-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
22 Март 2022, 16:06

Йән талабы – рухи үҫеш

Парапсихолог кем ул? Һеҙ нисектер, мин ундай кеше менән тәүгә аралашыуым. Ул – ғүмерендәге күренештәрҙең һәм ваҡиғаларҙың йәшерен яҡтарын, паранормаль хәлдәрҙе өйрәнеүсе белгес. Беҙ тәүҙә кешенең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итеүсән. Алдымда ултырған Аленаның һылыулығынан күҙ ҡамаша. Һөттәй ап-аҡ йөҙ, зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәр, йәтеш кенә танау ҙа ҡабарынҡы ирендәр... Тауышы сағыу, үҙ-үҙенә ышаныс менән һәр һүҙҙе асыҡ әйтеүе ҡолаҡты иркәләй. Беҙ, һан, күрһәткестәр, ҡағыҙ дипломдар, ялтырауыҡлы исемдәр, атҡаҙанған тигән ярлыҡтарға иғтибар итеүселәр, кешенең рухи тәрәнлеген уның аң кимәленән, фекер йөрөтөүенән, аҡылынан, интеллектынан, зирәклегенән, йәшәү рәүешенән билдәләй алабыҙ. Кешенең ул тышҡы ҡиәфәтендә, үҙен тотошонда, телмәрендә сағылыш таба. Аленаның йөҙөндә косметика әҫәре юҡ. Сәсен дә тап-таҡыр итеп алдырған. Нилектән был, тип ҡыҙыҡһынам. Кешелек, тышҡы ялтырауыҡҡа алданыуҙан арынып, ниһайәт, рухи үҫешкә иғтибарын йүнәлтһен өсөн шулай иттем, ти ул. Ваҡыт етте, үҙ асылыбыҙға ҡайтырға, төҙәлергә, донъяны үҫешкә йүнәлтергә мәл килде, тиеүе менән һәр кем килешер. Байлыҡ артынан сабып, йән тыныслығы, донъяның фанилығы, изгелек хаҡында уйланабыҙмы беҙ? Донъяны, кешелекте саҡ ҡына яҡшыртыр, изгелекте арттырыр өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ? Баҡтиһәң, барыһын да үҙебеҙҙән, эске торошобоҙҙо үҙгәртеүҙән башларға кәрәк икән.

Йән талабы – рухи үҫеш
Йән талабы – рухи үҫеш

Иң мөһиме – үҙ юлыңды тап!
Алена Луговская 1990 йылда Омск ҡалаһында тыуған. Һигеҙ йәштән 13 йәшкә тиклем Хакасияла, өләсәһендә, йәшәй. Атаһы уны урлап, үҙенең әсәһенә алып ҡайта. Өләсәһе ҡаты тота. Үҫә төшкәс, ҡыҙыҡай әсәһенә кире ҡайтарыуҙарын талап итә башлай. Шул мәлдәрҙә уның яугир холҡо асыла. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшә, мәктәпте алтын миҙалға тамамлауға бара, әммә барыһына ҡул һелтәп, бер кемгә лә бер нәмә лә иҫбат итмәҫкә булып, ейәнсәренән күпте өмөт иткән өләсәһенә ҡарыша. Үҙенең кем булырға теләүен аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай бәргеләнә. Мәскәүгә барып, Рәсәй театр сәнғәте институтының актерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инергәме, әллә Омск ҡалаһындағы Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә тәфтишсе һөнәренә эйә булырғамы, тип өҙгөләнә. Әле генә аңлай: әсәһе менән өләсәһе ҡапма-ҡаршылыҡлы тәрбиә биреүҙән шулай килеп сыҡҡан. 14 йәшенән, ҡайҙа эш таба, шунда йөрөй ул. Омск автотранспорт колледжына «Иҡтисад, бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит» һөнәре буйынса уҡырға инә. Өләсәһе, тап иҫәпкә шәп ейәнсәренең ошо йүнәлеште һайлаһаң, уңырһың, эшһеҙ ултырмаҫһың, тип башына һеңдереп өлгөрә шул. Тәүге сессияла уҡ дебет-кредит тигәндән ялҡа башлай, һөнәре буйынса эшләмәйәсәген аңлай. Тик урта белем алыу өсөн генә уҡып бөтәһе ҡала, шулай ҙа уға машиналар, техника, двигателдәрҙе өйрәнеү оҡшай. Әле булһа автомобилдәр ярата.
2008 йылда әхирәттәре Омск ҡалаһына командировкаға килгән буласаҡ ире менән таныштыра, бер айҙан ул Аленаны Өфөгә алып ҡайта. Туғыҙ йәшкә оло була ире. Ул минең бәхетем, тип, ҡыҙыҡай уға иҫе китеп ғашиҡ була. Егет «Һине мин ҡурсалармын, ҡәҙерләрмен, яратырмын» тип вәғәҙә бирә. Ә ысынында үҙе үҫә, карьера төҙөй, Аленаның мөмкинлеген сикләй, өйҙә генә ултырырға ҡуша. Ирен Сызрангә нефть заводына эшкә ебәргәстәр, БДПУ-ның психология факультетындағы уҡыуын ташлап, Алена ла уның менән китергә мәжбүр була. Ҡыҙҙары Лера тыуа. Декретта ултырған ваҡытта БДПУ-ның рухи психология факультетының арттерапия (медицина булмаған психотерапия) бүлегендә түләүле курстар үтә. Кешеләрҙе үҫергә, йәшәргә ҡамасаулаған программаларҙан, ҡалыптарҙан ҡотолдора башлай һәм бына инде биш йыл шуның менән мауыға. Вероника Агафонованың бизнес-мәктәбен һәм башҡа бихисап курстар тамамлай.
2019 йылда ире менән айырылыша. Донъяны ҡабул итеүҙәре, йәшәү маҡсаттарының тап килмәүе, иргә хеҙмәтсе сифатында ғына йәшәргә теләмәүе төп сәбәпсе була. Үҙе яратҡан эш менән шөғөлләнә алыу мөмкинлеге сыҡҡас, Алена үҙ мәктәбен асыу, психология өлкәһендә яңырыу, түңкәрелеш яһау теләге менән яна.
Иренән китеү менән уның яңы һәләттәре ҡабына, аңды, эске зиһенде, кешеләрҙең энергияһын, төрлө ҡарғыш һәм күҙ тейеү, боҙом кеүек нәмәләрҙе лә күрә. Психология һәм психотерапиянан тыш, рухи үҫеш буйынса заманса ысулдар уйлап таба, коучинг алымын да ҡуллана, ғөмүмән, кеше ғүмерен дүрт сәғәт эсендә 180 градусҡа үҙгәрткән Life-хакер фундаменталь таҙартыу методикаһына нигеҙ һала.
Ошо ысул буйынса белгестәр әҙерләй. Нәҫелдәрендә дүрт быуын ҡатын-ҡыҙҙа бер-береһенә тапшырыла килгән матур һәләттәр була. Аленала ул оҫталыҡтар 29 йәшендә генә асыла, быны ул күп йылдар әсәһенән айырылып тороуы менән бәйләй.
Психология менән тәүләп 2012 йылда ғына таныша. Шәхсән һорауҙарына яуап эҙләп башланған ҡыҙыҡһыныуы уны әсир итә. Һәм юлы тап ошо икәнлекте аңғарта. Китаптар уҡый, курстарға, семинарҙарға йөрөй, белемде ҡомһоҙлоҡ менән үҙенә һеңдерә. Психотерапия, эзотерика, диндәр тарихы, башҡа төрлө тәғлимәттәрҙе өйрәнә. «Барыһының да асылына төшөнөргә һәм, заманға ярашлы, йәшен тиҙлегендә ярҙам итерлек, кешегә күберәк файҙа бирерлек яңы алымдар уйлап табырға тейеш инем», – ти Алена. Әлеге ваҡытта әсәһе, Татьяна Евсеева, ике ҡала араһында йәшәй. Сөнки Омскиҙа бәпәй көткән кесе ҡыҙы һәм ейәнсәре ҡалған. Алена Омскиға, туғандары йәшәгән ҡалаға, барып төпләнеп тә ҡарай, әммә Өфө уны тарта. «Бындағы энергиялар һәм миңә кәрәкле аң кимәле үҫеше оҡшай», – ти ул.

Нимә ул йән?
Кешене өс өлөшкә бүлеп өйрәнәләр – йәне, аңы һәм тәне. Тәне – уның тышҡы ҡаты, аңы – мейеһе, эске донъяһы – шәхестең үҫеше, интеллекты. Йәнле кешелек айырым да йәшәй ала, ти Алена. Шунсама кешенең яңылышыуы икеле. Сөнки Йыһанда берҙәм мәғлүмәти киңлек барлығы билдәле.
Алена әйтеүенсә, кешенең хисендә, аңында, эске зиһенендә теге йәки был хәлгә алып килеүсе сәбәп-эҙемтә бар. Улар өҫтөндә ныҡлы эшләп, тормошто ҡырҡа үҙгәртергә мөмкин. Эго һәм йән тигәндә, эго – ул кешенең шәхси теләктәре, ихтыяждары. Ә йәндең үҙ талабы көслө. Тормоштоң – үҙ ҡанундары, ул компьютерҙағы уйын кеүек ҡоролған, беҙ матрица эсендә йәшәйбеҙ. Әҙәмдең йән талабы – кешелеккә файҙа килтереү. Һәр кемдә был төрлө кимәлдә сағылыш табыуы ихтимал: кемдер урам һеперә, кемдер тотош кешелекте үҙгәртә ала.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: