-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
14 Сентябрь 2022, 10:21

Балҡығың килһә – эстән яҡтыр!

Мауығып ейәнсәрем менән ябай ғына уйын уйнайбыҙ: мин сүпләп алып биргән бәләкәй таштарҙы ул күләүеккә ташлай, һәм, тирә-яҡҡа сәсрәгән тамсыларға ҡарап, рәхәтләнеп көлә. Юлсылар түгеп киткән бер төрлө һоро ҡырсынташ өйөмөндә һары билле ялтыр бер ҡыҙыл таш иғтибарҙы үҙенә тартты. Ул башҡаларына бөтөнләй оҡшамаған, бер аҙ аҡыҡты хәтерләтеп тә тора. Бында нисек килеп эләккән? Ентекләп ҡарап ултырыуымды күргән ҡыҙыҡайым да: «И-и-и, ҡалай матур!» – тип, яныма сүгәләне, таштарҙы барлай башланы, ләкин минең ҡулымдағы кеүек үҙенсәлеклеһен тапманы. Мин «аҡыҡ»ты уға һондом. «Был матурҡайҙы бысраҡ һыуға ташламайым инде», – тип, уны кеҫәһенә һалып алды ейәнсәрем. Шунда башыма бер ҡыҙыҡ сағыштырыу килде.

Балҡығың килһә – эстән яҡтыр!
Балҡығың килһә – эстән яҡтыр!

Таштарҙы кешеләр тип күҙ алдына баҫтырҙым – бер урынға шундай күп өйөлгәндәр һәм һәр береһен айырып ҡарауы бик ауыр, имеш. Ләкин улар араһында башҡаларға оҡшамаған берәү, әлеге таш ише, иғтибарҙы үҙенә тарта. Ундайҙарҙы беҙ сағыу шәхес тип атайбыҙ. Йыһандағы Юғары көстәр ҙә ерҙә мыжғыған халыҡ араһында иң беренсе сағыу шәхестәрҙе аңғаралыр ул...


Был сағыштырыу быйыл йәй булған тағы бер ваҡиғаға әйҙәп алып китте. Баҡсанан ҡурай еләге йыйып индереп, ҡыйҙан таҙалар өсөн өҫтәлгә йәйеп ебәргәйнем, емеш араһынан ике «ҡояш апай» килеп сыҡты. Улар, өҫтәл буйлап йөрөп, тирә-яҡ менән танышырға тотондо. Икеһен дә усыма һалып, тышҡа сығарып ебәрергә булдым. Шунда «ҡояш апай»ҙарҙың берәүһе үлгәнгә һалышып хәрәкәтһеҙ ятты ла ҡуйҙы, ә икенсеһе, ҡулымда улай-былай сабып, асылған яңы донъяны ихлас өйрәнергә кереште. Теге ҡурҡаҡты үлән араһына төшөрҙөм дә (сөнки ул миңә ҡыҙыҡ түгел ине) ҡыйыулығы менән иғтибарымды яулаған «батыр»ҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланым. Ул усымдан ҡул һыртына сыҡты, урта бармаҡтың осона барып етте. Ҡулымды өҫкә күтәрҙем, яратып өлгөргән йән эйәһе, ҡанаттарын бер аҙ елпеп алды ла осоп китте.


Бына ошо ике ваҡиға сағыу һәм тоноҡ кешеләр хаҡында мәҡәлә яҙырға этәрҙе. Беҙҙе бит бала саҡтан башҡаларҙан артыҡ айырылып тормаҫҡа, бүтәндәрҙе аптыратырлыҡ эштәр ҡылмаҫҡа өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шуға, ниндәйҙер һәләте булһа ла, үҙ донъяһына бикләнеп, мине күрмәгән-белмәгәндәре яҡшы, тип йәшәүсе кешеләр күп арабыҙҙа. Журналист булараҡ, мин ундайҙарға йыш тап булдым. Гәзиткә яҙырға теләк белдерһәң, аяҡ терәп ҡаршы төшәләр. Үҙҙәрен күрһәтмәйҙәр, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләмәйҙәр, шул тиклем кешенән айырылып тороуҙан, көнсөллөк ҡорбаны булыуҙан ҡурҡалар. Хәс теге таштар һәм үлмәмеш булған бөжәк кеүек...


Ә сағыу шәхес бөтә иғтибарҙы үҙенә тарта. Ул бынан ҡурҡмай ҙа, оялмай ҙа. Шуға сит ҡараштарҙы ғына түгел, ә отошло мөмкинлектәрҙе, уңышлы мәлдәрҙе, бәхетле сәғәттәрҙе лә үҙенә күберәк ылыҡтыра. Юғары көстәргә лә сағыу кешеләр менән уйнау, уларҙың тормошонда ҡатнашыу, этәреш биреү ҡыҙығыраҡ.


Тик сағыулыҡ та төрлөсә була. Юғары көстәр бит беҙҙе башҡасараҡ күрә. Беҙ, бәндәләр, иң тәүҙә тышҡы күренешкә – тән-ҡиәфәткә, кейемгә, прическа-макияжға, телмәргә һәм башҡаларға – иғтибар бирәбеҙ, йәғни кешене образ буйынса баһалайбыҙ. Әммә образ шәхестең эске – ысын – асылынан бөтөнләй айырылып тороуы ла ихтимал. Юҡҡа ғына яһил сибәрҙәр һәм изге йәнле ғәриптәр тураһында һанһыҙ китаптар яҙылмаған һәм фильмдар төшөрөлмәгән дә баһа.
Ә Юғары көстәр беҙҙең тышҡы матурлыҡты күрмәй, улар өсөн баһалауҙың берҙән-бер критерийы булып Күңел тора! Үҙебеҙ һиҙмәһәк тә, эстән балҡыйбыҙ. Һәр кем үҙенсә: берәү – сағыуыраҡ, икенсе кеше – тоноғораҡ. Һәм, әлбиттә, Күңел яҡтыраҡ янған һайын нығыраҡ күҙгә ташлана. Ә ул ҡасан балҡып яҡтыра һуң? Кеше шат, күтәренке кәйефтә булғанда, яратҡан эше менән шөғөлләнгәндә, күңеле илһамға тулып талпынғанда...


Әммә иң сағыу яҡтылыҡты мөхәббәт бирә! Һөйөү тойғоларының кемгә ҡарата йүнәлтелеүе артыҡ мөһим түгел. Кеше үҙенең яртыһын, балаһын, ата-әсәһен, дуҫтарын, этен-бесәйен, тормошто, тәбиғәтте, үҙен яратыуы мөмкин. Иң мөһиме, был тойғо донъяға, Йыһанға сәселеп торорға тейеш. Шунда әлеге Юғары көстәр балҡыған шәхесте аңғара һәм иғтибар үҙәгенә ала ла инде.


Бер шәп китапта шулай тип уҡығайным: әгәр кеше һәр күҙәнәгенә тиклем мөхәббәт нурҙарына солғанһа, ул бөтә теләктәрен дә тормошҡа ашыра ала. Уның хыялдары һанаулы ваҡыт эсендә ысынбарлыҡҡа әүерелә. Абсолют һөйөү әҙәми заттың эске донъяһындағы бөтә ҡаршылыҡтарҙы, негатив фекерҙәрҙе юҡҡа сығара. Үкенескә ҡаршы, ул һәр кемгә лә бирелмәй, сөнки беҙҙең күңелде үпкә, көнсөллөк, ҡурҡыу, ғәйеп кеүек кире тойғолар баҫҡан. Әммә тырышҡанда быға ирешергә мөмкин, тик бик күп махсус китап уҡырға, үҙ күңелең өҫтөндә даими һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәк.


Һәр кем был донъяла – ҡабатланмаҫ берҙән-бер дана. Ундағы ҡиәфәт, холоҡ-фиғел, темперамент, белем һәм һәләт ҡатнашмаһы башҡа берәүҙә лә юҡ. Әммә бөтә әҙәм дә бындай индивидуаллекте ризалыҡ менән ҡабул итмәй. Үҙе менән ҡәнәғәт булмағандар ифрат күп. Кешегә үҙен шәхес булараҡ танырға нимә ҡамасаулай? Бала һәм үҫмер саҡта башҡа берәүгә, мәҫәлән, артисҡа, спортсыға, китап йә кино геройына оҡшарға тырышыу тәбиғи. Үҫмерҙәр шулай үҙҙәрен эҙләй, үҙ образдарын табыу өсөн уларға ниндәйҙер эталондар кәрәк. Ә бит ололар ҙа, шәхес булып формалашыуҙарына ҡарамаҫтан, күпселек осраҡта үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәт була белмәй. Ниңә?


Берҙән, түбән үҙбаһа ҡамасаулай. Кеше үҙен башҡаларҙан кәм тоя. Эргә-тирәләгеләр күпкә аҡыллы, талантлы, белемле кеүек тойола. Ул ғәҙәт бәләкәй саҡтан һалына. Үҙҙәрен түбән баһалағандар бик һирәк осраҡта уңышҡа ирешә, улар хатта быға ынтылмай ҙа, сөнки нимәгәлер өлгәшә алыуҙарына ышанмайҙар. Теге һоро ваҡ таш хәлендәге күрекһеҙ шәхесеңде ниңә донъяға күрһәтеп маташырға? Күрмәгәндәре, белмәгәндәре яҡшы! Хатта бындай кеше берәй нәмә уйлап тапһа ла, халыҡҡа белдермәйәсәк, сөнки ул башҡаларҙың көлөүенән, мыҫҡыл итеүенән ҡурҡа.


Ҡайһы берәүҙәр сағыу шәхес булып күренеүҙән тартынмай, хатта быға ынтыла, тик үҙ һуҡмағын эҙләмәй, бер тапҡыр кемдер үткән юлдан китеп яңылыша. Ундай осраҡта сағыу төп нөсхә урынына тоноҡ күсермә генә килеп сыға. Сәхнә йондоҙҙарын ҡабатларға ынтылған йәштәрҙе генә алайыҡ. Күпме йәш йырсы Радик Юлъяҡшиндың стилен һәм ҡыланыштарын ҡабатларға тырышып, һоро күләгә кеүек кенә күренә. Йондоҙ бит берәү булғанға ғына шундай юғарылыҡҡа күтәрелгән. Ысын уңышҡа һәр кемде тик үҙ юлы ғына килтерә.


Башҡаларҙан айырылып торған шәхестәргә йәмғиәттәге мөнәсәбәт ҡыҙыҡлы бер күренеште аңғарырға ярҙам итә.
Сағыу шәхес тәүҙә асыу тыуҙыра, унан мыҫҡыллы көлөүҙәргә дусар була, аҙаҡ ғәйепләүҙәр кисерә. Шунда теге «һикрәндәк» ҡурҡып ҡала һәм сигенә. Шул рәүешле йәмғиәт, ҡалҡып торған «сөй»ҙөң башына һуғып, уны башҡалары менән тигеҙләп ҡуя. Әммә теге балҡырға теләгән шәхес, бер нимәгә ҡарамай, үҙ туҡһанын туҡһан тип раҫлауҙан туҡтамаһа, тора-бара уны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнәләр. Хатта артабан аяҡ салырға ла тырышмайҙар, йәнен көйҙөрмәйек әле, был, ҡарышып, тағы сағыуыраҡ балҡырға ынтыла башлар, тип шөрләйҙәр.


Әммә бында бер әтнәкә бар. Үҙеңде йәмғиәткә оторо ҡаршы ҡуйырға ярамай. Йәнәһе, бына мин ниндәй шәп, сағыу, ә һеҙ – фәлән-төгән, һоро масса... Үҙеңдең башҡалар кеүек түгел икәнеңде маһаймай ғына белдереү шарт. «Бына мин шундай. Эйе, башҡаларға оҡшамағанмын, үҙемә бер төрлөмөн. Нисек бармын – шулай ҡабул итегеҙ», – тип. Сағыу булмышығыҙға тормошҡа позитив ҡараш, һүрелмәҫ шат кәйеф, ябайлыҡ һәм ихласлыҡ та өҫтәһәгеҙ, йәмғиәт ҡабул итеп кенә ҡалмай, үҙе һеҙгә тартылып, дуҫлашырға һәм аралашырға ынтылып торасаҡ. Хатта күккә күтәрәсәк. Һеҙгә, хәс минең ҡулдағы теге «ҡояш апай» кеүек, осоп китергә генә ҡалыр. Ә инде Юғары көстәр ҙә ярҙамға килһен тиһәгеҙ, эске күңел матурлығын һаҡларға кәрәклеген онотмағыҙ.


Рәхимә МУСИНА,
психолог.
Әбйәлил районы.

Автор:
Читайте нас: