-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы әңгәмә
27 Август 2018, 13:30

Ҡатайҙың рухлы ҡыҙы

Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева – Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттарының I – IV ҡоролтайҙары делегаты. Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының һәм «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалдары менән бүләкләнгән. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплап, халҡыбыҙ рухына тоғро хеҙмәт итеүсе аҫыл заттарыбыҙҙың береһе ул. Режиссер, актриса, журналист, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, ир ҡатыны, һөйөклө әсәй һәм өләсәй Зилә Аҙнабаева менән ойошторолған әңгәмәбеҙ уның тормошо һәм киң даирәле эшмәкәрлеге хаҡында.

– Зилә ханым, бала саҡта һеҙ ниндәйерәк ҡыҙ булдығыҙ? Үҙегеҙ үҫкән мөхит, атай-әсәйегеҙ биргән тәрбиә алымдары хаҡында ла белгебеҙ килә...
– Был яҡты донъяға килгәндә Аллаһ Тәғәлә һәр кешегә билдәле бер бурыс, миссия йөкмәтә, тиҙәр. Ошоно тормошҡа ашырыу өсөн Ул мөмкинлектәрен, ҡеүәһен дә бирәлер, күрәһең. Генетика ла кеше яҙмышында мөһим роль уйнай, юҡҡа ғына халҡыбыҙ «Булыр бала – биләүҙән» йәки «Алтылағы – алтмышта» тимәгән бит. Иҫ белгәндән үҙемде теремек, тиктормаҫ, һәр яңы нәмәнең асылына төшөнөргә ынтылған, шул уҡ ваҡытта бик хисле, нескә күңелле ҡыҙ, тип хәтерләйем.
Хозур тәбиғәтле Белорет районы Арышпар ауылында тыуһам да, тиҙҙән атайымды – йәш белгес, коммунисты ошо уҡ райондың Аҙналы, артабан төпкөл ауылдарҙың береһе Зөйәккә мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Балалыҡ йылдарым Зөйәктә үтте. Беҙ күсеп килгәндә унда электр уты ла юҡ ине, «Ильич лампалары» тик 1980 йылда, тимер юл һалынғас ҡына тоҡанды.
Тәрбиә башы – ғаиләлә, тиҙәр бит. Атай-әсәйем аңлы, аҡыллы, алдарына маҡсат ҡуя һәм уны тормошҡа ашыра белеүсе кешеләр ине, йәндәре йәннәттә булһын. Улар беҙҙе һәр яҡлап үҫешкән кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышты. Белемгә ынтылыу, тәрбиәлелек, тәртип, эшһөйәрлек – был сифаттар беҙҙең ғаиләнең девизы тиһәң дә хата булмаҫ, моғайын. Заманында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған шиғри күңелле атайым беҙҙә лә туған телебеҙгә оло һөйөү тәрбиәләне, һәр саҡ башҡорт теленә, уның матурлығына, байлығына баҫым яһаны.
Ауылда электр уты булмаһа ла, ғаиләбеҙҙә батареялар менән эшләүсе радио бар ине. Өй тултырып гәзит-журналдар алдырҙыҡ. Юл булмағас, почта аҙнаһына бер, ә инде яҙлы-көҙлө ярты айға бер тапҡыр килтерелә. Почтаны алыу менән беҙ, балалар, бер-беребеҙ менән ярыша-ярыша гәзит-журнал уҡыйбыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге һанын ҡулға алыуымды әле лә асыҡ хәтерләйем. Яңы журналға эй ҡыуандыҡ, тышлыҡтағы һүрәтте беҙ йоҡлаған бүлмә диуарына йәбештереп ҡуйҙыҡ!
– Хыялға бай кескәй Зилә менән бөгөнгө Зилә Рамаҙан ҡыҙы араһында айырма ҙурмы? Барлыҡ хыялдарымды ысын итеп, маҡсаттарыма ирешеп йәшәйем, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Бәләкәй саҡта кеше кем генә булырға хыялланмай! Табип, уҡытыусы, юрист һөнәрҙәре оҡшай ине. Ә шулай ҙа иң яратҡан шөғөлөм – тиҫтерҙәремде йыйып, улар менән концерт ҡуйыу. Байрам һайын клуб сәхнәһендә сығыш яһайбыҙ, программалар төҙөйөм, үҙем дә йырлайым, бейейем, шиғыр һөйләйем. Шулай ҙа атай-әсәй юлын дауам итеп, һис шикһеҙ уҡытыусы булырға тейешбеҙ кеүек ине. Шуға башта Гүзәл апайым, уның артынса ике йылдан һуң мин дә Белорет педагогия училищеһына уҡырға индек.
Төпкөл ауылдан ҡалаға килеп, шундай абруйлы уҡыу йортонда белем алыу минең өсөн әкиәт ине. Ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй, йәнең теләгәненә йөрө, үҫ, камиллаш! Шунда уҡ тиҫтәгә яҡын секцияға яҙылдым. Әлбиттә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам, уҡыуҙы ла лайыҡлы алып барырға кәрәк. Әммә сәхнә тормошо тынғылыҡ бирмәй, һаман үҙенә тарта.
Ул замандың талабы буйынса, уҡыу йортон тамамлағас, өс йыл тәғәйенләнгән ерҙә эшләргә тейешһең. Шулай ҙа яйын табып, «ирекле диплом» алыуға өлгәштем һәм Өфөгә – сәнғәт институтына юлландым. Тап шул йылда театр факультетында режиссура бүлеге асылған ине. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттем. Бына шулай йөрәк түрендә йөрөгән хыялым ысынға ашты!
Институттан һуң Актерҙар йортонда эшкә ҡалһам да, тормошҡа сығыу сәбәпле, иптәшем артынан Нефтекама ҡалаһына килдем. Һынауҙарҙың бөтә баҫҡыстарын да ошонда үттем, тип әйтә алам. Нефтекама – бик үҙенсәлекле ҡала. Унда үҙ кеше булып, берегеп китеү, эшем менән үҙемде танытыу өсөн, ай-һай, бик күп кенә «тоҙ ашарға» тура килде.
– Эш тураһында һүҙ сыҡҡас, хеҙмәт баҫҡыстарығыҙға ла туҡталып үтәйек. Һеҙҙе күп яҡлы талант эйәһе тип беләбеҙ: режиссер, актриса, журналист, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре... Быларҙың барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? Ә шулай ҙа уларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын?
– Хоҙайыма мең рәхмәтлемен, йөрәгемә, күңелемә илаһи ҡөҙрәт – ижад нуры биргән. Миңә күп эштәрҙе тәүгеләр рәтендә башҡарырға тура килде. «Энергетик» мәҙәниәт һарайында эш башлағас, ҡурсаҡ театры ойоштороп ебәрҙем. Бик матур башланғыс булды ул. 1998 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһы асылғас, режиссер-ҡуйыусы итеп эшкә саҡырылдым. Тәүге директор Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов менән яңы мәҙәниәт усағын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бик күп көс һалдыҡ.
Башҡарған эштәрем бер-береһе менән бәйле. Әйтәйек, режиссер булараҡ, сараның сценарийын үҙем яҙам. Әҙерләгәндә әллә ҡайҙан текстар йәки шиғыр эҙләп ултырмайым, тиҙ генә уйлап сығарып ҡуям. Шиғриәт – тормошомдо тулыландырыусы үҙе бер илаһи донъя. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр саҡтарҙа ла ҡулыма ҡәләм алам, әрнеү-һыҙланыуҙарымды, ҡыуаныстарымды аҡ ҡағыҙ битенә төшөрәм.
Ҡайһы һөнәр күңелгә яҡын тигәндән, әлбиттә, театрҙы һағынам. Һуңғы йылдарҙа журналистика, режиссура, йәмәғәт эштәре үҙенә ныҡлап йәлеп иткәнгәлер, сәхнәне бер аҙ ҡалдырып торорға тура килде. Икенсенән, ҡалала профессиональ театр ҙа юҡ. Ә күңелем түрендә барыбер спектаклдәрҙә уйнау теләге йәшәй. Конферансье булыу, тамашалар, кисәләр алып барыу ғына нисектер күңелде ҡәнәғәтләндереп бөтмәй.
– Ҡатай ҡыҙын ошо төбәк менән бәйләгән, ошо ергә еректергән ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Аллаға шөкөр, тормош иптәшем Әсҡәт Әхмәт улы менән татыу, матур итеп бына ҡырҡ йылға яҡын ғүмер итәбеҙ. Ғаилә бәхете бер-береңде аңлауҙан, ваҡытында сигенә белеүҙән һәм хөрмәт итеүҙән торалыр ул. Әсҡәт аҡыллы, сабыр, ә иң мөһиме – мине һәм һөнәремде аңлай белгән шәхес. Улыбыҙ Айрат тыуғас та ул минең ныҡлы терәгем, ярҙамсым булды. Ҙур ҡалаларҙан профессиональ концерттар, спектаклдәр килһә, Әсҡәт: «Баланы үҙем ҡарайым, концертҡа барып ҡайт, режиссер кешегә күп белергә, күрергә, саҡ ҡына замандан алда барырға кәрәк», – тип мине тамашаға ебәрә ине.
Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Егерме биш йыл ҡәйнә менән йәшәргә тура килде. Сабырлығым менән был һынауҙарҙы ла лайыҡлы үттем, ғаиләм – тулы, улым атайлы булһын, тип тырыштым. Аллаға шөкөр, улыбыҙ тәртипле, кеселекле, кешелекле, эшлекле булып үҫте. Хәҙер инде өләсәймен, мөләйем, ипле генә ейәнсәрем бар. Бәхеттәрен, тәүфиҡтарын, ғүмерҙәрен генә теләйем йөрәккәйҙәремдең!
– Күп милләтле төбәктә халҡыбыҙ рухын тергеҙеп, милли мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының асылын һаҡлау хаҡына фиҙакәр хеҙмәт итәһегеҙ. Тиңдәр араһында тиң булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһим?
– Атайым туған телебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, уның менән ғорурланырға өйрәтте, тигәйнем. Нефтекама ҡалаһына күсеп килгәс, ошо хаҡта айырыуса ныҡ уйланырға тура килде. Был төбәк кешеләре, шул иҫәптән Нефтекама халҡы айырым диалектта һөйләшә. Әҙәби башҡорт телендә арала­шыусы бөтөнләй юҡ тиерлек ине. Ул саҡта Өфөнө, башҡорт мөхитен һағыныуҙарым! Көн һайын илап, иптәшемдән кире Өфөгә күсеүебеҙҙе һорайым. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай.
Яйлап фекерҙәштәр таптым, милләттәштәремде тупланым. 1987 йылда «Энергетик» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт мәҙәниәте үҙәге» ойоштороп ебәрҙем. Был милли берләшмә ҡалала тәүгеләрҙән ине. Ә күпме ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар үттем! Милләттәштәребеҙҙе берләштереү, милли үҙаң уятыу, рухтарын күтәреү маҡсатында тиҫтәләгән саралар ойошторолдо. «Башҡорт ҡунаҡханаһында» бихисап билдәле һәм күренекле шәхестәр булып, фәһемле сығыштар яһап, милләттәштәребеҙҙең рухын нығытты. Ниндәй генә эш башҡарһам да, бөйөк халыҡтың вәкиле булыуымды бер ҡасан да иҫтән сығармайым, был бер яҡтан – ҙур ғорурлыҡ, икенсенән – оло яуаплылыҡ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә һәр яңы башланғысығыҙҙа уңыш юлдаш булһын, тормошоғоҙҙан ҡот һәм бәрәкәт китмәһен!
Читайте нас: