-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
20 Октябрь 2023, 15:06

«Минең фәрештәләрем»

Был донъя ябай аҡыл менән аңлап бөтмәҫлек серҙәр менән тулы. «Ғүмер буйы беҙҙе ҡайғыртып, яҡшылыҡ теләп йәшәгән ҡәҙерле кешеләребеҙ, баҡһаң, мәңгелеккә күскәс тә беҙҙе ҡурсалауҙарын дауам итә, хаталарҙан, бәләләрҙән һаҡлай», – ти яңы танышым, Өфөлә ҙур бер ойошмала баш бухгалтер булып эшләүсе Альбина ханым.

«Минең фәрештәләрем»
«Минең фәрештәләрем»

Хәйер, 43 йәшлек был ҡатынды ханым тип ололау бик дөрөҫ тә булмаҫ. Ерән бөҙрә сәстәрен ҡыҫҡа итеп киҫтергән, әле йылдар еле ҡағылып өлгөрмәгән ап-аҡ йөҙлө, ҡаҡса һылыуға утыҙ-утыҙ ике йәштән артыҡты берәү ҙә бирмәй. «Тыңлауһыҙ ерән бөҙрәләрем – өләсәйем бүләге, киҫтермәһәм, тыйып алырлыҡ түгел, болот һымаҡ туҙып китә», – ти ул, сыңғырҙатып көлөп. Гел әлеге кеүек көлөп кенә йәшәргә тура килмәгән Альбинаға.
Алтын-мәғдәне менән дан тотҡан Көньяҡ Уралыбыҙҙағы Златоуст ҡалаһында тыуып-үҫә ул. Бәләкәйҙән мәккәбеҙ Өфөгә тартыла – зәңгәр хыялы уны 18 йәшендә баш ҡалаға алып килә. «Тәүге мөхәббәтемде – онотолмаҫлыҡ илаһи хистәр бүләк иткән һәм бер ҡасан да уңалмаҫ йөрәк яралары һалған Таһирҙы тап үҙем эш башлаған ойошмала осраттым», – ти ул. Ләкин йыл да үтмәй, йәш ғаилә тарҡала. Сабыйын ҡосаҡлап, Альбина ата-әсәһенә ҡайта.
«Ата-әсәм йортонда иртәгәһен бер төш күреп уяндым, – тип һөйләй ул. – Тимер юл вокзалы. Быҫҡып ҡына көҙгө ямғыр яуа. Өләсәй менән олатай мине оҙатырға килгән. Эргәләге һоро коляскала улым мышнап йоҡлай. Йәнем үрһәләнгәнен күреп, улар мине тынысландыра: «Борсолма, ейәнебеҙҙе үҙебеҙ ҡарашабыҙ. Уҡы, үҫ, иманлы бул, яҡшы кешеләр тура килһен юлыңда». Торҙом да был төштө оноттом да. Ярты йылдан Златоустың тимер юл вокзалында торғанда төшөм өнөмдә ҡабатланды. Ямғыр яуа. Эргәбеҙҙә улымдың һоро коляскаһы. Өләсәй менән олатай, шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлап, мине Өфөгә оҙата. Йөрәгемде утҡа һалып, бәпесемде әсәйемә ҡалдырырға мәжбүрмен – уҡыуҙы, эшемде дауам итергә кәрәк. Өләсәй менән олатайҙың шәп саҡтары ине, рәхмәт, әсәйемә ярҙам итеп, улымды үҫтерештеләр. Балалар баҡсаһына йөрөтөрлөк булғас, уны яныма алдым.
Бәләкәй саҡта өләсәйем ҡан тамырҙары тарамыштай сыҡҡан, быуындары шешкән ҡулдары менән башымдан һыйпай ҙа: «Белем ал, кеше бул. Ҡупшы кейем кейерлек, ҡағыҙ ҡыштырҙатып ҡына ултырырлыҡ урында эшлә», – ти торғайны. Ғүмер буйы металлургия заводында көс түгеп, һаулығын юғалтҡан ҡәҙерле кешем нәҫелен дауам итеүсе ейәнсәренә матурыраҡ, еңелерәк киләсәк теләгәндер инде, – тип дауам итә танышым. – Иртән яратҡан эшемә ашыҡҡанда уға рәхмәт уҡыйым: һин юрап килтергән эшкә барам, өләсәй!»
Өләсәһе менән олатаһының бүтән теләктәре лә тормошҡа аша, Альбинаның юлында һәр ваҡыт яҡшы кешеләр тура килә. Өфөлә эшләү өсөн мотлаҡ теркәлеү талап ителгән заман. «Аптырап торған сағымда изге күңелле ҡатын осраны, ул дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙы. Артабан хәлемде белешеп, яҡын күреп торҙо. Уның вафаты тураһында ишеткәндә сәсрәп сирләй инем. Йоҡо аралаш мәрхүм өләсәйем тауышын ишетәм: «Тор, үҙеңә изгелек эшләгән апайыңды оҙатмай ҡалырға уйлайһыңмы? Иманың ҡайҙа?» Ошо хәлдән һуң «Иманлы бул!» тигән васыяттарын да гел иҫкә төшөрөп йәшәйем, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирәм», – ти Альбина.
Өләсәһе менән олатаһы яңыраҡ ҡына уны ҙур хатанан йолоп ҡалған. «Яҙмышымды күңелемә оҡшаған бер ир менән бәйләргә булдым. Шул уҡ төндә өләсәй менән олатай төшөмә инде. Ҡаштарын төйөп, уҫал ҡарап, бармаҡтарын һелкәләр: «Бик насар әҙәм менән танышҡанһың. Ташла уны!» Уларҙың киҫәтеүе юҡҡа булмауын тиҙҙән үҙем дә күрҙем», – тип бүлешә ул.
Яҡты донъяларҙан киткән ғәзиздәребеҙ менән беҙҙе бәйләүсе, күҙгә күренмәгән ептәрҙең өҙөлмәүе, тик төпкөл аң, тәрән хис менән генә төшөнөрлөк хикмәттәр хаҡында уйлаһаң, уйылып китерлек. «Өләсәй менән олатай рухы, фәрештәләй һаҡлап, мине һаман оҙатып килә. Был миңә тормош юлы буйлап атлағанда ышаныс өҫтәй», – тине Альбина хушлашҡанда.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: