0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
11 Сентябрь 2019, 12:13

Нисек бәхетле булырға?

Гөлнәзирә Йәнтүрина билдәле ғалим, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле һәм Вилүрә Йәнтүриндарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бөгөнгө көндә ул – тәжрибәле психолог, педагогия фәндәре кандидаты, доцент социаль селтәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң әүҙем эшләгән белгестәрҙең береһе. Күп төрлө психологтар араһында үҙенең аудиторияһын табып, ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары буйынса һөйләшеүҙәр ойоштороусы ханымға беҙ ҙә үҙ һорауҙарыбыҙҙы йүнәлттек.

– Гөлнәзирә, социаль селтәрҙәрҙә сәхифәгеҙҙе күҙәтеп барған кешеләргә һеҙҙе артыҡ таныштырыу кәрәк­мәйҙер. Ҡатын-ҡыҙ психологияһына ҡағылышлы семинар, вебинарҙарығыҙ ныҡ файҙалы. Әйҙә­геҙ, һөйләшеүҙе танышыуҙан башлайыҡ.
– Мин юғары уҡыу йортонда белем бирҙем. Ләкин үҙемде бер ваҡытта ла вуз сиктәрендә генә тотманым. Һәр саҡ яңылыҡ эҙләнем, үҙ өҫтөмдә эшләргә тырыштым һәм белемемә аҡса һалырға ла шарттар булдырҙым. Сит илдәрҙә күп уҡыным. Унда яҡшы педагогтар ҡулына эләгеү минең артабанғы яҙмышымды хәл итте. Һуңғы 15 йыл эсендә йога серҙәренә төшөндөм, медитация менән шөғөлләндем, тын алыу практи­каһына өйрәндем. Минең хатта шәхси тормошҡа ла ваҡытым булманы. Йәмғеһе үҙемдең белемемә 2 миллион һумлыҡ инвестиция һалдым. Бөгөн ул үҙ емештәрен бирә. Әле 2000 йылдар башында уҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләй торған психология үҙәге асырға ниәтем бар ине. Оҙайлы йылдар фәнни эшмәкәрлек алып барыуым да быға тулы хоҡуҡ бирә. Бөгөн ошо хыялым тормошҡа ашты. Минең дәрестәрҙе, семинарҙарҙы ситтән тороп тыңлау­сыларым күп илдәрҙә йәшәй. Был фәнни хеҙмәтемдең бер һөҙөмтәһе лә. Үҙемдең ғилми күҙәтеүҙәрем буйынса эшләнгән яңы методикалар ҡулланам. Кешене иң элек рухи йән тип ҡарайым. Уның рухи ҡеүәтен, үҙенсәлеген асырға тырышам.
– Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Ер шары киңлектәрендә эшләй­һегеҙ. Хәйер, интернет селтәре сиклән­мәгән. Ярҙам һораусылар, ғөмүмән, ҡыҙыҡһынған кешеләр һеҙҙе үҙҙәре эҙләп табамы?
– Проблема төрлөсә булыуы ихтимал, ә кешенең күңеле бер. Уның үҫеш законы бер. Йәшәү урыны мөһим түгел. Минең пациенттарым Германияла, Израилдә, Америкала, Болгарияла йәшәй. Әле Болгарияға барып ҡайттым. Унда ике аҙналыҡ семинар үткәрҙем.
– Һеҙҙе тыңлаусылар башлыса – ҡатын-ҡыҙҙар. Бөгөнгө заманда донъя йөгөн үҙҙәре тартҡан, нин­дәйҙер проблемаға осраған, яңғыҙ йәки тормошта булып та бәхеттән мәхрүмдәрме? Кемдәр улар?
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: