Нуриман районы Яңы Күл ауылында йәшәгән абруйлы Хановтар ғаиләһенә килен булып төшә Фаилә Закуан ҡыҙы һәм ҡәйнәһе Бибикамал Мөхәммәтдин ҡыҙы менән 29 йыл бергә татыу ғүмер итә улар. Егерме йыл колхоз заправкаһында, ул ябылғас, яңы һөнәр үҙләштереп, һатыусы булып эшләй Фаилә апай. Тормош иптәше Айрат Исмәғил улы шофер ҙа, иретеп йәбештереүсе лә була. Буш ваҡыттарын Хановтар нәҫелдәренән күскән шөғөлгә – умартасылыҡҡа арнай. Тәүҙә сабыйҙары Лилиәнең донъяға ауаз һалыуы, күп тә үтмәй улдары Булаттың тыуыуы йәш ғаиләгә тағы ла дәртләнеп йәшәргә ҡуҙ өҫтәй. Ба-лалар күберәге өләсәй тәрбиәһендә, ул һөйләгән боронғо тылсымлы әкиәт-легендаларҙы тыңлап буй еткерә. Толомо янбашына етеп торған, һөлөктәй һылыу һәм сабыр тәбиғәтле Фаилә киленен дә Бибикамал инәй үҙ ҡыҙындай ярата, уның менән гел ғорурланыр була.
«Түңәрәк кенә донъябыҙ – ҡояшлы утрау: атайым, инәйем (әсәйем), нәнәйем, Булат ҡустым һәм мин – бәхетле сатҡыларҙа ғына күҙ алдына баҫа үткәндәр. Инәйем йәшлегендә лә, әле лә бөтә яҡтан килгән матур ҡатын-ҡыҙ өлгөһө булып ҡала минең өсөн. Ауылда эш күп, ваҡыт етмәй китә, әммә бер нигә ҡарамаҫтан, инәйем гел ҡупшы йөрөнө: күлдәге үтекләнгән, сәсе матур итеп йыйылған. Зауыҡлы ҡатын ул. Уға еткән оҙон толомло һылыуҙар булмағандыр ҙа башҡа ауылыбыҙҙа. Инәйем урамдан үткәндә, ауылдаштар, Фаилә, сәсеңде яулыҡ менән йәшереп йөрөмә инде, тулҡын итеп төшөр иңеңә, тип әйтеп ҡалыр ине. Беҙ күберәге нәнәй менән үҫтек. Һуғыш ваҡытында аслыҡ михнәте үҙәгенә үткәнгә, беҙҙе туйғансы ашатыу, кейендереү төп маҡсаты ине нәнәйҙең. Иртән тәмле бәлеш, ҡоймаҡ еҫе тамаҡты ҡытыҡлай, беҙ иркәләнеп уянабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, мин унынсы класҡа еткәнсе сәй ҙә ҡайнатҡаным булманы, һыйыр ҙа һауҙырманы инәйем», – ти Лилиә Айрат ҡыҙы. Наҙлы ҡулдарыңды йәлләнем, кәрәге тейһә, өйрәнер инең әле, тип аңлата әсәһе аҙаҡ. Тегеүгә оҫта нәнәһе ейәнсәрен бәләкәстән ҡул эшенә өйрәтә. Үҙенең аяҡлы теген машинкаһын уға аманат итеп ҡалдыра.
«Хәҙер инде инәйем йылы аштары менән ҡаршылай, нәнәйемә оҡшатып, күпертеп икмәк һала, бәлеш бешерә. Мин дә оҫтарҙым: ҡамыр аштарым телде йоторлоҡ килеп сыға», – ти яғымлы һылыу.
Урта мәктәпте уңышлы тамамлаған Лилиә БДУ-ға, Башҡорт филологияһы һәм журналистика факуль-тетының башҡорт һәм инглиз телдәре бүлегенә ҡабул ителә. Уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем сибәркәй «Һылыуҡай» бәйгеһендә лә ҡатнашып, беренсе урын яулай. «Гүзәллек конкурсы үҙ көсөмә ышаныс бирҙе, әһәмиәтен әле генә аңлайым: сәхнәлә, кеше алдында үҙемде тоторға, дөрөҫ атларға, аралашырға өйрәндем. Яуаплылыҡ та өҫтәлде: һин инде ғәмһеҙ була алмайһың! Көслө иғтибарҙы дөрөҫ ҡабул итеү, хаталар яһамау шарт. Әле ул саҡтағы үҙем менән ғорурланам. Бәхеткә илткән, ҡанаттарымды нығытҡан мөһим ваҡиғаларҙың береһе булған икән. Затлы образда сәхнә буйлап үтеү хаҡында һәр ҡыҙсыҡ хыял итәлер. Бәләкәй сағымда ҡурсаҡтарға кейем тегергә ярата инем, күп ҡурсағым һәм һәр береһенең ҡырҡ күлдәге булһын ине, тип теләнем. Шуға стилист һөнәрен дә үҙләштерҙем, хәҙер үҙемдең шунса күлдәк-костюмдарым бар: тегәм, ҡатмарлы фасондарға заказ бирәм», – тип ихлас йылмая ул. Зауыҡты яҡшы тойған һылыу әхирәттәренә килешле образ һайларға ла ярҙам итә икән. Ошо айҙа уның заманса йыһазландырылған фотостудияһы эш башлаясаҡ.
Ҡотло фатирында һөйөклө улдарын, яратҡан ирен тәмле аштары менән һыйлап, уларҙы уңышҡа дәртләндереп, донъяһын гөл итеп көтә уңған хужабикә. Һөйкөмлө ҡатындың мөхәббәте, күңел наҙы менән һуғарылған бында һәр әйбер: ул теккән балҡып торған ҡорғандар, ул әҙерләгән милли ризыҡтар, ул үҫтергән сәскәләр... Әммә был бәхеткә юлы еңел булмаған икән уның...
Юлай Кәримов фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.