+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
7 Май 2020, 11:36

Аҡ юл һиңә, «Афарин»!

Беҙҙе халыҡ итеп танытҡан, донъялағы боронғо телдәрҙең береһе булараҡ билдәле туған телебеҙ бөгөн, балаларының ярҙамына мохтаж әсәләй, һәр беребеҙҙең һәм дәүләттең ҡурсалауын көтә. Әсә теле уҡытыусылары, фиҙакәрлек күрһәтеп, был изге эшкә ҙур өлөш индерергә ынтыла. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһының башҡорт теле мөғәллимдәре, заман талаптарын күҙ уңында тотоп, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Афарин» альтернатив уҡытыу-методик комплексы»н нәшер иткән һәм уны үҙ эштәрендә ҡуллана башлаған. Проект авторҙарының береһе, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы УЙЫЛДАНОВА менән «Афарин»дың нисек донъя күреүе, уның маҡсаты, йүнәлеше һәм үҙенсәлеге хаҡында һөйләшәбеҙ.

– «Афарин»ды сығарыу хаҡындағы уй нисек тыуыуы хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине?
– Ул ниәт күптән күңелдә йөрөй ине. Федераль дәүләт уҡыу стандарттары индерелгән йылдарҙа ҡайһы бер мәктәптәр уҡыу-уҡытыу пландарынан башҡорт телен алып ташларға мәжбүр булды. Аңлашылмаусанлыҡтар байтаҡ булған был осорҙа беҙҙең дә башланғыс синыфтар башҡорт телен дәүләт теле рәүешендә өйрәнә алмай ҡалды.
Һәм ошо уҡыусылар, бишенсе синыфҡа күсеп, башҡорт теле дәресенә инеп ултырғас, беҙ нимә күрҙек, тип уйлайһығыҙ? Был балалар, гүйә, сит илдән килгән, тиерһең! Борон-борондан үҙҙәренең ата-бабалары йәшәгән төбәктәге, республикабыҙҙағы ер-һыу атамаларын, хатта ҡалалар исемдәрен дә белмәүҙәре шаҡ ҡатырҙы. Белорет районындағы иң бейек тау – Ямантау, Башҡортостандағы иң ҙур йылға Ағиҙел хаҡында улар бер тапҡыр ҙа ишетмәгән һымаҡ – аптырашып ултыралар. Баҡтиһәң, тыуған яғыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ хаҡында мәғлүмәт башҡорт теле дәресендә параллель рәүештә бирелгән һәм ул уҡы­тылмағас, бала үҙ үҫеше өсөн мөһим белем киңле­генән мәхрүм ҡалған. Ә был күңел битарафлығын да тыуҙырыусы хәүефле күренеш – ундай ҡыҙҙарҙан һәм малайҙарҙан илһөйәрҙәр үҫмәйәсәк.
Башланғыс синыфта башҡорт телен өйрәнмәгән балаларҙың фонетикабыҙға хас Ә, Ө, Ү, Ҫ, Ҙ, Ҡ, Ғ, Ң, Һ өндәрен ҡабул итмәүе, дөрөҫөрәге, теләмәүе һәм сит күреүе лә хафаға һалды.
Туған телебеҙҙе дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың ошоға тиклем йәшәп килгән системаһы 2017 – 2018 йылдарҙа үҙгәртелеүе иһә ҡулланма комплекс сығарыу хаҡындағы уйыбыҙҙы тиҙерәк тормошҡа атҡарыуға этәргес булды. Балаға башҡорт телен уҡытыу өсөн ата-әсәләрҙән рөхсәт алыуҙы индереү, шулай уҡ дәрескә аҙнаһына бер сәғәт кенә бүлеү бик ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Һәм шул саҡ беҙ әллә ҡасан күңелдә камиллашып йөрөгән проектты ғәмәлгә ашырыуҙы һуҙырға ярамауын аңланыҡ.
– Проектығыҙҙы ни өсөн тап ошо исем менән – «Афарин» тип атанығыҙ?
– Афарин – ғәйәт бай йөкмәткеле, маҡтаусы, хуплаусы, ҡеүәтләүсе, көс биреүсе һүҙ. Руссаға тәржемә итһәк, «маладис» тигәнде аңлата. Башҡорт телен беҙ тик хуплау, дәртләндереү аша өйрәтергә тейешбеҙ.
– Һеҙҙең программа ниндәй методикаға ҡоролған, ғөмүмән, ул ҡайһы яҡлап үҙенсәлекле?
– Дәрестәребеҙ традицион башҡорт теле дәрестәренән йөкмәткеһе буйынса айырылмай. Шул уҡ темалар ҡала – «Минең мәктәбем», «Туғандарым», «Мауығыуҙарым» һәм башҡалар. Ләкин уның алымдары бүтән төрлө.
Милләте буйынса башҡорт булмаған балаға эргәлә йәшәгән халыҡтың телен ҡабул итеү ниндәй осраҡтарҙа ауыр бирелә? Уның мәҙәниәтен белмәгән саҡта. Сөнки белмәгән нәмә – ят, яҡын түгел. Мәктәптәрҙә хәҙер «Башҡортостан мәҙәниәте, әҙәбиәте, тарихы» тигән дәрес алып барылмай. Рус телле башҡорт уҡыусыһы ла уларҙы белмәү арҡаһында әсә теленән ситләшә. Ошо бушлыҡты тултырырға ынтылып, беҙ интегратив, йәғни ҡушылған алым буйынса телде лә, мәҙәниәтте лә, тыуған яҡты өйрәнеүҙе лә бергә үреп уҡытырға булдыҡ.
Проект нигеҙендә инглиз телен өйрәтеү методикаһы ята. Ул иһә телде эшмәкәрлектә, уйын аша өйрәтеүгә ҡоролған. Мейе яңы мәғлүмәтте тап эшмәкәрлек менән нығытҡанда яҡшы үҙләштерә бит. Мәҫәлән, беҙҙең программала, элекке әсбаптарҙағы кеүек, «Тексты уҡығыҙ һәм исемдәрҙә төшөп ҡалған күплек ялғауҙарын яҙығыҙ» тигән күнегеүҙәр юҡ. Телде белмәгән, яңы өйрәнә башлаған кеше күплек ялғауҙарының һигеҙ төрөндә нисек буталмаҫҡа һәм дөрөҫ ҡуйырға тейеш? Беҙ ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, дәртләндереүҙе маҡсат итәбеҙ. Шул уҡ ялғауҙарҙы ла уйынсыҡ кеүек үҙгәртә-уйната аңлатабыҙ.
– Уҡыу-методик комплексына нимәләр инә?
– Уның эсендә – уҡыу ҡулланмаһы, эш дәфтәре һәм аудиодиск. Уҡыу йылының 35 аҙнаһы ете тема (модуль) өсөн бүленгән. Уларҙың һәр береһе биш дәрестән тора. Беренсеһе республика мәҙәниәтен, тыуған яҡты өйрәнеүгә арнала, икенсе дәрестә был темаға ярашлы лексика менән таныштырыу ойошторола, өсөнсөһөндә ошо лексиканы һөйләү телмәрендә ҡулланырға өйрәтәбеҙ, дүртенсеһе яҙма телмәрҙе үҫтереү, ижади эштәр башҡарыуға бағышлана, бишенсеһе – ҡабатлау.
– Проект өҫтөндә эшләүсе мөғәллимдәрҙе лә атап үтһәгеҙ?
– «Афарин» – оҙаҡ ваҡыт башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Баныу Астанова, Илсиә Нафиҡова, Гөлсибәр Шакирова, Сания Шәғәлиевалар менән берлектәге ижад емешебеҙ, күп йыллыҡ тәжрибәбеҙ һөҙөмтәһе, йөрәгебеҙ ауазы. Ғалимәләр, билдәле тел белгестәре Фирҙәүес Хисаметдинова, Сәлимә Таһирова, бар яҡлап анализлап, уға үҙ фатихаһын бирҙе, Башҡортостан Мәғариф министрлығы ла, энә күҙенән үткәреп, муниципаль кимәлдә ҡулланыу өсөн хуплап ҡабул итте.
2019 – 2020 уҡыу йылы башланыр алдынан ата-әсәләрҙе йыйып, альтернатив уҡытыу программаһы булараҡ, проект менән таныштырҙыҡ. Улар ҙа бик оҡшатып ҡаршы алды. Шулай итеп, былтыр сентябрҙән 21-се мәктәптә башҡорт телен «Афарин» буйынса һынау рәүешендә өйрәтә башланыҡ.
– Хеҙмәтегеҙ бөтә ил кимәлендә лә юғары баһаға лайыҡ булған...
– Эйе, тап шулай. Былтыр көҙ Мәскәүҙә «Рәсәй халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте: һаҡлау һәм үҫтереү» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, еңеү бәхетенә өлгәштек. Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Милли мәсьәләләр буйынса комитет һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған был конкурстың маҡсаты илебеҙ халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә, Рәсәйҙә йәшәгән милләттәрҙең рухи мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға йүнәл­телгән иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау ине.
Бәйгенең ситтән тороп уҙғарылған өлөшөндә уңыш ҡаҙанғас, йомғаҡлау тантанаһы үтәсәк баш ҡалаға Баныу Астанова менән юлландыҡ. Сығыштарыбыҙ бик йылы ҡабул ителде. «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә», «Йәмәғәтселек менән берҙәм эшләү – яҡшы тәжрибә» номинацияларында еңеп, Дипломдар менән бүләкләндек. Һәм дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға инанып ҡайттыҡ.
– «Афарин»дың артабанғы яҙмышын ниндәй булыр, тип күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Матур һөҙөмтәләребеҙ тураһында ишетеп, беҙгә төрлө яҡтан үтенестәр яуа башланы. Әле Учалынан, әле Сибайҙан: «Зинһар, вебинар, йә семинар үткәреп, тәжрибәгеҙ менән бүлешегеҙ», – тип һорайҙар. Ләкин, бик теләһәк тә, ундай хоҡуғыбыҙ юҡ. Сөнки Мәғариф министрлығы беҙгә «Афарин»ды муниципаль кимәлдә файҙаланыуға фатиха биргән. Әле ул ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбендә генә һынау үтә, тикшерелә. Артабанғы маҡсатыбыҙ – ошо һынау һығым­таларын дәлилләп, программаны республиканың бер өлөшөндә – Урал арты райондарында ҡулланыуға өлгәшеү. Шунан һуң инде, ул тараф­тарҙа хупланһа, «Афарин»ды бөтә республика кимәлендә таратыу өсөн тәҡдим итергә мөмкин. Телебеҙҙе дәүләт теле булараҡ һаҡлау, үҫтереү яғында тороусылар уның киләсәккә йүнәлтелгән, заман һорауына яуап биргән хеҙмәт булыуын күрер һәм тәҡдимебеҙ, һис шикһеҙ, йәмәғәтселек кимәлендә лә, мәғариф өлкәһендә лә, дәүләт тарафынан да яҡлау табыр, тип ышанам. Республика Башлығы Радий Хәбировтың телебеҙгә оло иғтибары, 2020 йылдың Башҡорт теле йылы булараҡ уҙыуы һәм уның сиктәрендә етди эштәр башҡарылыуы был ышанысымды нығыта. «Афарин»ға бәхетле яҙмыш юрайым!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: