+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
3 Июль 2019, 16:46

«Маҡсат менән йәшәйем»

Флариса Борис ҡыҙы Зөбәйҙуллина бала сағында уҡытыусы булырға хыяллана. Салауат районы Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 5-се класҡа билдәле 1-се башҡорт Республика мәктәп-интернатына уҡырға килә. Мәктәптән һуң тормош ғали йәнәптәре уның яҙмышын һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләй. 40 йылға яҡын ул Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләй. Хеҙмәте лайыҡлы баһаланған – республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны исемдәрен йөрөтә. Әңгәмәбеҙ – һөнәр, тормош, йәшәйеш хаҡында.

– Ғаиләлә һеҙҙең һөнәрҙе дауам итеүсе бармы, Флариса ханым?
– Балаларым бәләкәйҙән эшемдең еңел түгеллеген күреп үҫте. Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булам, унан арып ҡайтып, ҡайһы бер осраҡтарҙы уларға һөйләй инем. Көтмәгәндә Аделита ҡыҙым минең юлды һайларға булды. Баҡтиһәң, ҡаршы булыр тип, миңә әйтмәй йөрөгән икән. Әлеге көндә ул табип-дерматолог булып эшләй. Ун йыл стажы бар. Улым Азат икенсе юлды һайланы. Ул физик культура академияһын тамамланы, үҙ аллы эшләй. Ейәндәрем әлегә бәләкәй, ниндәй һөнәр һайлауҙарын әйтеүе ауыр.
– Һеҙҙең һәр эш көнө үҙенсәлеклелер, шулай ҙа ниндәй ваҡиға күңелегеҙгә уйылып ҡалды?
– Ашығыс медицина ярҙамы табиптарына сырхауҙар айырым ҙур ышаныс менән ҡарай. Ошо ваҡытта нисек итеп уларҙың өмөтөн аҡламайһың инде?! Кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә булһа ла, уға был турала әйтеү дөрөҫ түгелдер. Ҡайһы бер ауыр осраҡтарҙа күҙ алдымда терелеп киткән сырхауҙы күреп, был кешене Аллаһы Тәғәлә терелтте бит, тигән уй килә.
Бер дежурҙа саҡта урыҫ бабайына барыуым иҫтә. Йәше һикһәндән үткән, фатирында эскесе 34 йәшлек ейәне менән йәшәп ята икән. Ҡан баҫымын үлсәгән арала миңә үҙ хәлен һөйләп бирҙе лә, эх, әле миңә 60 йәш булһа, ошо ейәнемде икенсерәк тәрбиәләр инем, ғүмеремдең иң оло үкенесе шул, тине. Тимәк, тормошта һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләй белеү ҙә бик кәрәк икән. Ошондай сырхауҙарға хеҙмәттәштәрем менән йылы һүҙ, йылмайыу йәлләмәҫкә тырышабыҙ. Беҙгә ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға тура килә.
– Флариса ханым, әлеге көндә йәмғиәттә, ҡатын-ҡыҙ өйҙә ултырып, балалар тәрбиәләһә, һәйбәтерәк булыр ине, тигән фекер бар. Һеҙҙеңсә, был дөрөҫмө?
– Беҙҙең мөхиттә йәш ҡыҙ йәки ҡатын эшләмәһә, аптырайҙар бит. Әлбиттә, һәммәбеҙҙең өйҙә лә мәшәҡәте күп, ләкин өйҙә генә ултырыу ул – үҙ-үҙеңде сикләү.
– Күҙәтеүемсә, күп ата-әсәләр балаларын йә ныҡ ҡурсалай, йә улар бер ниндәй иғтибарһыҙ үҫә...
– Ауыл ерендә һәр бала ниндәйҙер эш өсөн яуаплы. Был бик дөрөҫ тәрбиә, тип уйлайым. Ҡала мөхитендә йәш быуынды артыҡ иғтибар, тикшереү менән боҙабыҙ кеүек. Әлбиттә, ата-әсә йүнәлеш биреп, балала үҙ-үҙенә ышаныс уятырға тейеш. Аҙаҡ ул күңеленә оҡшаған һөнәр һайлаясаҡ, яратҡан эше лә буласаҡ.
– Ниндәй маҡсаттар ҡуйып йәшәйһегеҙ?
– Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, ғаилә төҙөү, балалар үҫтереү, тип уйлайым. Иң оло бәхет – игелекле балалар тәрбиәләү. Шулай уҡ минең өсөн яратҡан эшем дә тормошома мәғәнә бирә.
Бер нәмәгә ҡарамай, яңы маҡсаттар менән йәшәйем. Мәҫәлән, 59 йәшемдә автомобиль йөрөтөргә таныҡлыҡ алдым. Ошо аҙым алдымдағы күп кәртәләрҙе алып ташлағандай булды.
– Флариса ханым, тағы ун йылдан үҙегеҙгә нимә теләр инегеҙ?
– Һаулыҡ. Һәм тағы ла балалар, ейәндәрҙең иманлы булыуын. Ошонан да оло бәхет юҡтыр.
– Әлеге көндә ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәйһегеҙ?
– Ауыл балаһы булғас, ғүмерем буйы үҙ өйөм хаҡында хыялландым. Шуға ла быйыл, фатирҙы һатып, йорт төҙөй башланыҡ.
Яратҡан шөғөлдәрем – баҡса үҫтереү, бәйләү, бешеренеү. Хеҙмәткә һөйөү, эш кешеһенә хөрмәт тәрбиәләгән атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә рәхмәтлемен.
Бөгөнгө көндә кеше теләгән һөнәрен интернет аша үҙләштерә ала. Шулай уҡ гәзит-журналдарҙа, телевидениела ла был турала мәғлүмәт күп, теләк кенә булһын. Хаҡлы ялдағыларға шуны әйткем килә: үҙегеҙҙең хыялды тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Донъя мәшәҡәттәре күп булһа ла, көн һайын күңел өсөн нимәлер эшләгеҙ. Ауылда йәшәүселәр физик эште еңелерәк шөғөл менән алмашлап башҡарһа, һаулыҡҡа файҙа ғына буласаҡ. Һәм иң мөһиме – донъяға ҡарата ыңғай мөнәсәбәт.

Читайте нас: