Абруйлы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫә Рәмзиә Яхыя ҡыҙы. Әсәһен – Илеш һылыуы Лена Вәғиз ҡыҙы Ишморатованы – Краснокама районы Яңы Ҡабан тигән башҡорт ауылына туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Мәктәптә ул география уҡытыусыһы Яхыя Фазыл улы Төхвәтуллин менән таныша. Ошо ерҙең тырыш халҡына, аҫыл тәбиғәтенә ғашиҡ Лена Вәғиз ҡыҙы балаларҙа мәҙәниәткә һөйөү, башҡорт әҙәбиәтенә мөхәббәт тәрбиәләй. Һәр мәлдең матурлығын тойорға, һоҡланырға өйрәтә йәш мөғәллимә. Бәләкәстән әҙиптәрҙең шиғырҙарын яттан һөйләгән, башҡорт халыҡ бәйеттәрен һыу кеүек эскән Рәмзиә ҡыҙы ла әҙәбиәткә тартыла. Мәктәптә ойошторолған ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыу, республика кимәлендә сығыш яһау, еңеүҙәр яулау бәхете яҙа талантлы уҡыусыға.
«Дим башҡорттарына тартым йомшаҡ итеп һөйләшәләр беҙҙә. Әсәйем, урындағы халыҡтың диалектын иҫәпкә алып, телмәрҙәрен боҙмай уҡытты. Ябай уҡытыусы ғына булманы ул, ауыл балаларына тормош һабаҡтары ла, тәрбиә лә бирҙе. Ҡыҙ баланың һөйкөмлөлөгө – иплелектә, көлөүе лә шишмә сылтырағандай сығырға тейеш, ти торғайны ул. Моңло тауышлы әсәйем менән гармунда һыҙҙырып уйнаған атайымдың, үҙешмәкәр түңәрәктә шөғөлләнеп, сәхнәләрҙе биҙәүе, йөрәккә үтерлек итеп Ғәлиәбаныу менән Хәлилде уйнауы – үҙе бер мөғжизәле тарих. Хатта олоғайғас та «Ғәлиәбаныу» спектакленән өҙөк күрһәттеләр – шул тиклем хисле тамашанан күҙгә йәштәр тулғайны. Ошондай илаһи ғаиләлә үҫтем мин», – тип үткәндәренә байҡау яһай Рәмзиә Яхыя ҡыҙы.
Яңы Ҡабан урта мәктәбен тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Өлгөлө студент юғары уҡыу йортоноң бейеү түңәрәгендә лә дәртләнеп шөғөлләнә. Бер мәл етәкселәре, уның яғымлы тауышына иғтибар итеп, йырлатып ҡарай. Шулай итеп, һәләтле башҡорт ҡыҙы башҡарыуында институт сәхнәһенән «Таштуғай», «Илсе Ғайса», «Ғилмияза» йырҙары яңғырай. Ижади йәштәр араһында буласаҡ тормош иптәшен дә осрата зөмрәт күҙле, зифа буйлы сибәркәй. Мөхәббәтле пар гөрләтеп туй яһай. Дипломлы йәш белгестәрҙе Илеш районы Андреевка ауылы дауаханаһына эшкә йүнәлтәләр. Ире – баш табип, үҙе педиатр булып яңы урында хеҙмәт юлын башлай улар. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ауылда фольклор ансамбле ойош-тороп ебәрә тормошон йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтермәгән йәш ҡатын. Ауыл, район мәҙәниәт йорто, республика концерт залдарында ла ҡанатланып сығыш яһай һәүәҫкәрҙәр. «Рус, башҡорт милли кейемдәрен тектерҙек, ансамблдең репертуары байып китте, йырҙарҙы хатта ике-өс тауышҡа башҡарырға оҫтарып алдыҡ, районда үткәрелгән һәр сараны йәмләп, халыҡ һөйөүен яуланыҡ, тиһәм дә арттырыу булмаҫ», – тип йылмая һөйкөмлө ханым, йырлы йәшлеген хәтеренә төшөрөп. 1985 йылда тормош иптәшен Үрге Йәркәй район дауаханаһына хирург итеп күсерәләр, яңы урында ла тырышып донъя көтә фиҙакәр табиптар.
Район дауаханаһының балалар бүлексәһендә стационарҙа эшләгән осорҙо ул айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала. «Ауыл табиптарына тәүлек әйләнәһенә төрлө ауырыуҙар менән эш итергә, көтөлмәгән хәлдәрҙә тиҙ ҡарар ҡабул итергә тура килә. Пе-диатр ғына түгел, бер үк ваҡытта һин – неонатолог та, невролог та, кардиолог та. Әсәйҙәре бик ауыр тапҡан йә һаулыҡтарына зыян килеп донъяға тыуған бәпестәрҙе, тиҙ ярҙам күрһәтеп, үлемдән ҡотҡарған осраҡтар ҙа байтаҡ булды. Ундай ваҡытта бала менән үҙең йөҙ үлеп, йөҙ тереләһең. Артабан да уларҙың үҫеш үҙенсәлектәрен айҙар буйына ентекләп күҙәтеү, камил булып нығынһындар өсөн бар көсөңдө һалыу бурысы тора. Медицинала «парлылыҡ законы» тигән төшөнсә бар. Был, әгәр ҙә ниндәйҙер ауыр сир менән берәүҙе килтерһәләр, тимәк, тиҙҙән шундай уҡ диагноз менән тағы кемдер мөрәжәғәт итәсәк. Тәжрибәмдә ундай ваҡиғалар ҙа осраны. Йәш сабыйҙарҙы юғалтмау, һәр береһен аяҡҡа баҫтырыу, балалар үлемен кисектереү өсөн әсәйҙәр менән һөйләшеүҙәр ҙә алып барҙыҡ. Халҡыбыҙҙың яҙмышы балалар һаулығына бәйле, шуға киләсәк быуын сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәүҙе мөһим һәм яуаплы һананым һәр ваҡыт», – ти тәжрибәле табип.
Ғорурланырлыҡ, ҡыйыу фекерле, үҙенә ышаныслы таяныс булырҙай аҫыл ҡыҙҙар үҫтергән өлгөлө әсәй ҙә ул Рәмзиә Яхыя ҡыҙы. Балаҡайҙары Зөлфиә, Зилә, Ләйсән, атаһы менән әсәһенең ауыр эшен аңлап, үҙ аллы булып үҫә. Ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмай, мәктәптең мәҙәни тормошонда ла әүҙем була. Бер олимпиада ла, бер сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. «Ҡыҙҙарыңды олимпиадаға ебәрмәй тор әле, улар барыбер еңә, тип, юғиһә башҡалар йөрөмәй», – тип әйтер сиккә етә ҡайһы берҙәр. Бөгөн улар, һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары белем алып, гөрләтеп донъя көтә. Өсөһө лә матур тормош ҡорған. Зөлфиә, БДУ-ның рус филологияһы факультетын тамамлап, әлеге көндә IT-проекттар алып бара. Уның ҡыҙы Рената – рәссам-дизайнер. Уртансылары Зилә – ике бала әсәһе, байтаҡ йылдар «Монолит» күсемһеҙ милек агентлығын уңышлы етәкләй. Төпсөктәре Ләйсән – белем туплау, үҙ асылын табыу юлында, ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡараған: иҫәп-хисап белгесе, банк хеҙмәткәре, хатта дүрт йыл стюардесса булып та эшләгән. Бөгөн ул психологияның төрлө йүнәлештәрен тәрәндән өйрәнгән коуч булараҡ билдәле, тренингтар үткәрә. Уның Әлисә ҡыҙы 2-се класта уҡый.
Бына инде 45 йылға яҡын балалар һаулығы һағында намыҫлы хеҙмәт итеүе менән дә һоҡланыу уята мөләйем ханым. Әлеге көндә тәжрибәле табип республикабыҙҙағы махсуслаштырылған балалар йортонда эшләй. Әсәйһеҙ сабыйҙарҙы дауалап ҡына ҡалмай ул, үҙ йөрәк йылыһын, мөхәббәтен һәм хәстәрен дә бүләк итә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.