип тә әйтәләр. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

– Эйе, өмөт йәшәтә. Яҡшыға, яҡтыға өмөт итәһең инде ул. Көнөм намаҙ менән изге теләктәрҙән башлана. Кәйефте ҡырған яман һүҙҙәргә иғтибар итмәйем, бары­һына ла Хоҙайҙан һаулыҡ һорайым. Бәндә хаталанмай булмай, үсле, эскерле кешеләрҙең яман һүҙҙәре миңә йоҡмай – һәр кем үҙен-үҙе белә, унан да бигерәк Хоҙай бар. Минең йәшәүем – бәндә күңелен имләү, кеше күңелен яҡтырта, илһамландыра һәм дәртләндерә торған әҫәрҙәр яҙыу.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: