-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
19 Апрель 2022, 15:15

Роза Розаны көтә

Сабыйы өсөн тау-таш аҡтарып, көс етмәҫ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу ғына түгел, йәнен бирергә әҙер зат ул – әсә. Ләкин был яҙма – үҙ кисерештәренә мөкиббән китеп, ир хаҡына балаһын ситкә ҡуйған, уны яңғыҙлыҡҡа этәргән әсә хаҡында. Ата-әсәләр, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн ышаныс телефоны консультанты Роза һөйләгән тетрәндергес тарих балағыҙ менән мөнәсәбәт һүҙһеҙ аңлашыуға ҡоролған хәлдә лә, уның эске донъяһына, күңел торошона иғтибарлыраҡ булырға саҡырыр. Ышаныс телефонының һандарын иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 8800- 2000-122.

Роза Розаны көтә
Роза Розаны көтә

Атаһы үлгәндән һуң донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан, ике урында эшләп, кистәрен арманһыҙ булып ҡайтҡан әсәһен йәлләп үҙәге өҙөлә Розаның. Шуға күрә бер кис ул балҡып: «Ҡыҙым, мин кейәүгә сығырға булдым. Ул ҙур урында эшләй, һинең кеүек ун ете йәшлек Денис исемле улы бар. Һеҙ уның менән, һис шикһеҙ, дуҫлашырһығыҙ. Хәҙер беҙгә йәшәүе күңеллерәк, еңелерәк буласаҡ!» – тигәс, ҡыҙ шатлығынан үрә һикерә. Күпме мөмкин уның матур әсәһенә һағыш күлдәге кейеп йөрөргә?!
Дүртәүләшеп заманса иркен йортҡа күсеп йәшәй башлағас, Роза «бәхет ошолор» тип уйлай. Сынъяһауҙай матур торлаҡта уға айырым бүлмә биреп ҡуялар. Иң мөһиме – әсәһенең йөҙөнән йыл­майыу китмәй. Ләкин теп-теүәл бер айҙан үҫмерҙең яҡты көнө ҡараңғы төнгә әйләнә. «Барыһы ла компьютерҙан башланды», – тип иҫкә төшөрәсәк һуңынан. Ноутбугы көйһөҙләнгәс, ҡыҙ Денистан уның компьютерында эшләп алырға рөхсәт һорай. Денис бер һүҙһеҙ ризалаша. Ләкин киске табында тота ла: «Роза бөгөн минең компьютерымды боҙҙо, – тип белдерә. – Кеше әйберенә рөхсәтһеҙ тотонорға ярамауын аңлатығыҙ әле уға». Ҡыҙ был тиклем оятһыҙлыҡтан телһеҙ ҡала. Әсәһе: «Розаның бер ҡасан да ундай ғәҙәте булманы», – тип яҡлаша башлай ҙа, иренең яман ҡарашын күреп: «Ярай, ватылһа, төҙәтербеҙ», – тип барыһын да ыңғайлатырға тырыша.
Ошонан һуң Розаның баш осонда хасил булған ҡара болот ҡуйырғандан-ҡуйыра. Үгәй атаның шул кистә өдәшмәһә лә, нәфрәтенең көндән-көн артыуын һиҙеп йөрөй. Шуға күрә күҙенә салынмаҫҡа, артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә тырыша. Иренә йәш ҡыҙҙай ғашиҡ булып, нисек ярарға белмәгән әсәһен Роза аңлай ҙа, йәлләй ҙә: уның да башҡаларҙай парлы булып йәшәгеһе килә бит. Шуға күрә зарланып борсомаҫҡа тырыша. Ә Денис кеше күрмәгәндә ҡыҙҙы бәҙрәфкә бикләп ҡуйһынмы йә иртәгә тапшыраһы иншаһын урлаһынмы. Уның атаһы Розаны башта ҡарашы менән битәрләһә, хәҙер һүҙгә күсә: «Әҙәбиәттән дә «өслө» алыусынан кем сығыр икән?», «Кейем туҙҙырып йөрөү түгел шул уҡыу, ә хеҙмәт!»
Иң аяныслыһы: ҡыҙҙың әсәһе тулыһынса ире һәм үгәй улы яғына күсә. «Ағайың өйҙә саҡта бүлмәңдә генә ултыр инде. Яуаплы ерҙә эшләгәс, арып ҡайта», – ти ул Розаға. Үҙен артыҡйән итеп һиҙгән һылыу бүлмәһенә инә лә күҙ йәштәренә ирек бирә...
Ошондай минуттарҙың береһендә ул ышаныс телефонына шылтырата. Икенсе яҡ остағы яғымлы тауыштың: «Минең исемем дә Роза. Әйҙә, дуҫлашайыҡ!» – тиеүе төшөнкөлөккә бирелгән ҡыҙға йән өрә.
«Аҙаштар булып сығыуыбыҙ Розаға шул тиклем оҡшаны. Сменам етеүен көтөп шылтырата башланы. Ҡыҙ үҙен ҡыйырһытыуҙары хаҡында хәҙер тәүге көндәге кеүек үрһәләнеп һөйләмәй – сәғәттәр буйы барған әңгәмәләр унда үҙ көсөнә ышаныс уятты. Ләкин һары себештәй үҫмергә тормоштоң ул хәтлем хаяһыҙ булыуы дөрөҫ түгел. Күп тапҡырҙар уға со­циаль приютҡа барырға тәҡдим иттем. Әсәйемә ҡыйын булыр тип, гел баш тартып килде, – тип бәйән итә ышаныс телефоны психологы Роза. – Ә бер көн ул үҙенең серен асты. «Мин ғашиҡ! – тине шым ғына көлөп. – Егетем институтты тамамлай. Бергә йәшәргә тәҡдим итә. Унһыҙ нисек ғүмер иткәнмендер!» Бәхетһеҙ баланың күгендә, ниһайәт, ҡояш ҡалҡыуына мин дә сикһеҙ шат инем. Ярты йыл аралашыу эсендә бер яҡлаусыһыҙ, эскерһеҙ йән миңә бик яҡын кешегә әйләнгәйне. Хатта бер мәл: «Әллә үҙ ғаиләмә алып ҡайтайыммы?» – тигән уй ҙа килде, ләкин улай тупаҫ ҡыҫылырға хаҡым юҡ, тип һананым. Ике айҙан мәктәпте бөткәс, хыялланғанса, медицина институтына инер, ятаҡҡа урынлашыр, тормошо үҙ яйына инер, тип өмөтләндем».
Бер иртәлә психологты хеҙмәттәше былай тип ҡаршы ала: «Һиңә аҙашың шылтыратты. «Егетем Мәскәүгә китә. Мине үҙе менән ала. Роза менән хушлашам. Барыһы өсөн дә уға сикһеҙ рәхмәтемде еткерегеҙ!» – тине».
«Шул саҡ, әйтерһең, йөрәгемдең бер ҡылы өҙөлдө, – был хаҡта һөйләгәндә Роза күҙ йәштәрен тыя алмай. – Үҫмерлектән сығып та бөтмәгән ҡыҙҙы ят ҡалала ниндәй тормош көтә? Һөйгәне ҡыйырһытып, күңелен ҡыйратмаҫмы? Уҡырға инә алырмы? Мин Хоҙайҙың уға мәрхәмәтле булыуын һорайым һәм һаман шылтыратыуын көтәм. Шыл­тыратыр ҙа: «Борсолма, барыһы ла бик яҡшы!» – тип сыңғырҙатып көлөп ебәрер кеүек».

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: