-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кешелеккә тоғролоҡ

Заман балаларын тәнҡит күҙлегенән ҡылыҡһырларға, уларҙа ниндәйҙер етешһеҙлек эҙләргә күнегеп барабыҙ кеүек. Быуындар араһындағы ҡатмарлыҡтар һәр ваҡыт булған, әлбиттә. Әммә балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, һәр кемен шәхес итеп ҡабул иткән, һәләттәрен асыуҙы һәм матур яҡтарын үҫтереүҙе, ауыр минуттарында ярҙам ҡулы һуҙыуҙы тормош саҡырыуы итеп алған фиҙакәр, көслө уҡытыусылар осраһа, уңышлы һәм бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ныҡлы ышаныс уяна. «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы буйынса конкурста ҡатнашып еңгән һәм бына инде дүрт йыл Ейәнсура районының Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә инглиз теленән белем биргән мөғәллимә Зиниә Дүшәнбаева ла – ана шундай рухлы, үҙ хеҙмәтен лайыҡлы башҡарған педагогтарҙың береһе. Тырыш, алдынғы ҡарашлы, етди фекерле уҡытыусыға мәктәп директоры урынбаҫары эшен дә ышанып тапшырғандар.

Кешелеккә тоғролоҡ
Кешелеккә тоғролоҡ

...Байыш ауылын һуғарып аҡҡан саф, тәнде зембер­ҙәтер һалҡын һыулы Ҡаҫмарт йылға­һы буйлап атлайбыҙ. Һыу инергә юлланған бер төркөм балалар һөймә­лекле, ипле тәбиғәтле, әсәйҙәрсә хәстәрлекле уҡытыусыларын әллә ҡайҙан ҡул болғап сәләмләй.

Ихласлыҡты бәләкәстәр яҡшы тоя шул. Уҡытҡан фәнен яҡшы белеүе, дәресен мауыҡтырғыс итеп аңлатыуы, ғәҙел талапсанлығы өсөн дә хөрмәт итәләр уны мәктәптә, үҙен тотошо, оҫта телмәре, уңғанлығы менән дә киләсәк быуынға өлгө Зиниә Рәшит ҡыҙы Дүшәнбаева.

Ейәнсура районының Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан Таҙлар ауылында, Учалы районынан килен булып төшкән Мәҙинә Муллаҡай ҡыҙы менән Рәшит Нәжми улы Дүшәнбаевтарҙың ғаиләһендә, өсөнсө сабый булып донъяға килә Зиниә. Бәхетле ояла бер-береһенә терәк булып биш бала буй еткерә. «Ҡәрсәйемдең ихатаһында атайым яңы йорт күтәрҙе. Ҡаты ғына холоҡло атайыбыҙ үҙенә лә, беҙгә лә талапсан булды. Сәлә­мәт тормош алып барҙы ул: тәмәке тартманы, иҫерткес эсемлек эсмәне, көн дә колонканан ике күнәк һалҡын һыу менән ҡойона торғайны. Улдарын да спортҡа, эшкә ылыҡтырҙы. Беҙгә, өс ҡыҙына, сәс ҡырҡтырырға ла, биҙә­нергә лә рөхсәт итмәне. Бишебеҙгә лә матур тәрбиә, юғары белем бирҙеләр», – тип һөйләй яғымлы әңгәмәсем. Эйе, Рәшит Нәжми улы, механизатор ғына булып эшләһә лә, зирәк тормош аҡылы, ныҡлығы менән ауылда абруйлы кеше һанала, һорау тыуһа ла, кәңәш кәрәкһә лә, уға килер булалар. 

 «Иҫәнғолда асылған Мәрйәм Бураҡаева исемендәге 1-се гимназия­ның тәүге ҡарлуғастары булдыҡ беҙ. Урыҫлашып барған ауылға башҡорт рухы бөрктө яңы белем усағы. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының мауыҡтырғыс телмәрен ләззәт менән тыңлай инек, Гөлнар Юлдашбаева үткәргән бейеү дәресенә яратып йөрөнөк, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләне талантлы, алдынғы ҡараш­лы уҡытыусыларыбыҙ», – ти Зиниә Рәшит ҡыҙы. Туғыҙынсы кластан һуң Республика иҡтисад лицей-интернатына уҡырға бара ул. Гел «биш» билдә­ләренә өлгәшкән уҡыусыла стюардесса булыу хыялы уяна, әммә атаһы уға етди һөнәр һайларға кәңәш итә. Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ҡабул ителмәүе ҙур көтөлмә­гәнлек була маҡсатлы һылыу өсөн. Әммә ул бойоҡмай, БДУ-ның Сибай институты тарих һәм филология факультеты студенты булып китә. Ҡулына диплом алғас, Чукоткаға юллана, унда балаларға француз, инглиз телен уҡыта. Өс йылдан, Башҡортостанға ҡайтып, туған Таҙлар мәктәбендә ун йыл эшләй, шунан Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге

3-сө гимназияла балаларға белем бирә. Ул арала һөйкөмлө гүзәлкәй кейәүгә сығып та, иренә өрлөктәй ике ул табып та өлгөрә. Тик бына тормоштары уңмаҫтай булғас, юлдары айырыла йәштәрҙең. 

Тәжрибә туплаған мөғәллимә тыуған районының Байыш мәктә­бендә инглиз теле уҡытыусыһы кәрәклеге тураһында белеп ҡала һәм «Ауыл уҡытыусыһы» федераль програм­маһы буйынса конкурста ҡатнашыуға документтарын тапшыра. Бәйгелә еңгәс, ҡыуанысының сиге булмай. Яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеү, ауыл тормошон йәнләндереү маҡсатын ғәмәлгә ашырған проекттың талаптарына ярашлы, программала еңеүсе ауыл, ҡасаба, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала мәктәбенә эшкә бара һәм бер тапҡыр бирелгән компенсацияға дәғүә итә ала. Башҡортостанда уның күләме – бер миллион һум. Аҡсаны торлаҡ йорт төҙөүгә,  ипотека өсөн түләүгә, фатир һатып алыуға тотонорға мөмкин. Ғариза биргәндә педагогҡа 50 йәш тулмаған булыуы, һайланған мәктәптең һуңғы йәшәгән, эшләгән урындан 100  километр  алыҫлыҡта урынлашыуы шарт. Уҡытыусы унда кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш.

«Улдарым менән ауылға ҡайтып төштөк, торлаҡҡа ғариза яҙғайныҡ, шундуҡ йәшәргә өй бирҙеләр. Әлбиттә, шарттар ҡалалағы кеүек түгел, балаларҙың һәләтен үҫтерерҙәй әллә ни мөмкинлек тә юҡ. Шул яҡтарын күңелгә яҡын ҡабул итмәһәң, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаһаң ғына уңышҡа өмөт итә алаһың, – тип йылмая уҡытыусы. – Мине мәктәптә лә, ауылда ла йылы ҡаршыланылар. Бында халыҡ ярҙамсыл, ә уҡыусылар тәртипле, тырыш, мәктәптә формала йөрөйҙәр, ҡыҙҙар көн дә аҡ алъяпҡыста килә, яғымлы итеп иҫәнләшәләр. Белемгә һөйөү уятыу, күңелдәренә ышаныс орлоғо һалыу менән бер рәттән, мин балаларға яҡты уйлы, көслө ихтыярлы булырға, үҙ фекерҙәрен яҡларға ла өйрәтәм, – тип дауам итә ул. – Һөнәремде яратам, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам, үҫмерҙәр серҙәре менән дә бүлешә. Ҡаты тыйыуҙар ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй. Өлкәндәргә, аҡыл өйрәтеп кенә ултырмай, балаларын тыңларға (ишетергә) кәңәш итер инем. Шунда ғына үҙ-ара ышаныс барлыҡҡа килә. Ысын остаз артыҡ уҫал да, үтә йомшаҡ та була алмай, һәр ваҡыт алтын урталыҡты һаҡлай. Һөнәрҙең ҡыйынлығы – сикһеҙ отчет-ҡағыҙҙар, улар балалар менән ижади эштән ситләтә».

2022 йылда Зиниә Рәшит ҡыҙына,  Мәскәүҙә үткән «Милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын ауыл ерендә йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатында тормошҡа ашырыу» тигән конференцияла ҡатнашып, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән дә осрашыу бәхете насип була. Бер урында тапанырға яратмаған, эҙләнеүсән холоҡло педагог, быйыл «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, тыуған районында еңеү яула­ны. Республика кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһаны ул. Улдары ла ижади йәнле Зиниә Рәшит ҡыҙының. Стәр­ле­тамаҡта 3-сө башҡорт лицей-интернатында 8-сене тамамлаған Самат берен­селә үк  «Минең ҡартатай – механизатор» тигән тема менән ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаған була. Быйыл иһә шуны инглиз теленә тәржемә итеп, тырыш егет «Кейекбаев уҡыуҙары» республика фәнни­ғәмәли конференцияһында 3-сө урын ала. Ә ун йәшлек Аяз шашка, шахмат менән мауыға. 2020 йылда ул балаларҙың рус шашкаһы буйынса район беренселегендә призлы урынға лайыҡ була. Бейеүгә лә йөрөй шаян, отҡор егеттәр. 

Әсәһе Мәҙинә апай әле лә һылыулығын юғалтмаған, нескә зауыҡлы, балалары өсөн өҙөлөп торған мөләйем ханым баҡсаһында төрлө сәскә, емеш-еләк үҫтереп һөйөнә. Ата йорто рәтендә Азат ағаһы менән Динар ҡустыһы ла мөһабәт өйҙәр һалған. Гөлсинә апаһы Стәрлетемаҡта колледжда физкультуранан уҡыта, улар тормош иптәше Илгиз менән өс ҡыҙға ғүмер биргән. Үҙмәшғүл булған Азат ағаһы менән Гөлфиә еңгәһенең ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Дүрт бала атаһы – Динар ҡустыһы вахта ысулы менән эшләй. Иң кесе һеңлеләре Зөлфиәнең диплом алып йөрөгән бәхетле сағында уйламағанда ғына фажиғәле һәләкәте ныҡ тетрәтә Дүшәнбаевтарҙы. 40 көн буйына зыяратына йөрөй һағышҡа батҡан атай менән әсәй. Бер нисә йыл элек һөйөклө аталары ла гүр эйәһе булып ҡалған. Әммә бирешмәй, бер-береһенә ярҙамлашып, үткәндәрҙе хөрмәтләп, бөгөнгөһөнә риза булып, киләсәккә матур ышаныстар бағлап йәшәй улар.

 

Ейәнсура районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Кешелеккә тоғролоҡ
Кешелеккә тоғролоҡ
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: