-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тылсым тама ҡулдарынан

Айгөл Ринат ҡыҙы Хәбибуллина (Юлмөхәмәтова) 1986 йылдың 7 апрелендә Өфөлә тыуған. Алты айлыҡ сағында ата-әсәһе «Көнбайыш Себер ынйыһы» тип йөрөтөлгән Когалым ҡалаһына күсенә. Башҡортостандан ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Айгөл башҡорт телендә матур һөйләшә. Бында атаһы менән әсәһенең роле ҙур. Үҙенең баһалы, тәрән тамырлы нәҫелдән булыуын яҡшы белә ул.

Тылсым тама ҡулдарынан
Тылсым тама ҡулдарынан

Матурлыҡҡа ынтылыш
Ҡарлуғастай ҡара һылыу Айгөл сәнғәткә тартыла: ете йыл бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, шул арҡылы коллектив менән Болгарияға һәм Италияға барып ҡайта. Әле лә ул спортты ташламай. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетында белем ала, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә белгес һөнәренә эйә була. Үҙе яратҡан һәм уның өсөн өҙөлөп торған егеткә кейәүгә сыға. Тормош иптәше Эдуард Радик улы Хәбибуллин менән 16 йыл татыу ғүмер итәләр. Ире – эшҡыуар, ағас йорттар һәм мунсалар төҙөй. «Ул һәр башланғысымды хуплай. Һәр кемдең үҙ мәнфәғәттәре, яратҡан шөғөлдәре бар – бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ һәм үҙ фекеребеҙҙе көсләп таҡмайбыҙ. Барыһын да уртаға һалып һөйләргә күнеккәнбеҙ. Ваҡытында әйтелгән кәрәкле һүҙ ярҙамында ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеп була икәнен яҡшы беләбеҙ. Ялдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Балалар, ғаилә менән бергә булыу айырыуса рәхәтлек бирә, автомобилдә, әүҙем сәйәхәт итергә яратабыҙ. Эдуард менән бер тулҡындабыҙ. Ваҡытында үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Был беҙҙең өсөн бик ҙур тәжрибә булды, нығындыҡ, үҫтек. Өлкән ҡыҙыбыҙ Есения тыуыу менән ижади һәләтемде эшкә егергә мөмкинлек барлыҡҡа килде. Ҡыҙыма ете ай тигәндә тегенә башланым, технология дәрестәренә йөрөнөм, кейем конструкцияһын өйрәндем», – ти Айгөл Ринат ҡыҙы.
Биҙәүестәр эшләргә тотоноп китә егәрле ханым: сәс ҡыҫтырғыстар, брошкалар яһай. Уларҙы таҡҡан гүзәл заттар тәбиғи таштарҙан ижад ителгән әйберҙәрҙең тылсымлы көскә эйә булыуын билдәләй. Күңелгә ауыр саҡта кейһәң, еңеллек килә, тигәндәрен дә ишетеп һөйөнә. Йәш килендәр менән аралаша. Эргәңдә йылы һәм рәхәт, тиҙәр улар. Матур теләктәрен әйтеп оҙата йәш ҡыҙҙарҙы Айгөл. Һәр ҡайһыһының йәненә үтеп, күңелдәрен үҫтерер кәрәкле һүҙҙәр табырға тырыша ул. Үҙеңде ярат, шөғөлдәреңде ташлап ҡуйма, ғаилә усағыңды яҡҡас, әсәйең тотҡан йолаларҙы ла дауам ит, ти йәш кәләшкә, яңы тормошона фатиха биреп. Биҙәүестәрҙе яһауҙан туҡтағас та, ҡыҙҙар уға яңы заказдар менән килә, Айгөл уларҙы эшләргә үҙ мөмкинлеге булмағанда, уҡыусыларына ебәрә. Ҡулдарының тылсымлы көсө хаҡында йыш әйтәләр уға. Икенсе тапҡыр декрет ялында ултырғанда ла үҙен эҙләүҙән туҡтамай йәш ҡатын. Access bars хаҡында интернеттағы мәғлүмәткә юлыға.

Access bars
Методикаға Гари Дуглас нигеҙ һала. Ул, кеше башындағы 32 нөктәне айырып күрһәтеп, «бар» тип атай һәм улар менән тәжрибә яһай башлай. Һөҙөм­тәлә Гари, «бар»ҙарға тәьҫир итеү – кешеләргә көндәлек тормошта ныҡ ярҙам итә ала, тигән һығымтаға килә.
Аксесс барс (инглизсә – эске аңға үтеп инеү) – кеше башындағы 32 нөктә аша тойғолар, уйҙар, ҡараштар, рәнйеүҙәр менән идара итеү ысулы. Ғәмәлдә быны компьютерҙағы ҡаты дискынан кәрәкмәгән файлдарҙы юйыу менән сағыштырырға мөмкин – еңеллек килә, шатлыҡ тойғоһо биләй, кешенең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә: мөнәсәбәттәр яйлана, аҡса күбәйә, һаулығы яҡшыра, теләк-хыялдары бойомға аша, йәнендә тыныслыҡ урынлаша.
Көсөргәнештә йәшәү, ғүмер буйына һалынған шәхси инаныуҙар, үҙенең йәки башҡалар көсләп таҡҡан өмөттәре һәм ҡараштары кешегә һиҙҙермәйенсә йоғонто яһай, уның тәртибен йәки фекерләү механизмдарын билдәләй.
Сеанс шулай үтә: клиент ята һәм Айгөл уның башындағы нөктәләргә йомшаҡ ҡына ҡағылып, энергияларын хәрәкәткә килтерә. Дауа сәғәт ярымға һуҙылыуы мөмкин. Сеансты алған кешенең көсө арта, ул тыныслана. Аҡыл һәм эске аң кәрәкмәгән инаныуҙарҙан, уй-фекерҙән, хәтерҙәге элекке йәрәхәттәрҙән һәм тойғоларҙан арына, хис-тойғолар һүрелә, көсөргәнеш бөтә, йән һәм тән тыныслығы ҡайта.
Аң тыныслана, шом, ҡурҡыу тойғолары юҡҡа сыға. Еңеллек аша бәхетле, әүҙем тормош алып барыу теләге уяна. Һәр нәмәне күҙәтеүҙә тоторға тырышыу мохтажлығы юғала, шуға өйҙә лә сәләмәт мөхит барлыҡҡа килә. Уйламағанда бүләктәр, аҡсалата премиялар, эштә ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Килем артыуы, көтөлмәгән отош, бүләктәр, оҙаҡ ятҡан әйберҙәрҙең һатылыуы, бурыс­тар ҡайтарылыуы, клиенттар артыуы ла күҙәтелә.
Ирҙәр сеанс ваҡытында арыуҙарынан арына, улар бит һәр ваҡыт хәрәкәттә, мейеләре ял итмәй, көсөргәнештә йәшәй, ә бында улар йоҡоға тала. Күптән шулай рәхәт йоҡлағаным юҡ ине, тиҙәр улар сеанстан һуң. Һыу, мунса ингәндән һуңғы рәхәтлек тойола, бер сеанс ике йыллыҡ медитацияға тиң, тиҙәр аксесс барс сеанстарын алғандар.
Балалар үҙ аллыға әйләнә, уларҙа уҡыу өсөн яуаплылыҡ уяна, уҡытыусылар аптырап: «Һеҙ репетитор ялланығыҙмы әллә?» – тип белешә башлай, ярыштарҙа ҡатнашыусылар призлы урындар яулай (сөнки ҡурҡыу китә), оялыуҙан арына, сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына яраҡлашыуы еңел үтә. Бәләкәстәр энергияның эркелеп ағылыуын яҡшы тоя, шуға сеанс ваҡытында тынысланып ҡалалар.
Айгөл Ринат ҡыҙы ҡулланған тәнде молекуляр кимәлдә тергеҙеүсе фейс­лифт йәшәреү эффекты бирә, был алымдан һуң йыйырсыҡтар яҙыла, ағзалар үҙ урынына ултыра, гормональ фон көйләнә, арҡа турая; аҡса юлы асыла, клиенттарҙың ағымы арта, эшҡыуарлыҡтағы тотҡарлыҡтар бөтә; гайморит, танау тоноуы, ваҡ миома һәм кисталар юҡҡа сыға.
Унан тыш, һүҙҙең йоғонтоһо ни ҡәҙәрем көслө булыуын билдәләй Айгөл. Йыһанға, кешеләргә рәхмәт әйтеп, «ошонан да артыҡ ниндәй бәхет булыуы мөмкин?» тигән һорау ҡуйһаң, мөғжизәләргә юл асылыуын көт тә тор, ти ул.

 

Шәжәрәһе
Шәжәрә ағасындағы иң боронғо олатаһы – XVII быуаттан да алдараҡ йәшәгән Бөрйән ырыуы вәкиле Майбәктең Стәрлетамаҡ районында ерләнеүе билдәле. Унан Аҙығол, Сура хан, Яйҡар, һуңғыһы Ҡолбаҡты хәҙерге Әбйәлил районындағы Әлмөхәмәт ауылын нигеҙләүсе һанала. Фамилиялары тап шул Яйҡарҙың кинйә улы Өмөтбайҙан (1768 – 1840) башлана. Өмөтбайҙан Мөхәмәтвәли тыуа, унан Ғәзизулла, Ғимран Өмөтбаев яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев менән Айгөлдөң өләсәһе Хәнифәнең атаһы була.
Аҙығол батыр, Сура хан тип уларға был ҡушаматтарҙы юҡҡа ғына бирмәгәндәр. Улар батыр һуғышсы, тарихта эҙ ҡалдырған көрәшселәр була. Яйҡарҙың улы Өмөтбай Бохара һәм Сәмәрҡәнд яҡтарында белем ала. Ҡаҙанда «Мөхәмәдиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Әлмөхәмәт һәм Хәлил ауылдары араһында ятҡан Дарыулы йылғаһынан алынған арыҡты ла ул төҙөй.
Күңеле ятҡан эшкә тотона Айгөл. Кешеләргә файҙа, яҡтылыҡ килтерә алыуына һөйөнә. Юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Әле уның үҙенә билдәләп ҡуйған бейеклектәрҙе алаһы бар. Шунан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин?!

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Тылсым тама ҡулдарынан
Тылсым тама ҡулдарынан
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: