– Шулай итеп, Айбулат Ураҙбахтин кем ул?
– Сығышым менән мин Учалы районының Уральск ҡасабаһынан. 1977 йылда ябай эшселәр ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым Ураҙбахтин Алик Рәйес улы ғүмере буйы иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса эшләне. Әсәйем Мәрйәм Барый ҡыҙы бухгалтер ҙа, төҙөүсе лә, мейес яғыусы ла булды. Хәҙер улар икәүһе лә хаҡлы ялда. Зәлифә һеңлем, Айрат ҡустым бар. 1986 йылда ғаиләбеҙ менән Бүрәт Республикаһына, БАМ төҙөлөшөнә тип, күсеп киттек. Ете йыл йәшәнек ситтә. 1997 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына ер ҡороусы (землеустроитель) һөнәре буйынса уҡырға индем. Өсөнсө курста өйләндем. Ҡатыным Юлиә Сәлих ҡыҙы менән бер мәктәптә уҡыныҡ. Параллель кластағы ҡыҙға тәүҙә күҙ генә һалып йөрөгәнем, күрәһең... Бөгөнгө көндә өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Айтуған аграр университетта белем ала, Айсыуаҡ алтынсы синыфта уҡый, ә Айғына әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Һөнәрем буйынса алты ай ғына эшләп өлгөрҙөм – Сибай ҡалаһының ер комитеты бөтөрөлөү сәбәпле, урамда ҡалдым. Ғаилә башлығы эшһеҙ ята алмай, күп уйлап тормай, ҡала типографияһына баҫмасы өйрәнсеге булып барҙым. Дүрт йыл эшләнем, шуның өс йылында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары вазифаһын биләнем. Эш араһында федераль президент программаһы сиктәрендә ойошторолған етәкселәрҙең белемен күтәреү һәм камиллаштырыу буйынса «Кризисҡа ҡаршы идарасы» курсын тамамланым. Шул мәлдән «Идара» ғәмәли фәнен ентекле өйрәнәм.
Өс йыл ҡала телевидениеһын етәкләнем. Хәҙерге ваҡытта матбуғат, полиграфия йүнәлешендәге ғаилә бизнесын алып барам. Эшҡыуарлыҡ менән ун өс йыл шөғөлләнәм.
– Беҙгә тормошта бер аҙға ғына туҡтарға, уйҙарҙы тәртипкә килтерергә, күргән-белгәндәргә таянып фекер тупларға, уларҙы теркәп ҡуйырға ваҡыт етмәй. Сөнки бик ҡабалан йәшәйбеҙ. Ҡасан, ҡайһы йәштә уй-фекерҙәреңде «йүгәнләргә» форсат таптың?
– Һөнәрем буйынса хеҙмәт юлын яңы башлап эшһеҙ ҡалыуым тормошомда һынылыш мәле булды – йәшәйеш, уның мәғәнәһе тураһында уйлана башланым. Миңә 26 йәш ине ул саҡта. Сократ: «Донъяны танып беләм тиһәң, тәүҙә үҙеңдең кемлегеңде белергә, аңларға тырыш», – тип әйтеп ҡалдырған. Боронғо Веда яҙмаларынан алып, барлыҡ изге китаптарҙа ла, шул иҫәптән Ҡөрьәндә лә, был хаҡта иҫкәртеү бар. Эйе, мин, тормошомдоң ауыр бер мәлендә туҡтап, уй-фекерҙәремде көйләй алдым, аңым менән йәшәргә өйрәндем. Бының өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Бындай илаһи мәлде һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла кисерә, килеп тыуған шул мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк.
– Һинең тормош фәлсәфәң нигеҙендә рухилыҡ, рухиәт ята. Рухи үҫешкә ынтылған, һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләгән кеше генә донъялыҡта үҙ урынын таба, бәхетле йәшәй, тигән фекер үткәрәһең. «Рухи үҫеш» белемеңде камиллаштырыумы, сәнғәтте тәрән белергә ынтылыумы, дин юлына баҫыумы, тип һорай журнал уҡыусылар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2019) һанында уҡығыҙ.