«Ямғыр биҙрәләп ҡойған август ине. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ишек асып килеп ингән әсә менән ҡыҙ күшеккән инә ҡош менән ҡошсоҡ тиерһең. Ямғыр тамсылары сәстәренән, еүеш кейемдәренән тыпылдап тамып тора. Ҡобараһы ҡасҡан ҡыҙсыҡ әсәһенә һыйынған. Ә әсәнең былай ҙа ҡарағусҡыл йөҙө күп көйөүҙән тағы ла нығыраҡ ҡарайған, ҡулдары ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә тырышып, кеҫәһенә йәшерә. «Ярҙам итегеҙ, зинһар...» – күҙ йәштәрен тыя алмайынса, һылыу шулай тине... Был көн бөгөнгөләй күҙ алдымда», – тип һөйләй «Ғаилә» республика ресурс үҙәгенең Ауыр тормош хәлендәге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Венера Радик ҡыҙы Ғафарова.
Әлфиә лә бик яҡшы хәтерләй ул көндө. Йәндә тамсы өмөт ҡалмаған сағында аса ул Өфө уртаһындағы миһырбанлы йорт ҡапҡаһын. «Ғүмерем ҡыл өҫтөндә икәнен күргән киленем биргәйне был адресты. Ишек төбөндә үк беҙҙе Венера Радик ҡыҙы ҡаршы алды. Уның ҡояштай яҡты ҡарашынан нурға сорналып, яғымлы тауышынан имшеп ултырҙыҡ. «Документтарығыҙҙы, әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ ҙа килегеҙ!» – тине ул, арҡамдан яратып. Илап килгәйнек, ямғыр ҡойоуын да һиҙмәй, шатланышып сығып киттек», – тип иҫкә төшөрә ул минуттарҙы.
...Әлфиә менән Ришаттың тормошо тәүҙә башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Илшат, Гөлгөнә, Айрат, Рәшиҙә тигән алмалай балалар үҫтерәләр. Улар хәстәре менән йәшәйҙәр. Ишле ғаиләнең көнитмеше ҡәҙимгесә бара. Әсәлек капиталын ҡушып, фатирҙарын ҙурайталар. Ҡайһы ваҡытта ире үҙгәрә башлағандыр? Аныҡ ҡына әйтә лә алмай Әлфиә. Йорт мәшәҡәтенә күмелеп, Ришаттың ҡәнәғәтһеҙлеге артыуына иғтибар итмәгән мәлдәре лә күп булғандыр, моғайын. Күп ҡатын-ҡыҙ: «Үткәреп ебәрһәң, үтә ул – донъя бит...» – тип ҡарай түгелме ундай саҡтарҙа?
Өсөнсө бәпестәре үҫә төшкәс (ул ваҡытта дүртенсе сабыйҙары тыумаған була әле), Әлфиә эргәләге балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай, мәктәпкәсә йәштәге Илшат, Гөлгөнә, Айратты ла үҙе янына урынлаштыра. «Һөнәремде бик яратам. Бынан тыш, күмәк ғаиләгә өҫтәмә аҡса ла артыҡ түгел бит», – ти ни өсөн өйҙә ултырырға теләмәүен аңлатып.
Ир иһә ҡатынының был аҙымын бөтөнләй хупламай, эштән китеүен талап итергә тотона, тауыш күтәрергә ғәҙәтләнеп ала.
«Бер йыл артынан икенсеһе үтте. Ришаттың теле бысаҡҡа әйләнде, – ти Әлфиә. – ...Бер заман ирем иртән эшкә сыҡманы: «Илдә – кризис», – тип аҡланы эшһеҙ ҡалыуын. Балаларҙы ашатырға, кейендерергә, түләүҙәргә аҡса кәрәк. Аптырап, шул уҡ балалар баҡсаһына төнгө ҡарауылсы булып урынлаштым. Буш кистәрҙә кешеләргә укол ҡаҙарға йөрөйөм. Ул, өйҙә ятыуы етмәгән, ауыр һүҙҙәр менән йәнемде телгеләй. Ә минең хәлем тамам бөтөп килә, сабыйҙарҙың йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Түҙер әмәл ҡалмағас, көндәрҙән бер көндә, уларҙы етәкләп, ҡуртымға алған фатирға сыҡтым».
Әгәр ҡатын-ҡыҙға йәки балаға АШЫҒЫС ЯРҘАМ
кәрәк икән, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ:
8-(347)-286-02-53
Ауыр тормош хәлендәге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге
(көн һайын 9.00–21.00 сәғ.)
8-347-286-52-93
«Ғаилә» үҙәге психологтарына яҙылыу (Өфө)
(дүшәмбе-йома 9.00-18.00 сәғ.)
8-800-347-5000
«Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм
телефоны
(дүшәмбе-йома 9.00-21.00 сәғ.)
8-800-2000-122
Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс
телефоны (көн һайын, тәүлек әйләнәһенә, аноним, бушлай)
8-800-7000-600
Ғаиләлә йәбергә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны
(көн һайын Мәскәү ваҡыты
буйынса 7.00-21.00 сәғ., бушлай)
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.