Йәне генә юҡ ине был күлдәктең, хатта уны кейгән манекен да тере һымаҡ. Түҙмәне, инде, шундай уҡты, тик 48-се үлсәмлеһен бирегеҙ, тип һораны. Елферҙәп торған ебәкте һаҡ ҡына һыйпап, наҙлы йылыһын ҡулдарында тойоу менән кәйефе үҙенән-үҙе күтәрелеп китте. Күлдәкте уға үлсәп теккәндәрме ни, ә зәңгәрлеге йөҙөн нисек аса, аяҙ күк кеүек күҙҙәренә ниндәй балҡыш бирә!
Зөлфирә резинкаға йыйған сәсен яурынына таратып ебәрҙе. Йә Хоҙай, минме был, тип хайран ҡалды ул, көҙгөлә 55-ен тултырған, дүрт ейәнле өләсәйҙе түгел, күп тигәндә 35-40 йәшлек һылыуҙы күреп. Күлдәкте сискеһе килмәйенсә әллә күпме көҙгө алдында баҫып торҙо: «Уны кейгән килеш кенә сығып китергә лә үҙеңде донъялағы иң гүзәл ҡатын итеп тойорға ла бит, хаҡы һуң ниндәй – тотош авансҡа торош!»
Шул саҡ телефон шылтырауы уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. «Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң? Өйҙә ашарға бер ни юҡ!» – тине ире нәфрәтле тауыш менән.
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2024) һанында уҡығыҙ.